Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шишәмбе, 19.03.2024, 09:47

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1213

Ф. Рәхимғолова "Еңеү көнө"

Маҡсат;  1. Бөйөк Ватан һуғышы тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү;

Бөйөк Еңеүҙә Башҡортостан кешеләренең өлөшө хаҡында

һөйләшеү.         

2. Ф.Рәхимғолованың  «Еңеү көнө» шиғыры менән танышыу.

3. Ветерандарға ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.

 

Йыһазлау: М.Шайморатов, А.Матросов, М.Ғөбәйҙуллин, М.Гәрәев, башҡорт шағир һәм яҙыусыларының портреттары; Бөйөк Ватан һуғышына арналған һүрәттәр.

 

Дәрес барышы.

 

             1.Ойоштороу моменты

             2. Инеш әңгәмә

              - Уҡыусылар, беҙ ниндәй байрамға әҙерләнәбеҙ?

              - Ә ул ни өсөн шулай атала?

              - Һуғыш ҡасан башлана?

              - Һуғыш кемдәр араһында бара?

              - Һуғыш ҡасан тамамлана?

3. Дәрестең темаһын, маҡсатын әйтеү.

  - Нисек уйлайһығыҙ, бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? 

- Беҙ Советтар Союзының һуғышта тотҡан роле тураһында  беләбеҙ инде, бөгөнгө дәрестә Башҡортостан халҡының роле хаҡында һөйләшәсәкбеҙ.

 4. Әңгәмә.

      Адольф Гитлер етәкселегендә фашистар Германияһы Европа илдәрен еңел генә яулап алғас, Советтар Союзын 2 ай эсендә яуларға, һуңынан Һиндостанды ,  Африка, Австралия илдәрен яулап алғас, Америкаға һөжүм итергә уйлайҙар. Рәсәйҙәге еврей, сыған һәм уларға кәрәкмәгән халыҡты үлтереп, ҡалғандарын икенсе ергә күсереп, бөтә ер шары менән үҙҙәре етәкселек итмәк булғандар.

Ләкин улар бик ныҡ яңылыша? Ни өсөн?

- Һуғыш башланыу менән Башҡортостан халҡы ла ҡулына   ҡорал тотоп Тыуған илде һаҡларға баҫа. Һуғыштың беренсе көнөнән үк меңәрләгән кеше фронтҡа ашыға. Башҡалар менән  бер рәттән яҙыусылар, шағирҙар фронтка китә. Бына ошонда инде әҙәбиәттең көсө күренә.

("Совет Башкортостаны  яҙыусылары" 13- сө бит)

Ә башҡорт әҙәбиәтенең  аҡһаҡалы, Б.В.Һ. ветераны  Мостай Кәрим  «Мин фронтка  китәм,  иптәштәр» шиғырында былай тип яҙа...

                 (Бер уҡыусы шиғырҙы уҡый.)

          Ә башҡорт егеттәре үҙҙәренең атлы ғәскәрҙәрен төҙөнөләр. Кавалерия дивизияһының командиры итеп полковник Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов билдәләнә.

 (Йыр  «Шайморатов генерал») портрет

   - 1 уҡыусы Башҡорт атлылары тураһында сығыш яһай

 55- се бит.( «Батырҙар йыры»  1-се куплет )

 - Эйе, Башҡорт атлылары Липецк өлкәһендә, Сталинградта барған героик һуғыштарҙа, Украина, Белоруссия ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнашалар, алыш майҙандарында сикһеҙ батырлыҡ күрһәтәләр.

                  («Батырҙар йыры»    2-се куплет )

 - Атлылар күрһәткән батырлыҡ өсөн кавалерия дивизияһына  гвардия исеме бирелә. Ул Ленин,Ҡыҙыл байраҡ, Суворов һәм Кутузов ордендары менән наградлана. Украинаның боронғо ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн уға Чернигов тигән почетлы исем бирелә. Еңеү парадында 20 атлы яугир  ҡатнаша.

 «Батырҙар йыры»  (3-сө куплет )

- Уҡыусылар, ә Муса Гәрәев тураһында нимәләр беләһегеҙ?

- Ҡайҙа тыуып - үҫкән?

- Ул кем булып һуғышҡан?

   Китап менән эш.

                   189- сы бит.

Муса Гәрәев Өфөлә Еңеү паркында ерләнгән.

- Башҡалар менән бер рәттән фронтҡа Саҡмағош районы егете (Яңы күл ауылы ) Мәлих Харис та китә.Ул үҙенең шиғырҙары менән халыҡты дошманды еңеү өсөн бөтә көстәрен һалырға өндәй.

  ( «Хат»  шиғырын 1 уҡыусы һөйләй )

 Был шиғырҙы шағир үҙенең алдағы тормошон белеп яҙған                 

- Батырҙарса һәләк булған геройҙарыбыҙ араһында А.Матросов менән М.Ғөбәйҙуллин да бар.

 - Улар тураһында нимәләр беләһегеҙ?

 - А.Матросов - Шакирйән Мөхәмәтйәнов - Учалы районы  Ҡунаҡбай ауылы егете. Миңлеғәм Ғөбәйҙуллин Миәкә районы Өршәкбаш Ҡарамалы   ауылы егете.

                   (Уҡыусылар шиғырҙар һөйләйҙәр )

  - Улар Советтар Союзы Геройҙары.

 - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлығы өсөн  250 - нән ашыу яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды.                        

- Һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәргә күп ауыл, ҡалаларҙа  һәйкәлдәр ҡуйылған.

                                  (Бер уҡыусы шиғыр һөйләй )

  - Тереләр беҙҙең арала, ә үлеләрҙе беҙ оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Һәйкәлдәрҙе беҙ тәрбиәләп тоторға тейешбеҙ...

                           Шиғыр өҫтөндә эш.

  - Һуғыш бөтөүгә 60 йыл үтеп тә китте. Хәҙер ул аяуһыҙ һуғышта  ҡатнашҡан яугирҙар бик аҙ ҡалған. Макар районы Янрус ауылы ҡыҙы Ф. Рәхимғолова һуғыш йылдарында Черниковскиҙа моторҙар эшләү заводына эшкә килә.  «Еңеү көнө» шиғырында былай тип яҙа.

 - уҡытыусы уҡый

 - һүҙлек эше

 - үҙ - аллы уҡыу

 - хор менән уҡыу

 - тасуири уҡыу.

 - Яҙыусы беҙгә нимә тип өндәшә? Ни өсөн?

  Һүҙлек диктанты.

 Еңеү көнө, миҙал, ҡәҙер - хөрмәт, тыныслыҡ, батыр, яугир.

 - Ҡайһы бер һүҙҙәр менән һөйләм төҙөү.

 (Тыныслыҡ тураһында шиғыр һөйләү )

 

 Йомғаҡлау.

Баһалау.

Өйгә эш: шиғырҙы ятларға.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz