Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 26.04.2024, 18:40

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Ижади эш алымдары

Беҙ, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, укыусыларҙы грамоталы яҙыуға өйрәтергә онотмайынса, төп иғтибарҙы балаларҙың ижади фекерләү һәләтлеген, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүгә йүнәлтергә лә бурыслыбыҙ.

Тел дәрестәрендә, ҡағиҙә үҙләштерелгәс, ижади характерҙағы күнегеүҙәр эшләтеп, һөйләмдәр уйлатыу, картина буйынса иншалар йәки терәк һүҙҙәр ярҙамында бәйләнешле миниатюр хикәйәләр төҙөтөү бик файҙалы. Бындай эштәр, беренсенән, уҡыусыларҙың ҡағиҙәне үҙләштереүен тикшерергә мөмкинселек бирә, икенсенән, уларҙың ижади фекерләүен, яҙыу телмәре күнекмәһен үҫтерә. Хикәйә төҙҙөрөүҙә, инша яҙҙырыуҙа эш еңелдән ауырға табан алып барыла.

Уҡыусыларға инша йәки хикәйә яҙыу өсөн теманы тәҡдим итеү генә етмәй, уға ерлек тә, йүнәлеш тә бирергә тура килә.

V синыфта «Синтаксис һәм пунктуация» темаһын үткәндә, бурыстар түбәндәгеләр:

1) һүҙбәйләнештәр составындағы эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙҙәрҙе табырға; эйәртеүсе һүҙҙән эйәреүсе һүҙгә ҡарата һорау ҡуйырға өйрәтеү;

2) һөйләмдәрҙе һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу күнекмәһе биреү;

3) һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнештәр, һүҙбәйләнештәрҙән һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү;

4) телдә киң ҡулланылған һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу ҡалыптарын билдәләү.

Быларҙан сығып, укыусылар менән берлектә һығымта яһала:

1)    телмәрҙә һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнештәр төҙөлә;

2)    һүҙбәйләнештәр эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙҙән тора;

3) эйәреүсе һүҙ һәр ваҡыт эйәртеүсеһен асыҡлап, кокретлаштырып килә;

4) эйәреүсе һүҙ эйәртеүсеһе менән мәғәнәүи бәйләнешкә инә, быны эйәртеүсе һүҙҙән сығып бирелгән һорау ярҙамында билдәләп була.

 Ә инде VI синыфта бындай ижади эштәрҙе төрлө формаларҙа һәр һүҙ төркөмөн үткәндән һуң эшләтергә була һәм күберәк уҡыусыларҙың тормош тәжрибәһенә бәйле темаларҙы һайлау отошлораҡ.

Берәй грамматик категорияны үткәндәме, тыныш билдәләрен системалаштырғанда йәки дөйөмләштергәндәме уҡыусыларҙы мөмкин тиклем үҙ аллы ижадҡа өйрәтеү мөһим. Мәҫәлән, омонимдарҙы өйрәнгән дәрестә түбәндәге шиғри юлдарҙы ижад иттек:

Беҙҙең баҡсала

Ҡыҙарып беште алма.

Күҙең ҡыҙһа ла,

Рөхсәтһеҙ алма.

Үҙ аллы ижадҡа өйрәтеүҙең сираттағы төрө - тасуири инша. Быны тәбиғәт күренештәрен тасуирлаусы шиғырҙарҙы, хикәйәләрҙе үтеү ваҡытына тура килеү маҡсатҡа яралы.

Картина буйынса иншалар һәм хикәйәләр төҙөтөү балаларҙың фантазияһын үҫтерә. уларҙың логик фекерләү һәләтлеген асыҡларға ярҙам итә.

Яҙма телмәр үҫтереүҙең юғарыраҡ баҫҡысы - уҡыусыларҙы инша яҙырға өйрәтеү. Иншаларҙың белем биреү һәм тәрбиәүи әһәмиәте ҙур: улар телмәр күнекмәләре булдырыуҙан тыш, балаларҙың күҙәтеүсәнлеген үҫтерә, күргән, белгән, ишеткәндәрҙе дөйөмләштереп, билдәле эҙмә-эҙлектә яҙырға өйрәтә. Инша өҫтөндә эшләгәндә уҡыусыларҙың үҙ аллылығы тәрбиәләнә, образлы һәм логик фекерләү һәләтлеге үҫә, ижади активлығы күтәрелә.

Мәктәптә әҙәби әҫәрҙәр буйынса һәм ирекле темаға инша яҙҙырыу практикаға ингән.

Ирекле темаға инша яҙғанда материалдар төрлө сығанаҡтан алына: балаларҙың ишеткән-күргәндәрен, экскурсиянан алған тәьҫораттарын, һынлы сәнғәт материалдарын, художество әҙәбиәттәрҙе һ.б,

 Белеүебеҙсә, ирекле темаға яҙылған иншалар жанры буйынса

хикәйәләү, һүрәтләү, хөкөмләү төрҙәренә бүленә, һаналған инша төрҙәренең һәр береһенә хас төҙөлөшө, тел үҙенсәлектәре бар. Ләкин бөтә төр иншалар өсөн дөйөм талаптар ҙа ҡуйыла.

Бындай иншалар күләмдәре яғынан ҙур булмайҙар, ләкин улар үҙ аллы фекер йөрөтөү, һәр нәмәгә үҙеңдең ҡарашыңды, фекереңде белдереү, телмәр үҫтереү, донъяға дөрөҫ ҡараш булдырыу, тәрбиә биреү саралары ла булып торалар.

Һәләтле балаларҙы дәртләндереү, үҙ көстәренә ышанысты арттырыу өсөн мәктәптең «» гәзитендә һәм ҡала, республика матбуғатында ижади эштәрен баҫтырыу ярҙам итә. Олимпиадаларҙа, конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу, унда призлы үрындар алыу һөйөнөслө күренеш.

Бөтә ошо эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн, әлбиттә, уҡыусының үҙенең профессиональ әҙерлекле һәм ижади ҡарашлы, киң мәғлүмәтле булыуы талап ителә.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz