Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 29.03.2024, 11:25

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1213

Башҡортостаным - илем

Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына,
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына... ...
Картаға ҡарап, еремде:
-Бер япраҡ саҡлы,-тинем,
Мин хайранмын киңлегеңә,
Башҡортостаным-илем!
     Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм. Сөнки йыл һайын Башҡортастанды гиҙеүсе бер сәйәхәтсе, уның бөтә матурлығын күреп, хайран ҡалыусы бәхетле ҡыҙ мин. Үҙем тулы, тәрән һыулы Ағиҙел һәм Кама йылғалары ҡуйынында урынлашҡан, үҙе матур, халҡы алтын Ағиҙел ҡалаһында тыуғанмын. Йыл һайын, йәйге ял ваҡытында, беҙ ғаиләбеҙ менән олатайыма ҡунаҡҡа барабыҙ. Юлда мин ниндәй генә мөғжизәләр күрмәйем. Йырҙарҙа йырланған, легендаларҙа һөйләнгән, бормаланып аҡҡан Ағиҙел йылғаһын ғына ла өс тапҡыр кисәбеҙ. Белорет районында уның бащы ғына. Шуға күрә һыуы ла тәрән түгел, төбөндә таштары күренеп ята. Ә инде Өфө, Дүртөйлө ҡалалары янында Ағиҙел йылғаһында пароходтар йөҙә. Яйыҡ, Һаҡмар йылғалары ярында баҫып торғанда, бөйөк халҡымдың азатлыҡ өсөн барған көрәштәре күҙ алдыма килде. Сылтырап аҡҡан Инйәр йылғаһының көмөш һыуын эстем. Данлы Урал тауҙары аша артылғанда,түбәләре болоттарға олғашҡан тауҙарҙы гиҙҙем. Ә ундағы урмандар... Әйтерһең, бөтә донъяға ҡалын йәшел келәм йәйелгән. Тирә яҡтағы ҡаяларға ҡарап, тәбиғәттең мөғжизәһенә һоҡланаһың. „Нисек тәбиғәттә бөтә нәмә шундай гүзәл, шундай урынлы икән?”- тип ғәжәпләнәһең. Урман ситендә генә үҫкән ер еләге: „ Мине ауыҙ итсе, арығаның баҫылыр, тәнеңә шифа булыр”, - тип әйткән төҫлө. Ял иткәндә, беҙ тәмле-тәмле еләк - емештәр ауыҙ итеп, хәтфә кеүек үләндә тәгәрәйбеҙ, тау йылғаларының һыуы менән бит-ҡулыбыҙҙы сафландырабыҙ. Шулай ҙа мин ялтырап ятҡан Яҡтыкүлдә һыу төшөргә лә өлгөрәм, үтә күренмәле һыулы Талҡаҫ күлендә балыҡтар менән ҡыуышам. Ирәндек тауҙарында урынлашҡан Ғәҙелша шарлауығына - тәбиғәттең тағы бер мөғжизәһенә таң ҡалам. Әгәр ҙә бер үк ваҡытта Европа менән Азияла булаһың килһә, оҙаҡ уйлап тораһы юҡ: Белорет ҡалаһынан Учалыға ғына юллан. Яйыҡ йылғаһының күперен генә сығаһың - һин йә Европаға, йә Азияға - аяҡ баҫаһың. Беҙҙең Башҡортостандың бөтә матурлығын, байлығын яҙыр өсөн, минеңсә, һүҙҙәр ҙә етмәҫ. Минең төйәгем халҡы менән дә матур. Кешеләр тырышып эшләйҙәр, донъяла матур, файҙалы итеп йәшәргә тырышалар. Беҙ йөрөгән юлдар, күперҙәр, юлда осраған матур-матур йорттар, игендәре шаулап үҫкән баҫыуҙар, көтөү-көтөү малдар Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың уңғанлығы тураһында һөйләй. Мин гүзәл тәбиғәтле, бай һәм данлыҡлы Башҡортостанда йәшәүем менән ғорурланам. Яҡшы уҡып, тыуған төйәгемә файҙалы хеҙмәт кешеһе булып үҫергә тырышасаҡмын. Беҙ, киләсәк быуын, Башҡортостанды тағы ла матурыраҡ, байыраҡ итергә бөтә көсөбөҙҙө һалырбыҙ.
                                                                                                           Шәрипова Гөлнар
Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz