Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йәкшәмбе, 25.02.2018, 08:16

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1131

Ҡаһым Түрә (Ҡаһым Мырҙашев)

Ҡаһым Түрә (Ҡаһым Мырҙашев) — 1813-1814 йылдарҙа сит ил походтарында ҡатнашҡан рус армияһында башҡорт полкы командиры. 1812 йылғы Наполеонға ҡаршы Ватан һуғышында 28 башҡорт полкы ойошторола. Улар Рәсәй армияһы сафында төрлө походтарҙа ҡатнаша. Наполеонға ҡаршы һуғышта Парижғаса барып етә.

1798 йылда Башҡортостанда кантон системаһы урынлаштырыла һәм башҡорттар хәрби сословиеға әйләндерелә. Улар Рәсәй дәүләтенең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлай, төрлө хәрби походтарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ Ҡаһым Мырҙашев та хәрби хеҙмәттә тора һәм йөҙ кешенең командиры була.

Ҡаһым Мырҙашев Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Айыусы ауылында тыуған. Атаһы - Мырҙаш, әсәһе Емеш исемле. 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 1811 йылда уға 33 йәш булған, тимәк, ул 1778 йылда тыуған.  Ҡаһым Мырҙашев Петербург хәрби академияһын тамамлап полковник дәрәжәһен ала. Уның «Түрә» ҡушаматы «башлыҡ», «әфәнде» тигәнде аңлата. Ватан һуғышында Башҡорт полктары күрһәткән батырлыҡ һәм патриотизм бөгөнә тиклем йәшәй. Халыҡ улар тураһында риүәиәттәр, йырҙар ижад итә.

Һуғыштан ҡайтып килгәндә бер урыҫ майоры көнләшеп ағыу эсерә. Башҡорт халыҡ йыры «Ҡаһым Түрә» ошо турала.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz