Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Кесаҙна, 25.04.2024, 08:56

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Инша һәм уның төрҙәре

     Мәктәптә тел уҡытыуҙа яҙма эштәр башҡарыу мөһим урында тора. Инша яҙғанда программа талап иткән текстарҙың үҙләштерелеүе, әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙең һәм ижади эштең үҙенсәлектәре асыҡлана. Был эш төрө уҡыусыларҙың белемен баһалауҙа күпкә уңайлы. Сөнки иншаларҙа уҡыусыларҙың тел байлығы, телмәр үҙенсәлеге һәм үҙ аллы фекерләү һәләте сағылыш таба. Иншаларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙәге әһәмиәте лә ҙур. Ижади иншалар уҡыусыларҙы тормош менән яҡынайта, уға ҡарата тәнҡитле ҡараш тәрбиәләй һәм уйлау һәләтлеген үҫтерә, күргән, белгән ишеткәндәрҙе дөйөмләштереп, билдәле эҙмә-эҙлелектә яҙырға өйрәтә, уҡыусының образлы һәм логик фекерләү ҡеүәһе, ижади әүҙемлеге күтәрелә. Былар барыһы ла ижади шәхес формалаштырыуға булышлыҡ итә. Мәктәптә әҙәби әҫәр буйынса һәм ирекле темаға инша яҙырға өйрәтеү киң таралған. Бөтә төр иншалар өсөн дә дөйөм талаптар ҡуйыла:
1. Инша өсөн тема һайлау, уны анализлау күнекмәләре;
2. Текстың төп фекерен билдәләү;
3. Инша өсөн материал йыйыу күнекмәләре;
4. Йыйылған материалды системалаштырыу күнекмәләре;
5. Яҙманы камиллаштырыу күнекмәләре;
6. Тексты билдәле стилдә төҙөү күнекмәләре;
7. Йөкмәткене тел саралары ярҙамында дөрөҫ, аныҡ, тасуири итеп төҙөү күнекмәләре.
    Инша яҙырға өйрәтеү билдәле эҙмә-эҙлелектә ойошторола. Уларҙы айырым-айырым ҡарап китәйек.
1. Тема һайлау. Тема конкрет һәм уҡыусыларҙың тормошона яҡын булырға, уларҙың йәш үҙенсәлектәренә тап килергә тейеш.
2. Һайланған темаға һәм төп фекергә ярашлы тон, тасуирлау сараларын билдәләү. Теманы дөрөҫ һайлау, уның күләмен һәм сиктәрен билдәләү, теманан ситләшеү, төп фекерҙең асыҡ бирелмәүе кеүек хаталар иҫкәртелә. Өҫтәлмә материал йыйыуҙың әһәмиәте аңлатыла. Унан һуң тупланған материал системаға һалына, иң кәрәклеләре һайлап алына. Артабан тема буйынса план төҙөлә. Бәләкәй темалар араһында сәбәп-һөҙөмтә бәйләнешен күҙ уңында тотоп, материал эҙмә-эҙлекле урынлаштырыла. Бындай әҙерлек эштәре ҡараламала башҡарыла.
3. Иншаны яҡшыртыу өҫтөндә эш. Был этапта орфо­график, пунктуаңион, стилистик хаталарҙы төҙәтеү, текстың йөкмәткеһен тулыландырыу, уның композицион төҙөклөгөнә ирешеү эштәре башҡарыла. Мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә күбеһенсә ирекле темаға инша яҙҙырыла. Улар жанры буйынса хикәйәләү, тасуир­лау, хөкөмләү төрҙәренә бүленә.
  Хикәйәләү Методистар хикәйәләү тибындағы ижади инша төрҙәренең төрлө сығанаҡтарға нигеҙләнеүен күрһәтәләр:
1) үҙең ҡатнашҡан, күргән хәл-ваҡиғаларҙы хикәйәләү;
2) кешенән ишеткәндәрҙе хикәйәләү;
3) уҡыусының тормош тәжрибәһе нигеҙендә уйлап яҙылған хикәйәләре;
4) әҙер сюжетҡа хикәйә төҙөү;
5) сюжетлы картиналар һәм һүрәттәр буйынса яҙыу;
6) мәҡәлдәр буйынса хикәйә төҙөү.
   Хикәйәләү — теге йәки был ваҡиға тураһында хәбәр итеү, һөйләү, яҙыу.
  Һүрәтләү (йәки тасуирлау) — билдәле бер предметты, урынды, йәнлекте, ҡошто, тәбиғәт күренештәрен, кешенең ҡиәфәтен һ. б. эҙмә-эҙлекле тасуирлап яҙыу йәки һөйләү ул. Һүрәтләү хикәйәләүгә ҡарағанда ҡатмарлыраҡ: ул уҡыусынан күҙәтеүсәнлекте, предметтың төп билдәләрен башҡаларынан айы­ра белеүҙе, үҙенә генә хас үҙенсәлектәрен таба алыуҙы талап итә. Уны ике төрлө: фәнни-рәсми һәм күркәм әҙәби стилдә һүрәтләргә мөмкин.
  Хөкөмләү—уҡыусынан билдәле тема буйынса фекер йөрөтөүҙе, үҙ фекерҙәрен иҫбатлауҙы, дәлилләүҙе, һығымта яһауҙы талап итә торған ҡатмарлы монологик телмәр ул. Хөкөмләүҙең композицион схемаһы түбәндәгесә: тезис — иҫбатлауҙар — һығымта. Бындай иншалар күләм яғынан ҙур булмай, ләкин улар үҙ аллы фекер йөрөтөү, миҫалдар нигеҙендә ябай ғына дөйөмләштереүҙәр яһау, тормош күренештәренә, кешеләр араһындағы төрлө мөнәсәбәттәргә, уҡылған әҫәрҙәргә, ғөмүмән, һәр нәмәгә үҙендең ҡарашыңды, фекереңде белдереү, телмәр үҫтереү, уҡыусыларҙа тормош-көнкүрешкә дөрөҫҡараш тәрбиәләү сараһы ла булып тора.
  Яҙма эштәрҙе ойоштороу буйынса методистарҙың, уҡытыусыларҙың тәҡдимдәре һәм өйрәтмәләре шуны күрһәтә: урта, юғары синыфтарҙа традицион инша менән бер рәттән бүтән ижади эштәр даими алып барылырға тейеш. Мәҫәлән, әҙәби жанрға ярашлы йомаҡтар, әкиәттәр, шиғырҙар, нәҫерҙәр, хикәйәләр, публицистик жанрҙар буйынса хәбәр, мәҡәлә, һүрәтләмә, репор­таж, интервью һәм ғилми-тәнҡит жанрҙарынан аннотация, ре­цензия, эссе, доклад һ.б. формаларҙы үҙләштереү әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙе аңлатыуҙан тыш мөмкин түгел. Шуға күрә уҡыусыны йөкмәткегә ярашлы форма һайларға ла өйрәтеү зарур.
Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz