Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шәмбе, 27.04.2024, 04:24

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Йөкмәткеле һәм сериялы һүрәттәр менән эш

Бәйләнешле телмәр үҫтереү, һүҙлек запасын арттырыу маҡсатында йөкмәткеле һүрәттәр ҡулланып, түбәндәге күнегеүҙәрҙе үткәрергә мөмкин;

1)   терәк   һүҙҙәр   ярҙамында   һөйләмдәр   төҙөү;

2)    һүрәт    буйынса   уҡытыусы   биргән   һорауҙарға   тулы яуап   бирергә   өйрәтеү;

3)   һүрәткә   исем   биреү;

4)   һүрәт   буйынса   хикәйә   төҙөү.

2. Ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлелеген билдәләй белеү, логик фекерләүҙе, бәйләнешле телмәрҙе үҫтереү, план төҙөү күнекмәләре бирсү маҡсатында сериялы һүрәттәр менән түбәндәге эштәр үткәрелә:

1) һүрәттәрҙе    таҡтаға     ваҡиғалар    ағышы    тәртибендә урынлаштырыу;

2) һәр   һүрәткә   исем   биреү;

3) һүрәттең  һәр   береһе   буйынса  һөйләмдәр   төҙөү;

4) 3-4  һүрәттең йөкмәткеһен дөйөмләштереп,  бәйләнешле телмәр   төҙөү.

Һүрәттәрҙе уҡыу түбәндәге тәртиптә ойошторола:

1.   һүрәт   йөкмәткеһен   ҡабул   итеүгә   әҙерләү   әңгәмәһе.

2. Уҡыусыларҙың иғтибар менән һүрәтте ҡарауы һәм унда нимәләр күргәндәрен һөйләүе.

3. Уҡытыусының һорауҙары ярҙамында иғтибарҙан ситтә ҡалған әһәмиәтле нәмәләр тураһында әңгәмә:

а) персонаждарҙың кейеменә, тәбиғәт күренештәре нисек һүрәтләнеүенә бәйле ваҡиғаның ҡасан, ҡайҙа барыуын асыҡларға өйрәтеү; б) рәссамдың ниндәй буяуҙарҙы күберәк ҡулланыуына бәйле дөйөм кәйефте билдәләү.

4.   Һүрәттәге   кешеләргә   исем   ҡушыу.     

5.   һүҙлек   эше.                                  

6. Төп иғтибарҙы алғы планда һүрәтләнгән нәмәләргә йүнәлтеү. Айырым һөйләмдәр төҙөү.

7.  Артҡы планда һүрәтләнгән күренештәр тураһында әңгәмә үткәреү.

8. Һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларға бәйле уҡыған әҫәрҙәрҙе, мәҡәл һәм әйтемдәрҙе иҫкә төшөрөү, терәк һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙыу.

9.   План   төҙөү.  

10. Бөтә һөйләгәндәрҙе, терәк, һүҙҙәр ҡулланып, бәйләнешле
телмәр   т
өҙөү.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz