Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 26.04.2024, 15:26

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Фонетика

Фонетика — телдең өндәр төҙөлөшө, өндәр составы; тел ғилеменең өндәр составын өйрәнә торған бүлеге. Лингвистик әҙәбиәт шулай аңлата. Методик әҙәбиәттә был төшөнсә икенсе төрлөрәк аңлатыла. «Фонетика — телмәр өндәрен, уларҙың төрлө шарттарҙа нисек үҙгәреүен өйрәнеүсе фән». Методика­ла бына ошо һуңғы аңлатма нығынып ҡалған. Уҡытыу методикаһында өндәрҙең төҙөлөшөн түгел, ә телмәр өндәрен һәм уларҙың үҙгәреү шарттарын асыҡлау мөһим.

Хәреф — телмәр өнөнөң яҙыуҙағы тамғаһы. Телмәр өндә­ренең яҙыуҙағы тамғаларын өйрәнеүсе фәнде графика тип атайҙар. Фонетика орфоэпия һәм орфография менән дә бик тығыҙ бәйләнгән. Әгәр орфоэпия тигән төшөнсә әҙәби телдә дөрөҫ һөйләү ҡағиҙәләрен аңлатһа, орфография үҙ сиратында әҙәби телдә дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үҙ эсенә ала.

Үрҙә һанап кителгән төшөнсәләрҙең аңлатҡан мәғәнәләрен уҡытыусы балаларҙың зиһененә еткерергә тейеш. Телмәр берәмеге булған һүҙ өндәрҙән барлыҡҡа килә. Өнһөҙ һөйләү телмәре юҡ. Өндәрҙең яҙыуҙағы тамғалары — хәрефтәр — булмаһа, яҙыу телмәре лә булмаҫ ине. Тимәк, фонетика — тел­дең өндәр системаһын өйрәнеүсе фән. Башҡорт теленең мәктәп курсында фонетикаға ҙур урын бирелә. Фонетика телдең башҡа кимәлдәрен (мәҫәлән, лексика, морфология, синтак­сис һ. б.) бәйләп тороусы бүлеге иҫәпләнә. Сабый ҡайһы бер һүҙҙәрҙе әйтә башлаһа, баланың теле асылып килә, тиҙәр. Уҡыусыларҙың да «теле асылһын өсөн», уларға фонетиканың төп ҡағиҙәләрен төшөндөрөү мөһим. Өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтеү телмәргә күркәмлек өҫтәй, кешегә аңлайышлы итә. Сөнки аралашыуҙың төп шарты — кешегә аңлайышлы булыу.

Фонетиканы өйрәнеүҙең, уның ҡанунлыҡтарын белеүҙең әһәмиәте түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

— телмәр өндәрен дөрөҫ әйтә белеү — телдең орфоэпик ҡағиҙәләрен төшөнөү тигән һүҙ;

— телмәр өндәрен үҙләштереү баланың орфографик күнек­мәләрен үҫтерә;

— өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтеү телмәрҙең аныҡлығын белдерә. Телмәр аныҡлығы үҙ сиратында — һөйләү һәм яҙыу телмәренең нигеҙ ташы һәм күркәм телмәрҙең төп сығанағы булып тора;

— әҙәби телдең фонетик ҡанунлыҡтарын үҙләштергән бала орфоэпия менән орфография араһындағы айырмалыҡтарҙы үҙ аллы танып белеү һәләтенә эйә була.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz