|
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһындағы йырҙар
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһындағы йырҙар —
патриархаль ырыу йолалары хөкөм һөргән замандарҙа тыуған мөхәббәт лирикаһының
ғибрәтле бер үрнәге. Сығарылыу ерлеге йәһәтенән был йырҙарҙы ике ҙур төркөмгә
бүлергә мөмкин. Уларҙың ҙур бер төркөмөн боронғо йолалар буйынса һөйгәненән
айырып көслөк менән малға һатып ебәрелгән ҡыҙҙарҙың әсе яҙмышы хаҡындағы
йырҙар тәшкил итә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер ниндәй хоҡуғы булмаған, күп ҡатын алыу, ҡалым
түләү тәртиптәре хөкөм һөргән замандағы ырыу йолалары егет менән ҡыҙҙың
ниәтенә кәртә була, уларҙың хыялдарын селпәрәмә килтерә. "Таштуғай",
"Зөлхизә", "Мәҙинәкәй" йырҙарында малға һатылған
ҡатын-ҡыҙҙарҙың фажиғәле яҙмышы үҙенең бөтә тулылығында сағылып ҡалған.
Малға һатылыу — башҡорт халыҡ йырҙарында бик
киң таралған мотив. Мал образы ҡыҙҙарҙың аяныс яҙмышын тулыраҡ аңларға ярҙам
итеүсе ҡөҙрәтле бер көс булып һынлана.
Ҡатын-ҡыҙҙар хаҡындағы йырҙарҙа ҡыҙҙарҙы кәрткә уйнап
оттороу мотивы ла йыш ҡына осрай. Шуныһы күҙгә ташлана: бындай йырҙарҙың төп
"геройы" булып, ғәҙәттә, муллалар сығыш яһай. "Мостафа мулла"
(икенсе исеме "Зөлхәбирә"), "Хамсадиҡ мулла" исемле йырҙар
бына шундайҙар. Һәр ике осраҡта ла ҡыҙҙар аталары тарафынан рус кешеһенә кәрткә
уйнап отторола.
Ҡатын-ҡыҙҙар тураһындағы йырҙарҙың икенсе бер төркөмө
шәхси фажиғә ерлегендә тыуған. "Ашҡаҙар", "Ғилмияза", "Ынйыҡай
менән Юлдыҡай", "Кәмәлекәй" кеүек йырҙарҙың нигеҙендә көнкүреш
фажиғәһе ята.
|
Статистика |
---|
Онлайн бөтәһе: 1 Ҡунаҡтар: 1 Сайтты эшләүсе 0 |
|