Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шаршамбы, 24.04.2024, 08:11

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Исмәғилен Сәйет

Исмәғилен Сәйет Әхмәт улы (1884—1972) — Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне. Шишмә районының Йәрми ауы­лында ярлы ғаиләһендә тыуған. Сәсәндең Йәрми Сәйете тигән ҡушамат-псевдонимы ла ауыл исеменән алынған. 13 йәшен­дә, атаһы үлгәс, бөтә ғаилә хәстәрлеге, оло ул булараҡ, уның өҫтөнә төшкән. Сәйет Исмәғилев, йәки Йәрми Сәйете, револю­цияға тиклем кулактарҙа батрак, тимер юл станцияларында эшсе булып эшләй, үҙ ауылында колхоз ойошторолғандан бир­ле колхозсы була.

Сәйет Исмәғилев бик йәшләй гармунда, скрипкала уйнар­ға өйрәнә, һабан туйҙарында, йыйын-мәжлестәрҙә, ауыл клубтарында скрипкала уйнап, үҙе йыр сығарып йырлап, бәйет әйтеп йөрөр булған, аҡрынлап халыҡ араһында сәсән булып танылған. Сәйет Исмәғилев Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын­да Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, концерт брига­далары менән республикабыҙҙың күп кенә райондарын урап сыға, бер нисә мәртәбә фронтта һалдаттар алдында сығыш яһай.

Сәйет Исмәғилев — бер нисә китаптың авторы. Улар ара­һынан уның "Сәйет йырҙары" (1958), "Сәсән йырҙары" (1944), "Сәсән һүҙе" (1950), "Һайланма әҫәрҙәр" (1958), "Сә­сән йырҙары" (1964) исемле китаптарын күрһәтергә мөмкин.

Сәйет Исмәғилев ижадында образлы фекер йөрөтөү һәм һүҙ сәнғәтенең тәү элементы булған тел саралары менән эш итә белеү оҫталығы күҙгә асыҡ ташлана. Уның күп кенә әҫәрҙәре, мәҫәлән, халыҡ ижадында киң таралған аллегорик образлыҡҡа нигеҙләнгән. Төрлө йылдарҙа ижад ителгән "Бәхет-ҡыҙ тураһында һүҙ", "Нужаның сәйәхәте", "Аслыҡ батша" кеүек әҫәрҙәре бына шундайҙар иҫәбенә инә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың барыһының да хикәйәләү стилендә яҙма әҙәбиәттең, айырыуса М. Ғафури, Ғ. Туҡай әҫәрҙәренең, йоғон­тоһо ныҡ һиҙелә. "Бәхет-ҡыҙ тураһында һүҙ "ҙә халыҡтың азатлығы рәүешендә һынландырылған Бәхет-ҡыҙ образы, мәҫәлән, ҙур дөйөмләштереү көсөнә эйә. Әҫәрҙең яҙма әҙә­биәттә киң таралған ун ике — ун ике ижекле шиғыр үлсәүенә һәм робағи рифмаһына ҡоролған булыуы уның үҙенсәлекле хикәйәләү стилен хасил итә.

Сәйет Исмәғилевтең һуңғы йылдарҙа ижад иткән шиғыр­ҙары өсөн тормош матурлығы менән һоҡланыу, донъяла йәшәүҙең йәме һәм мәғәнәһе, кешеләр тормошондағы ыңғай яҡтарҙы данлау, ә етешһеҙлектәрҙе фашлау кеүек һ. б. фәлсә­фәүи мәсьәләләр күтәрелеүе хас. Шул уҡ ваҡытта уларҙа өгөт-нәсихәт һиҙелерлек урын алып тора. "Тормош: диңгеҙе", "Өгөт", "Йөҙгә етермен әле", "Һөнәр өйрәнеү хаҡында", "Балаларға" кеүек шиғырҙары бына шундайҙарҙан. Был осраҡта беҙ халыҡ фәлсәфәһе менән һуғарылған тәрән мәғәнәле ижад өлгөләрен күрәбеҙ. Уларҙың күбеһе ҡобайыр һәм әйтемдәргә тартым.

Сәйет сәсән ижадында шулай уҡ йөкмәткеһе менән генә түгел, ә ритмлы үлсәүе, рифма ҡоролошо һәм строфаһы менән дә ҡобайыр йоғонтоһонда тыуған әҫәрҙәрҙе күрергә мөмкин. Был йәһәттән "Салауат" әҫәре иғтибарға лайыҡ. Унда ҡоба­йыр поэтикаһы киң ҡулланыла һәм әҫәргә лә бик уңышлыкилеп инә.

Сәйет Исмәғилен ижадында мәҫәлдәр ҙә һиҙелерлек урын алып тора. "Бүре менән төлкө хикәйәһе", "Бал ҡорто менән күгәүен һөйләшеүе", "Көлөк, йылан һәм ҡуян", "Ҡарт бесәй менән сысҡан" кеүек мәҫәлдәр — сәсәндең уңышлы әҫәрҙәре.

Сәйет Исмәғилев үҙенең алтмыш йылға яҡын ғүмерен сәсәнлек сәнғәтенә бирҙе. Уның ижадында сәсәнлек традиция­лары, бер яҡтан, халыҡ ижадынан тамырланһа, икенсе яҡтан, улар инде тамам үҫеп еткән яҙма әҙәбиәт ҡаҙанышта­рына ла нигеҙләнә.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz