Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 19.04.2024, 17:55

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Ҡарас сәсән

Ҡарас сәсән — Мөхәммәтша Буранғолов яҙып алған риүә­йәттәргә ҡарағанда, XVIII быуаттың урталарында йәшәгән сәсән һәм батыр. Хәҙерге Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған, сығышы менән Тиләү ырыуынан.

Халыҡ телендә Ҡарастың сәсәнлегенә һәм батырлығына бәйле шундай легенда йәшәй: берҙән-бер көн йөҙләгән ҡаҙаҡ барымтасылары быларҙың йәйләүен баҫып, малдарын ҡыуып алып китә. Утыҙлап һыбай менән Ҡарас хан барымтасы­ларҙы ҡыуа сыға. Ҡыуып килгәнде күреп, ҡаҙаҡтарҙың өсәүһе айырылып артта ҡала, ҡалғандары мал менән китә. Ҡыуып барып, тауыш етерлек ергә еткәс, Ҡарас батыр ҡаҙаҡ батыры Аҡшаға үҙен танытып өндәшә, йылҡыларҙы ташлап китергә ҡуша.

Шунан Ҡарас батыр менән Аҡша батыр уҡ атышырға булалар, һәм икеһе ике арҡаға менеп баҫа.

Ҡарас, үҙенең мәргәнлеген белдерер өсөн, тәү бантта Аҡшаның уҡ һауытын ҡыйрата ата, ә уның үҙенә атҡан уғын һауала саҡта тотоп ала ла ҡалъянына һала. Һуңынан шул уҡ менән Аҡшаны атып йыға. Малдарын һалдырып алғас, Аҡша батырҙы ерләп, ҡайтып китә.

Риүәйәт был ваҡиғаны 1750 йылдарға ҡайтарып ҡалдыра.

Шул уҡ Мөхәммәтша Буранғолов яҙып алған һәм "Баш­ҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар" (1980) кита­бында баҫылған икенсе бер легендаға ҡарағанда, Ҡараһаҡал яуына (1735—1740) күтәрелеү мәсьәләһе килеп тыуғас, Ҡарас сәсән старшиналарға һәм аҡһаҡалдарға кинәйә тел менән ҡабаланмаҫҡа кәңәш биргән.

"Талы күп тә ул Уралдың. Тик ҡырҡа башлаһаң, ҡан тама. Унан һуң мәмерйәләр эсенә бүреләр инеп көсөкләгән, ат­тарҙың ҡолағына ин һалғандар, боттарына тамға баҫҡандар. Төндә өрөр эттәр үлтерелгән, э ямау һалыр кейем бар микән?.. Ағас башына ҡор ҙа ҡунмаған. Ә һуң рус батшаһы һаҡаллы микән?" тигән, ти. Йыйылған халыҡтың күбеһе быны аңла­маған, "Ҡарас аҡылдан шашҡан", "Ҡарас беҙҙе мыҫҡыл итә", — тип тауыш күтәргән. Шул саҡ аранан берәү Ҡарас сәсәндең әйткәнен аңлатып биргән: "Юҡ, уҙамандар, — тигән ул. — Ҡарас дөрөҫ һөйләне. Һеҙ үҙегеҙ ҡыйыш аңланығыҙ. Талды ҡырҡһаң, ҡан тама тигәне — Урал урмандары яуҙарҙа аҡҡан халыҡ ҡаны менән һуғарылған тигән һүҙ була. Ат­тарҙың ҡолағына ин, боттарына тамға һалынған тигәне — яуҙан һуң ҡасып йөрөүселәр илгә ҡайтып етмәгән була. Төндә өрөр эттәрҙе үлтергәндәр тигәне — үткән яуҙа ҡатнашҡан­дарҙы язалап бөткәндәр була. Ә ямау һалыр кейем бармы тигәне — килгән ҡунаҡ (Ҡараһаҡал) сит кеше, беҙҙең илгә ямаулыҡтай ғына буласаҡ тигән һүҙ була. Батшаның һаҡа­лын һорауы — илар бала атаһының һаҡалы менән уйнай тигәнде аңлата".

Уҙамандар Ҡарастың һүҙ йомоп һөйләй алыуына һоҡла­нып ҡалғандар, ти.

Ошо легендаға аңлатма биреп, Мөхәммәтша Буранғолов былай тип яҙа:

"Ҡарас үҙенең ҡыҫҡа һүҙе, сәсәнлеге менән халыҡ өҫтөнә нимә киләсәген һәм булып үткәндәге кеүек ойошмаған, бер маҡсатҡа ҡоролмаған, етәксеһеҙ ҡуҙғалыштарҙан халыҡтың нимә күрәсәген аңлатҡан" (ҒА, Ф. З, оп. 12 (1—107-се биттәр).

Мөхәммәтша Буранғолов яҙып алған легендаларға ҡарағанда, Ҡарас сәсәндең нәҫел ебе Ҡобағош сәсәнгә барып тоташа.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz