Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шәмбе, 27.04.2024, 04:17

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Баязит Бикбай

Баязит Ғаяз улы Бикбаев (Баязит Бикбай) 1909 йылдың 19 ғинуарында Башҡортостандың Күмертау районы Ҡалта ауы­лыңда тыуған. Уның атаһы күп йылдар ауылда уҡытыусы була. Баязит Бикбай тыуған ауылында ике йыл  уҡығандан һуң Ташлы профессиональ-техник мәктәбенә уҡырға инә. 1923 йылда Ырымбур­ҙағы Башҡорт педагогия техникумына урынлашып, бында 1928 йыл­ға тиклем уҡый, ә унан һуң Өфөләге педтехникумға күсә һәм уны 1929 йылда тамамлап сыға.

Бынан һуң ул төрлө газета һәм журнал редакцияларында эш­ләй. 1930—1931 йылдарҙа (Р. Ниғмәти, Б. Дим менән бергә) Туй­мазы районының «Ленин юлы» газетаһының яуаплы секретары, 1931 —1935 йылдарҙа «Башҡортостан» газетаһында бүлек мөдире, «Октябрь» журналының яуаплы секретары, Башҡорт академия драма театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаларын үтәй.

Баязит Бикбай бик йәшләй художестволы әҫәрҙәр менән мауы­ға, 9—10 йәштәрендә ул Ғ. Туҡайҙың байтаҡ шиғырҙарын яттан белә, башҡорт, татар халыҡ ижадын яратып уҡый. 1927 йылдарҙа өлкә газета һәм журналдарҙа шиғырҙары күренә башлай. Тәүге китабы 1932 йылда баҫыла.

Баязит Бикбай башҡорт әҙәбиәтенә индустриялаштырыу һәм ауыл хужалығын коллективлаштырыу йылдарында килә. Шиғыр һәм поэмаларында шул осорҙоң һулышы һиҙелеп тора. Ижадының үҫә һәм камиллаша барыуы 1929—1930 йылдарҙа яҙылған «Үтеп барған көндәр» поэмаһында асыҡ сағыла.

Баязит Бикбайҙың утыҙынсы йылдарҙағы уңышын «Ер» поэма­һы билдәләй. Улай ғына ла түгел, был әҫәр бөтә башҡорт әҙәбиә­тенең ҙур ҡаҙанышы булды. «Поэма халыҡтың Октябрь революция­һына тиклемге ауыр тормошон һүрәтләүҙе «Башҡортостан тәне ҡара янған меңәрләгән ҡамсы эҙенән» тигән образлы юлдар менән башлап, һәм әҫәр Совет Конституцияһын ҡабул итеү, бәхетле тор­мошҡа дан йырлау менән тамамлана. Әҫәрҙә халыҡтың героик тормошон  күрһәтеүҙә  шағир башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен уңышлы файҙалана. Уның һәр шиғыры, ул лирик пландамы йәки эпик характерҙамы, ғәҙәттә, сюжетҡа ҡоролған була. Тыныслыҡ, демократия һом социализм өсөн көрәш темаһы — Б. Бикбайҙың утыҙынсы йылдар поэзияһында ҙур урын ала.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Б. Бикбай поэзияһы тағы ла үҫә һәм активлаша. Ул был осорҙа Яҙыусылар союзында етәкселек итеү менән бергә поэзия, проза, драматургия  жанрҙарында байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә. Уның әҫәрҙәрендә патриотизм, Ватанды һаҡлау, тылдағы героик хеҙмәткә дан йырлау, дошманға нәфрәт темалары өҫтөнлөк итте. Оптимизм, социалистик гуманизм, Коммунистар пар­тияһына ҙур ышаныс, илде һөйөү һәм еңеүгә ныҡлы ышаныс, ха­лыҡтар дуҫлығы, интернационализм кеүек совет кешеләренә хас уй-тойғоларҙы шағир уңышлы сағылдыра. «Утлы юлдар», «Беҙҙең ҡала», «Ҡулъяулыҡ» йыйынтыҡтарына ингән күпселек шиғырҙа­рында совет халҡының бына шундай изге уй-тойғоларын, гүзәл характерҙарын һүрәтләне, уларҙың батырлығына, ҡыйыулығына дан йырланы.

Был йәһәттән яҙыусының реаль тормош факттарын сағылдыр­ған «Самолет алған Хәбирьян» тигән очергы айырыуса әһәмиәтле. Ошо осорҙа яҙылған «Ватан саҡыра», «Бер ата балалары» кеүек пьесаларында ла Б. Бикбай совет кешеләрен патриотизм рухта тәр­биәләү маҡсаты менән эш итте.

1937 йылдан алып Баязит Бикбай драматургия жанрында ак­тив эшләне. 1938 йылда Башҡорт академия драма театрында уның «Ҡарлуғас» музыкаль драмаһы ҡуйыла. Яҙыусы беҙҙең әҙәбиәте­беҙгә легендар Салауаттың художестволы образын тыуҙырыуға ҙур көс һалды. Ул 1938—1939 йылдарҙа шағир Ғ. Сәләм менән бергәләп «Салауат» драмаһын яҙҙы. 1951—1952 йылдарҙа халыҡ тарафынан йылы ҡаршыланған героик драматик поэмаһын ижад итте. Ошо драматик поэма нигеҙендә яҙылған либреттоһына башҡорт компо­зиторы 3. Исмәғилен музыка яҙҙы. «Салауат Юлаев» операһы та­машасыларҙың яратҡан әҫәренә әүерелде. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының милли репертуарын байыҡтырыуҙа ла Б. Бикбайҙың хеҙмәте ифрат ҙур. Ул «Азат» операһы (Р. Мортазин музы­каһы). «Ҡоҙаса» тигән музыкаль комедия һәм «Шәүрә» тигән трагедиялар либреттоһын (3. Исмәғилен музыкаһы) яҙҙы.

Яҙыусының «Ҡаһым түрә», «Ватан саҡыра», «Бер туғандар», «Аҡҡош йыры» драмалары башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш булды.

Баязит Бикбайҙың «Ҡояшлы көн» повесы нигеҙендә яҙылған «Аҡселән ташҡанда» романы, «Аҡсәскә», «Тере шишмәләр» тигән повесы һәм башҡа әҫәрҙәре китап уҡыусылар араһында популяр булды. Уның поэзияһы, драматургияһы кеүек үк, прозаһы ла үҙенең бай һәм образлы теле менән уҡыусының иғтибарын тарта.

Б. Бикбай М. Бубенновтың «Аҡ ҡайын», М. Горькийҙың «Минең университеттарым», И. Тургеневтың «Тыуыр көн алдынан» әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итте. Әҙәбиәт өлкәһендәге ошо хеҙмәттәре өсөн ул «Почет Билдәһе», «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордендары ме­нән наградланды һәм уға Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән почетлы исем бирелде.

1970 йылда, үҙе үлгәндән һуң, уға Салауат Юлаев исемендәге премия бирелде.

1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

 

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz