Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шәмбе, 27.04.2024, 05:59

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе

Маҡсат: 1. уҡыусыларҙы исемдәрҙе килеш менән үҙгәртергә өйрәтеү һәм „Исем” темаһы буйынса алған белемдәрен нығытыу, системалаштырыу

2. телмәр үҫтереү өҫтөндә эште дауам итеү
3. тыуған яҡҡа һөйөү тойғоһо тәрбиәләү


Йыһазлау: компьютер, дәфтәр.

Предмет ара бәйләнеш: рус теле, тәбиғәтте өйрәнеү


Дәрес барышы

1. Ойоштороу
- Кем дежур?
- Синыфта кем юҡ? Ни сәбәпле?
- Бөгөнгө һауа торошо тураһында һөйләшеү

2. Дәрестең темаһын, маҡсатын әйтеү
- Бөгөнгө грамматик тема исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе, ә лексик тема „Башҡортостан”.
-Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, бөгөн нимәләр эшләйәсәкбеҙ?

3. Фонетик күнегеү (презентация)
- Хәҙер Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаевтың шиғырынан өҙөк менән танышабыҙ.
Башҡортостан! Таштар сәскә ата
Таңғы елдәреңдең наҙынан.
Күгеңдәге һанһыҙ йондоҙ кеүек,
Ҡатламдарың тулы хазина.
- уҡытыусы тасуири уҡый
- эстәлеген үҙләштереү
1. 1-се һөйләмде нисек аңлайһығыҙ?
2. 2-се һөйләмдең мәғәнәһен аңлатығыҙ.
3. Башҡортостанда ниндәй файҙалы ҡаҙылмалар бар?
4. Тәрбиәүи эш
- хор менән уҡыу
- ятлау
- ятлағанды яҙыу
- яҙғанды бер-береһе менән алмашып тикшереү
- бер-беренә билдәләр ҡуйыу

4. Үтелгәнде нығытыу (презентация)

- Нимә ул исем?
- Исем нимә аңлата?
- Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?
- Ниндәй исемдәрҙе беләһегеҙ? Миҫалдар килтерегеҙ.
- Яһалышы буйынса исемдәр ниндәй булалар? Миҫалдар килтерергә.
- Исемдәр нисек үҙгәрә? Миҫалдар килтерергә

5. Яңы тема өҫтөндә эш (презентация)
Нефть – ҙур байлыҡ. Башҡортостанда нефттең барлығын ғалимдар күптән белгәндәр. Хәҙер нефткә ҡараш бөтөнләй үҙгәрҙе. Башҡортостанда нефтте эшкәртеү өсөн ҙур-ҙур заводтар төҙөлдө. Бөтә ышаныс нефттә икәнен бар халыҡ аңлай.Нефттән төрлө-төрлө яғыулыҡ эшләйҙәр.
- Ниндәй һүҙ ҡабатлана?
Һайланма диктант
- Һәр һөйләмдән шул һүҙҙе табабыҙ һәм бағаналап яҙып алабыҙ, һәр һүҙгә һорау ҡуябыҙ.
- Һүҙҙең тамырын һәм ялғауын билдәләйбеҙ.
- Был һүҙҙәр нимә менән оҡшаш? Нисек айырыла?

- Исемдәрҙең төрлө һорау буйынса үҙгәреүен килеш менән үҙгәреү тип атайҙар.
- Рус телендә нисә килеш бар? Һанап сығығыҙ.
- Башҡорт телендә, рус телендәге кеүек, 6 килеш бар.(презентация)

Төп килеш кем? нимә?
Эйәлек килеш кемдең?нимәнең?
Төбәү килеш кемгә? нимәгә?
Төшөм килеш кемде? нимәне?
Урын-ваҡыт килеш кемдә? нимәлә?
Сығанаҡ килеш кемдән? нимәнән?

6. Теманы нығытыу
а) - Яттан яҙған шиғырҙа исемдәрҙе табып, килештәрҙе билдәләргә.
б) -Хәҙер һәр кем үҙ алдына компьютерҙа һүҙҙәрҙе килеш менән үҙгәртә. (компьютерҙа эшләйҙәр, эштәрҙе локаль селтәр аша тикшереү)


          7. Йомғаҡлау
-Йомғаҡлауҙы тест формаһында башҡарабыҙ.(компьютерҙа эшләйҙәр)

Тест

1. Нимә ул исем?
А. Һүҙ төркөмө
Б. Һөйләм киҫәге

2. Исемдәрҙе табығыҙ
А. Матур, килә, егерме
Б. Иҙән, таҡта, Ағиҙел



3. Башҡорт телендә нисә килеш бар?
А. 5
Б. 7
В. 6

4. Мәктәптән һүҙе ниндәй килештә тора?
А. Төп
Б. Сығанаҡ

5. Исемдәрҙең эйәлек заты ялғауы буламы?
А. Эйе
Б. Юҡ

8. Дәрескә билдә ҡуйыу

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz