Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 19.04.2024, 21:49

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев

Ишмөхәммәт сәсән Мырҙаҡаев (1781—1878) хәҙерге Әбйәлил районы, элекке Тамъян-Ҡатай кантоны, Күбәләк-Тиләү волосы, Яңы Балапан ауылында тыуған, заманында йырсы, ҡурайсы, ҡобайырсы булып танылған. 1839 йылда Хиуа ханлығына ҡаршы ойошторолған хәрби поход ваҡытын­да Ырымбурҙың хәрби генерал-губернаторы В. А. Перовский янында йөрөгән ҡурайсы музыканттар төркөмөндә булған, уның тарафынан исемле ҡылыс менән бүләкләнгән. Ишмө­хәммәт сәсән "Саңды үҙәк", "Малбай", "Бүзекәй кантон", "Юлтый ҡараҡ" кеүек тиҫтәләгән йырҙарҙың авторы.

Мөхәммәтша Буранғолов мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ишмөхәммәт сәсән Мырҙаҡаев — үҙенән алда йәшәгән сәсәндәрҙең ижади мираҫын һаҡлап килеүсе оҫта, боронғо ҡулъяҙмалар, шәжәрәләр туплау эше менән дан тотҡан әҙип.

Ғәбит сәсән уның хаҡында былай тип хәтерләгән:

"Мин күргәндә Ишмөхәммәт ҡурайсы 90 йәштәрҙә ине. Ул 97 йәшкә етеп үлде. Ете йыл буйына минең уның менән осра­шып тормаған айым булмағандыр. Мин бер саҡта ла уның күңелһеҙ сағын күрмәнем. Уның янына барһаң, барлыҡ ҡайғың онотола ине. Ул осҡор һүҙле, тура әйтеүсән, уйынсан кеше ине. Ул үҙенең Аҡмәсет һуғышында Перовский менән бергә булыуын, унан бүләккә ҡылыс алып ҡайтыуын һөйләр, шул саҡтарҙан һаҡланып ҡалған кейемен күрһәтер ине, кейемдәрен миңә кейҙереп үҙенең йәш; саҡтарын иҫкә алыр ине".

Ишмөхәммәт Мырҙаҡаев — Байыҡ сәсәнде күреп белгән, уның репертуарын үҙ күңелендә һаҡлап ҡалған сәсән. Үҙ сиратында атаҡлы Ғәбит сәсән уның шәкерте һанала. (С. Галиндан)




Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz