Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шәмбе, 20.04.2024, 15:38

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Буранбай Ҡотосов

Халыҡта Ялан Йәркәй исеме менән дә билдәле булған Буранбай Ҡотосов - танылған сәсән-шағир ғына түгел, бәлки урындағы түрә-байҙарға ярамһаҡланмаған, батша күрһәтмәләренә ҡаршы булған нитәр эшләгән һәм шуның өсөн Себер ебәреүгә хөкөм ителгән бунтарь тәбиғәтле шәхес тә. Хәлле ғаиләнән сығыуына ҡарамаҫтан, ул халыҡ күңелендә уның мәнфәғәте өсөн көрәшеүсе, шул юлда ғазап сигеүсе ил атаһы булараҡ ҡалған. Йәш сағында Буранбай, үҙенең тырышлығы һәм отҡорлоғо арҡаһында, белем алыуға өлгәшә, русса һәм төркисә уҡый-яҙа белә. 1815 йылда 6-сы кан­тондың 1-се Бөрйән олосонда 5-се йорт старшинаһы итеп (хәҙерге Баймаҡ районы) тәғәйенләнә. Ләкин 1812 йылдан уҡ, ялған яла яғып, эҙәрлекләнә башлаған Б. Ҡотосов 1820 йылда Сенаттың бат­ша раҫлаған указына ярашлы, чинынан мәхрүм ителеп, һөргөнгә ебәрергә хөкөм ителә. Был ваҡытта уға 53 йәш була. Тиҙҙән ул Верхнеуральскиҙа һаҡ аҫтынан ҡасып китә һәм ярты йылға яҡын Башҡортостанда, 9-сы кантонға ҡараған (уның начальнигы әҙәбиәтте яратҡан, китап күсереп яҙыу менән мауыҡҡан Ҡаһарман Буранғол улы Ҡыуатов була) Кинель һәм Үҙән йылғалары буйында, йәше­ренеп йәшәй, һуңынан ике йыл буйына ҡаҙаҡ далаларын ҡыҙырып йөрөй. Кинель, Үҙән яҡтарында уҡ Ялан Йәркәй исеме менән та­нылған сәсән-шағир 1822 йылдың декабрендә, губернаторҙан ярлы­ҡау һорау уйы менән Ырымбурға килешләй танылып, Илек нығытмаһында ҡулға алына һәм Ырымбурға оҙатыла. Уның төрмәлә ултырыуын һәм һаулығы бик ҡаҡшауын белгәс, өлкән улы Зөлҡәрнәй, 1823 йылда хәрби губернатор П. Эссенға, атаһын һаулығы нығынғансы үҙ ҡарамағына тапшырып тороуҙарын үтенеп, ғарызнамә ебәреп ҡарай. Яуап нисек булғандыр, ул хаҡта ла, Буранбайҙың артабанғы яҙмышы тураһында ла теүәл мәғлүмәттәр табылғаны юҡ. Рухи мираҫыбыҙҙы өйрәнеүсе күренекле фольк­лорсы һәм сәсән М. Буранғолов уның 1868 йылда әле иҫән булған­лығын телгә ала. Сәсән-шағирға 1820 йылда 53 йәш булыуҙы иҫәпкә алғанда, ул 1767 йылда тыуған һәм быуаттан ашыу ғүмер кисереп вафат булған, тип фараз итергә мөмкин.



Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz