Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Кесаҙна, 28.03.2024, 14:35

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1213

Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға белем биреү

   Беҙ йәшәгән дәүер, мәғарифты модернизациялау ни тиклем генә ҡатмарлы һәм ҡыйын булмаһын, башҡорт теле уҡытыусыһы өсөн түбәндәге мәсьәләләр һаман да актуаль булып ҡала килә: балалар башҡорт телен яратып өйрәнһендәр өсөн нимә эшләргә? Балаларҙың дәрестәрҙә танып белеү эшмәкәрлеген нисек ойошторорға? Үҙ аллы белем алыуҙа уҡыусыларға нисек ярҙам итергә? «Нисек» тигән һорауҙы артабан да дауам итергә мөмкин. Әммә был һорауҙарға яуап табыуы шаҡтай ҡыйын, уларға аныҡ репепт та биреп булмай.
   Дөрөҫ, уҡытыуҙа яңы программалар, дәреслектәр һәм вариатив ҡулланмалар сығып тора. Улар дәрестәрҙә ҡулланыла һәм ваҡыт үтеү менән үҙгәрә бара. Әммә уҡытыу процесы дауам итә. Йыл һайын мәктәпкә яңы, йәш уҡытыусылар килә, улар менән бергә яңы идеялар, уҡыусыларҙы үҙаллы белем алырға, белемдәрҙе дөйөмләштерергә өйрәтеүсе яңы алымдар өҫтәлә.
   Мәктәптә башҡорт теленең үҙенсәлектәрен өйрәнгәндә уҡыусының дәреслектәге ҡағиҙәләрҙе ятлап, дөрөҫ итеп һөйләп биреүе, текстан теге йәки был грамматик төшөнсәләрҙе табыуы, уны төркөмләүе кеүек эштәр башҡарыуы телде өйрәнеүгә бөгөнгө көн ҡуйған талаптарҙы ҡәнәғәтләндерә алмай, сөнки хәтерҙә ҡалдырыу һәм әйтеп биреү — ул белем алыуҙың тәүге баҫҡысы ғына әле. Алған белемде артабан телмәр ситуацияһына ярашлы итеп ҡулланырға өйрәтеү, уҡыусы¬ның үҙаллылығын һәм ижади фекерләүен активлаштырыу, телмәр культураһын үҫтереү — тел уҡытыуҙа ҡуйылған төп маҡсат. Был бурысты тормошҡа ашырыуҙа, әлбиттә, уҡытыусының гражданлыҡ сифаты, дөйөм культураһы һәм белем кимәле, үҙ аллы ижади эшләү һәләте, тапшырылған эшкә ҡарата булған мөнәсәбәте бик мөһим роль уйнай.
   Әйткәнебеҙсә, башҡорт теле дәрестәренең төп маҡсаты — йәш быуынға тел законлылыҡтары тураһында белем биреү, уларҙы практикала дөрөҫҡуллана белергә өйрәтеү һәм ысынбарлыҡты танып белеүҙә фәнни ҡараштан сығып эш итеүсе шәхес тәрбиәләү. Бының педагогик һәм социаль-сәйәси әһәмиәте ҙур.
   Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн башҡорт теле дәрестәренең дә белем һәм тәрбиә биреүҙәге әһәмиәтен күтәреү кәрәклеге асыҡлана. Ул, грамматиканы өйрәнгәндә лә, ҡоро ҡағиҙә ятлауҙан арындырылып, тел ҡанундарын, уның системаһын аңлы, актив үҙләштереү дәресенә әйләнергә тейеш. Башҡорт теле уҡытыусыһы ла дәрестең сифатын күтәреүгә, баланың танып белеү эшмәкәрлеген активлаштырыуға булышлыҡ итерҙәй ысулдар, саралар, эш төрҙәре эҙләргә бурыслы.
   Башҡорт теле уҡытыусыһының маҡсаты — уҡыусыларҙа белем алыуға ынтылыш һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу. Был алым барлыҡ уҡыусыларҙың да танып белеү ихтыяжын көсәйтә, дәрестә уларҙың актив эшмәкәрлегенә алып килә.
  Белем алыуға ынтылыш тыуҙырыу өсөн, уҡытыусыға уҡыусыларҙың логик фекерләүен, эҙләнеү һәләтен үҫтереү буйынса системалы эш төрҙәрен файҙаланырға кәрәк була. Бында күргәҙмәлелектең, техник сараларҙың әһәмиәте ҙур. Класс алдында эстетик зауыҡ менән эшләнгән таблицалар, схемалар, картиналар элеү, техник саралар ҡулланыу, уҡытыусының телмәре (хатта һөйләү тоны ла), тәрбиәүи әһәмиәтле текстарҙы файҙаланыу дәрескә ҡарата уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Проблемалы ситуация тыуҙырыу, күҙәтеү, сағыштырыу, анализ, синтез алымдарын, телгә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы материалдар, өйрәнеләсәк грамматик төшөнсәләргә ярашлы мәҡәл, әйтемдәр ҡулланыу; алынған белемде системалаштырыу, нығытыу һәм тикшереү өсөн өҫтәлмә дидактик материал, индивидуаль карточкалар файҙаланыу; грамматик материалдың практик әһәмиәтен — коммуникатив функцияһын аңлатыу шулай уҡ әһәмиәтле. Бала саҡта белем алыуға, ысынбарлыҡты танып белеүгә ынтылыш бик көслө була. Уҡыусыларҙың ошо һыҙаттарын һәм йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уҡытыусы уҡыусыларҙа белемде ижади үҙләштереү һәм ҡулланыу, үҙ аллы тулыландырыу теләге тәрбиәләүгә лә һәр ваҡыт иғтибар итергә тейеш. Икенсе төрлө әйткәндә, баланың мәктәп йылдарындағы активлығын, ижади эшләү һәләтен белем алыу ихтыяжына буйһондорорға кәрәк. Алдына ҡуйылған проблеманы хәл итергә ынтылған уҡыусы уйлана, фекер йөрөтә, эҙләнә, сағыштыра, тикшерә һәм тейешле һығымталар яһай. Ә актив ижади танып белеүгә ынтылыш, профессор М. Н. Скаткин билдәләүенсә, уҡыусыла белемде практикала ижади ҡулланырға өйрәнеү ихтыяжын тыуҙыра. Миҫал өсөн ҡылымдарҙы өйрәнеүгә ҡуйылған талаптарға туҡталайыҡ. Уҡыусы ҡылымдар, уларҙың һөйкәлеше, зат, һан һәм заман категорияларының, ҡылым төркөмсәләренең мәғәнә нескәлектәрен үҙләштереү өсөн тел факттарын сағыштырыусы анализ-синтез операцияларын башҡара. Был операциялар уҡыусының фекерләү эшмәкәрлеген үҫтереүгә, ҡылымдың лексик-семантик, морфологик һәм синтаксик үҙенсәлектәрен аңлы үҙләштереүгә, уларҙы танып белеүгә һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыуға булышлыҡ итә. Дәрес уҡыусының шәхес булараҡ та үҫешен тәьмин итерлек итеп ойошторолорға, йәғни туған тел саралары менән уҡыусыларҙың аң-белем кимәлен, анализлау, тикшереү, фекер йөрөтөү, күҙәтеү, хәтерләү һәләттәрен, телмәр оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш. Мәктәптә интеллектуаль кимәле юғары, актив тормош позицияһы булған, үҙ фекерен аныҡ, тулы һөйләп һәм яҙып аңлатырлыҡ шәхес тәрбиәләнеүен күҙ уңында тотҡанда, уҡыусыларҙы сәнғәтте, атап әйткәндә, һынлы сәнғәтте аңлаусы шәхес итеп формалаштырыу кәрәклеге лә асыҡлана. Бының өсөн дәрестә уҡытыусыға рәссамдарҙың әҫәрҙәрен файҙаланырға һәм уҡыусыларҙа уларҙы уҡый белеү күнекмәләрен тәрбиәләргә кәрәк була. Картиналар буйынса ижади эштәр эшләү, телдән хикәйәләр төҙөтөү балаларҙың аң кимәлен, донъяға ҡарашын үҫтереүгә генә түгел, интеллектуаль йөҙөн формалаштырыуға ла этәргес була. Һүҙ сәнғәтен аңлауға алып килеүсе эш алымдарын файҙаланыу ҙа әһәмиәтле. Шул юл менән уҡыусылар яҙыусыларҙың, рәссамдар буяу менән һүрәт төшөргән шикелле, һүҙ ярҙамында үҙ әҫәрҙәрен ижад итеүен аңларға өйрәнә, шунлыҡтан тел факттарын төшөндөрөү өсөн файҙаланылған материал йөкмәткеһе һәм сифаты яғынан юғары художестволы булырға тейеш. Ошондай текстар ярҙамында аңлатылған материал хәтерҙә яҡшыраҡ һаҡлана, уҡыусы өсөн йоғонтолораҡ була. Тимәк, интеллектуаль яҡтан үҫешкән шәхес өсөн хас булған эҙмә-эҙлекле логик фекер йөрөтөү, сағыштырыу, дөйөмләштереү, анализ, синтез һәм һығымта яһай алыу кеүек һыҙаттарҙы тел саралары менән дә тәрбиәләргә мөмкин. Бында тағы ла шуны иҫтә тоторға кәрәк: уҡыусыларҙы халҡыбыҙҙың тарихи тәжрибәһе өлгөһөндә тәрбиәләү, уларға әхлаҡи, интернациональ, экологик һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреү донъяны танып белеүҙә фәнни ҡараш формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай. Шуға күрә тел факттарын тәрбиәүи әһәмиәтле һәм белем биреүсе текстарға нигеҙләнеп аңлатыу файҙалы һәм отошло. Йомғаҡлап, шуны әйтергә мөмкин: ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыусы һәм белемде ижади үҙләштереүҙе тәьмин итеүсе методтар ҡулланыу юғары әхлаҡлы шәхесте тәрбиәләү эше менән бергә үрелеп башҡарылғанда ғына башҡорт теле дәресе мәктәп алдына ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға һәм уҡытыу-тәрбиә эшен бөгөнгө көн талаптарына яуап бирерлек итеп ойоштороуға булышлыҡ итә.
  Уҡытыусылар йыш ҡына тел — ул грамматик ҡағиҙәләр йыйылмаһы ғына түгел тигән аксиоманы телмәрҙә ҡуллана, һәр беребеҙ уның шулай икәнлеген белә, ләкин белә тороп та күп осраҡта дәрестә уҡыусыларға тик грамматик категорияларҙы өйрәтеү менән генә мәшғүл була, сөнки ғәмәлдәге программалар, дәреслектәр шуға йүнәлтә. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусылар телдең йәмғиәттә тотҡан урынын күрергә өйрәнә. Башҡорт теле уҡытыусыһынан балаларҙың телде, уның мөмкинлектәрен төплө үҙләштереүен тәьмин итеү, алынған белемде тормошта файҙалана белеү күнекмәләрен нығытыу, ижади фекерләү һәләтен үҫтереү эшен эҙмә-эҙлекле алып барыу талап ителә, сөнки уҡыусылар, мәктәпте тамамлағанда, үҙ фекерен телмәр йөкмәткеһенә, аралашыу шарттарына һәм телмәр ситуацияһына ярашлы аныҡ, йыйнаҡ, тулы итеп яҙа һәм һөйләй, йәғни бәйләнешле телмәр төҙөй белергә тейеш. Башҡорт телен уҡытыу процесында уҡытыусылар йыш ҡына башҡорт телендә дөрөҫ яҙырға өйрәтеүҙе, грамматик категорияларҙы иҫтә ҡалдыртыуҙы төп маҡсат итеп ала һәм белем биреү менән бергә уҡыусыларҙың бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү кәрәклеген, милли менталитетты тәрбиәләү өсөн дәрестә башҡортлоҡ рухы тәрбиәләү ситуацияларын (мәҙәни, әҙәби, көнкүреш һ. б.), башҡорт теленең экспрессив потенциаль сараларын ҡулланыуҙың мөһимлеген күҙ уңынан сығара. Уҡыусыларға белем биреү һәм уларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү эшенең йөкмәткеһен билдәләгәндә әлеге элементтар бер-береһенә яҡыная, үҙ-ара киҫешә, мөнәсәбәткә инә, сөнки балалар был осраҡта ижади эшләргә өйрәнә; бының өсөн улар текст, уның структур элементтарын, текстағы һөйләмдәрҙең үҙ-ара бәйләнеү юлдарын, сараларын белергә, текстың жанр үҙенсәлектәрен күҙалларға тейеш була.
   Икенсе төрлө әйткәндә, телмәрен дөрөҫ ойоштора алһын өсөн уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеге теорияһы нигеҙҙәрен дә белеүе талап ителә. Телмәрҙең темаһын, уның төп фекерен асып биреү өсөн улар материалды туплау, эшкәртеү, системалаштырыу кеүек эшмәкәрлектең мөһимлеген аңларға, шулай уҡҡараламала яҙылған тексты редакторлай белеү һәләтенә лә эйә булырға кәрәклекте оноторға тейеш түгел. Уҡыусыларҙың был өлкәләге белемдәре, әлбиттә, практик телмәр эшмәкәрлегенә туранан-тура мөнәсәбәтле була. Телмәр үҫтереүҙе уҡыусыларҙың һүҙ байлығын киңәйтеүе, туған телдең лексик, һүҙьяһалыш, орфоэпик, грамматик һәм стилистик нормалар системаһын белеүе тигән төшөнсәләр, йәғни балаларҙың үҙ фекерен телдән һәм яҙма формала дөрөҫ ойоштора белеү күнекмәләре менән бәйләйбеҙ .
  Һүҙҙе йомғаҡлап, шуны әйтергә мөмкин: уҡытыу процесында тел дәрестәренең әһәмиәте ифрат ҙур. Бында уҡытыусының принциплы, эрудициялы булыуы мөһим, шуға күрә грамматик категорияларҙы анализлағанда балаларға ысынбарлыҡты фәнни ҡабул итеүгә йүнәлтелгән эш төрҙәре тәҡдим итеү телдең нигеҙен, уның йәмғиәттәге ролен, өҙлөкһөҙ үҫештә булыуын һәм камиллашыуының сәбәптәрен тулыраҡ һәм төплөрәк аңларға ярҙам итә.
Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz