Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 29.03.2024, 07:56

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1213

Һүҙьяһалыш

 Һүҙьяһалыш башҡорт тел белеменең үҙ аллы бер тармағы бу­лып тора. Ләкин ул тел белеменең башҡа бүлектәре (морфология, синтаксис, лексикология, фонетика, стилистика, семасиология, тел тарихы) менән ныҡ бәйләнгән.

Һүҙьяһалыштың күп кенә процестары телдең морфологик күре­нештәре менән оҡшаш. Башҡорт телендә яңы һүҙҙәр ҙә, һүҙҙәрҙең грамматик формалары ла ялғауҙар ярҙамында яһала.

Һүҙьяһалыш тел тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Телдең тарихи үҫеш процесын­да һүҙ яһаусы ҡайһы бер саралар һәм ысулдар үҙҙәренең активлы­ғын юғалта, яңы һүҙ яһауҙа ҡатнашмай башлай, хатта ҡайһы саҡ­та үлегә әйләнә. Ҡайһы берҙәре, киреһенсә, активлашып китә.

Һүҙьяһалыш үҙенең күп яҡтары менән грамматика, лексиколо­гия һәм тел белеменең башҡа бүлектәре менән бәйләнгән булһа ла, башҡорт телендә яңы һүҙҙәр ялғауҙар ярҙамында ғына түгел, һүҙҙәр ҡушылыу, һүҙбәйләнештәрҙең ҡушма һүҙҙәргә күсеү юлы менән дә яһала.

Телдең һүҙьяһалыш саралары нигеҙендә яңы һүҙҙәр яһалышы ғына һүҙьяһалышты тәшкил итә. Лексика үҫешенең өс юлы — һүҙьяһалыш, һүҙҙең мәғәнәһе киңәйеү һәм сит телдәрҙән һүҙҙәр үҙләштереү — башҡорт теленең һүҙлек составы байыуының йәнле һәм продуктив саралары һанала.

Бары тик һүҙьяһалыш ҡына икһеҙ-сикһеҙ мөмкинлектәргә эйә. Шуға ла ул башҡорт теле лексикаһын үҫтереүҙә һәм байытыуҙа төп роль уйнай.



                                              Һүҙьяhалышты тикшереү өлгөhө
Тикшереү тәртибе.
1. Һөйләмдән тикшереләсәк hүҙҙe алыу hәм уны мәғәнәле өлөштәргә бүлеү.
 2. Составы яғынан hүҙҙeң төрөн табыу -тамыр -яhалма - ҡушма: hyҙҙәpҙe парлау, ҡушыу, ҡабатлау, бәйләү, ҡыҫҡартыу юлы менән яhалған ҡушма hүҙҙәp.
3. Ялғауҙарҙы (яhаусы, үҙгәpтeүce) тикшереү, ниндәй hүҙ төркөмө hәм формаhы ялғауы икәнен әйтеү.
Өлгө: Айhылыуға - Ай+hылыу-ға. Ҡушма hуҙ, яңғыҙлыҡ исем, ике тамыр hүҙҙән тора, Ай+hылыу, -ға – үҙгәpтeyce ялғау, төбәү килеш ялғауы. Бесәнлек – бесән+лек. Яhалма hүҙ, тамыры – бесән, -лек - яhаусы ялғау.
Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz