Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 26.04.2024, 15:11

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Адаптив система

Дәрес ниндәй булырға тейеш? Дәрес – белем алыуҙың төп формаһы. Ошо ваҡыт эсендә уҡытыусы программа материалын өлөшләтә үҙләштереүҙе тормошҡа ашыра.  "Башҡорт теле” дәреслеге менән эшләүсе уҡытыусы дәрестең төрөн, маҡсатын, структураһын, унда матди һәм психологик шарттар булдырыуҙы аныҡ билдәләргә тейеш. Ул, дәрестең маҡсатын һәм уны тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләп, бала эшмәкәр шәхес булып үҫһен өсөн унда ниндәй психологик сифаттар үҫтереү кәрәклеген күҙаллай, тел белеме биреүҙе күҙ уңында тота, шулай уҡ әхлаҡи тәрбиәләүҙе лә иҫтә сығармай һәм дәрескә алынған маҡсаттарҙы ниндәй эш төрҙәре, алымдары менән тормошҡа ашырыуҙы хәл итә.

Дәрестә ниндәй материал өйрәнелеүе, уны үҙләштереүгә нисә сәғәт бүленеүе һәм башҡа үҙенсәлектәр иҫәпкә алынып, уның төрө билдәләнә: яңы тема өйрәнеү дәресе, уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе, моделләү дәресе, үтелгәнде нығытыу, йәғни ғәмәли эштәр башҡарыу дәресе, белем тикшереү эштәре үткәреү дәресе.

 Мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәтеүҙә күп кенә яңы технологиялар ҡулланыла. Шулар араһында традицион системанан башлап, ғалимдар Л. В. Занков, Эльконин - Давыдов, Л.Ф. Климанова системалары бик уңышлы тип һанала. Шул бөтә технологияларға адаптив системаны бер рәттән индереү башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын үҫтереүгә ҙур мөмкинселектәр бирә. Был система нигеҙендә уҡыусыларҙың дәрестә парҙар менән эшләүе мотлаҡ. Адаптив системаны ҡулланыу (АСО, авторы - А.С. Границкая) балаларҙы башҡорт телендә күберәк аралашырға, уҡырға өйрәтергә, һүҙлек эшен, уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен әүҙемләштерергә, коммуникатив маҡсатҡа тиҙерәк ирешергә мөмкинлек тыуҙыра. Уҡыусылар дәрестә үҙаллы эшләргә, фекер йөрөтөргә, һөйләргә, иптәшеңде иғтибар менән тыңларға һәм баһа бирергә тиҙ арала өйрәнә, шулай уҡ балаларҙа дуҫлыҡ, бер-береһенә ихтирам тойғолары ла тәрбиәләнә.

Парҙар менән эшләү төркөмдәр менән эшләүҙән айырыла, уларҙы бутарға ярамай. Төркөмдәр менән эштә бер уҡыусы һөйләй, ә ҡалғандары тыңлай. Парҙар менән эш барышында бер уҡыусы һөйләй, бер уҡыусы тыңлай – статистик пар, ике уҡыусы һөйләй, ике уҡыусы тыңлай – вариацион, динамик парҙар. Динамик парҙарҙан айырмалы рәүештә вариацион парҙарҙың эше уҡыусының тәүҙә башҡарған эше үҙенә әйләнеп ҡайтҡансы дауам итә. АСО системаһы уҡыусыға материалды аҙ ваҡыт эсендә юғары кимәлдә үҙләштерергә ярҙам итә. Уҡыусы, беренсенән, уҡытыусыны тыңлай һәм яңы белем үҙләштерә, икенсенән, был алған беле­мен практик рәүештә ҡуллана, өсөнсөнән, эргәһендә ултырған иптәшенең эшен тикшерә һәм баһалай, дүртенсенән үҙенең эшенең дөрөҫ башҡарылыуын таҡтанан тикшерә. Тимәк, бер үк материал уҡыусы тарафынан дүрт тапҡыр ҡабатлана һәм нығытыла.

 Шулай итеп, уҡыусы дәрестә парҙар менән эшләп, пассив уҡыусынан актив эшмәкәргә әүерелә, шул уҡ ваҡытта уҡытыусының да синыф менән аралашыу мөмкинлеге арта.Тик ошо йүнәлештә эшләгәндә генә дә­реслектә бирелгән текстар тәрбиәүи көскә эйә була ала, балаларҙы ижади эшләргә өйрәтеп була. Улар  уҡыусыларҙы яуызлыҡҡа, яман­лыҡҡа ҡаршы көрәшергә, шул уҡ- ваҡытта донъя матурлығын аңларға өйрәтеү, ғөмү­мән, ыңғай сифаттар тәрбиәләү өсөн яр­ҙам итәләр.

Юғарыла күреүебеҙсә, уҡытыу процесы белем биреү, шәхес тәрбиәләү, үҙаллы бе­лем алыуға өйрәтеүҙең ҡаҡшамаҫ берҙәм­леген тәшкил итә. Йәғни уҡыусы уҡырға, укытыусы белем биреү менән етәкселек итергә, уҡыусыны үҙаллы белем алырға өйрәтергә һәм шәхес итеп тәрбиәләргә тейеш.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz