Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 29.03.2024, 04:12

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1213

Байыҡ Айҙар сәсән

Байыҡ Айҙар сәсән (Аблаев) Златоуст өйәҙе Мырҙалар волосы Монай (Арҡауыл) ауылында (хәҙерге Салауат районы) 1734 йылда тыуған, һуңынан Мәхмүт ауылына күсеп йәшә­гән. 1815 йылда вафат булған. 1812 йылғы Ватан һуғышы батыры Әхмәт Байыҡ (ул 1784 йылда тыуған, уның хаҡында ошо уҡ исемле йыр һаҡланып ҡалған)  — Байыҡ сәсәндең-улы.

Байыҡ сәсән Аблаев — XVIIIXIX быуаттарҙа Башҡорто­стан тарихында тәрән эҙ ҡалдырып үткән күп кенә оло ваҡиғаларҙың тере шаһиты. Фольклор материалдарына ҡарағанда, ул 1755 йылғы Батырша ихтилалында ҡатнаш­ҡан кеше, уның атаһы Байназар тархан заманында Салауат батырҙың атаһы Юлай старшина Аҙналин менән яҡындан аралашып йәшәгән. Байыҡ сәсән үҙе лә Юлай старшина менән күп кенә яуҙарҙа булған. Шул уҡ фольклор материал­дарына ҡарағанда, Байыҡ сәсән атаһы менән дә йыш ҡына уртаҡ тел таба алмаған, күп ғүмерен ситтә үткәргән.

Ҡаҙаҡтар араһына ул, асылда, XVIII быуаттағы башҡорт ихтилалдары еңелгәндән һуң, эҙәрләүҙәр осоронда барып сыҡҡан. Ләкин тура һүҙле сәсән был яҡтарҙа ла тыныслыҡ тапмаған. Шулай бер ваҡыт ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәндә ул Абылай солтанға һүҙ тигеҙгән, ти. Өҫтәүенә, Байыҡ сәсән башында, хандар тажына оҡшатып, сәс толомо, йәки айҙар, йөрөтөр булған, сәсәндең Айҙар ҡушаматы ла шу­нан тороп ҡалған. Байыҡ сәсән ошо ваҡиғанан һуң киренән Уралға ҡасып ҡотолған.

Байыҡ — аҡһаҡалдар менән кәңәшләшеп, "Салауат тигән исемен ишетеп беләм ҡолаҡтан" тип уның менән бергә яуға киткән сәсән ул.

Атҡа менеп сабырҙай,
 Юлдаш эҙләп юлыма,
Ҡаяла башаҡ ҡайраған
Ҡорҙаш эҙләп ҡонома,
Ҡаңғырып йөрөгән ҡартыңмын.
Айҙар тигән атым бар,    

Ҡулымдан ҡорал алмаҫҡа           

Илгә биргән антым бар.                         

Күтәрелеш еңелеп, Юлай менән Салауат тотҡонлоҡҡа эләккәс, Байыҡ Айҙар сәсән тағы ла ғәйеп булған.

1812 йылғы француз яуы башланғас, аҡ һаҡалы биленән ашҡан Байыҡ Айҙар сәсән көтмәгәндә батырҙарҙы яуға оҙатҡан йыйынға килгән һәм илһамлы ҡобайырын әйткән:

 Мәскәүҙә ҡупҡан шау, тиҙәр,

Килеп баҫҡан яу, тиҙәр,

Француз булһын, кем булһын,

Ситтән килгән ят булыр.
Унан илгә ҡот булмаҫ.        
Баҫҡан ере ут булыр,
Үҙе Сыңғыҙҙан эт булыр.

Халыҡ Байыҡ сәсәнде танып, шунда уҡ умарта ҡортондай гөжләшеп яуға күтәрелгән, ти. Байыҡтың улы Әхмәт тә атаһы ҡулынан ҡылыс алып яуға киткән.

Легендаларға ҡарағанда, Байыҡ сәсән йөҙ ҙә ике йәшендә француз яуынан ҡайтҡан батырҙарҙы "Байыҡ", "Әхмәт Байыҡ" йырҙарын уйнап ҡаршы алған, ти.

Байыҡ Айҙар сәсәндең һуңғы йылдарҙа баҫылып сыҡҡан киң билдәле ҡобайырҙары: "Байыҡ сәсәндең Салауат батыр­ға әйткәне", "Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне", "Байыҡ сәсәндең батырҙарҙы француз яуына оҙатҡаны", "Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килеп сыҡҡаны, ха­лыҡҡа туғанлыҡты аңлатҡаны" һ. б.


Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz