Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Кесаҙна, 28.03.2024, 15:47

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1213

Йырҙар

Йыр — фольклорҙың киң таралған жанрҙарының береһе. Башҡорт халҡының йыр мираҫы ла уның күңелендә быуаттар буйы һаҡланып килгән гүзәл музыкаль-поэтик хазина һанала. Йырҙарҙа беҙ халыҡ тарихында булып үткән иң мөһим, иң күренекле ваҡиғаларҙың поэтик йылъяҙмаһын, уның тормош-көнкүрешенең, йолаларының төрлө яҡлап сағылышын, эстетик һәм фәлсәфәүи ҡараштарының кәүҙәәнешен күрәбеҙ. Йырҙарҙа халыҡ үҙенең тыуған илен, батырҙарын данлай, ҡыуанысын һәм шатлығын, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлаша, мөхәббәтен аңлата.

Бер үк ваҡытта халыҡ күңеле йырҙы борон-борон замандарҙан ата-бабаларҙан ҡала килгән оло поэтик мираҫ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рухи хазина итеп баһалай һәм уны ололарға, ҡәҙерләргә саҡыра.

Йыр — халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән тормош юлдашы. Күберәген оҫта ҡурайсылар һәм йырсылар күңелендә шатлыҡлы йә булмаһа әрнеүле тойғолар урғылышы тәьҫирендә импровизация булараҡ тыуған йыр-моң үҙенең тормоштағы функцияһы һәм йәшәү формаһы менән халыҡтың көндәлек тормошона, уның уй-кисерештәренә иң яҡын торған ижад төрө. Халыҡ ижадының махсус әҙерлек талап иткән ҡобайыр, махсус һөйләү урыны булырға тейешле әкиәт, йомаҡ йә булмаһа уңайы килгәндә һүҙ ыңғайында ғына әйтеп ебәрелә торған мәҡәл, әйтем, күберәген тик фажиғәле ваҡиғалар ерлегендә генә тыуған бәйет кеүек жанрҙарынан айырмалы рәүештә, йыр һәр кемдең үҙе менән йәшәй. Уны шатланған саҡта ла, моңланған саҡта ла, күңел килгәндә, теләгән ваҡытта, теләгән ерҙә йырларға, һис тә булмаһа көйләргә мөмкин. Был иһә уның фольклорҙағы иң таралған ижад төрө булып формалашыуына булышлыҡ иткән. Йыр менән ир-егеттәр яуға киткән, яуҙан ҡайтҡан; туй ваҡыттарында ла, ҡәҙимге мәжлестәрҙә лә иң беренсе булып йыр һәм ҡурай моңо яңғыраған. Халыҡтың үҙе әйткәнсә, йыр күңелгә ҡыуаныс та, йыуаныс та биргән.

Элек-электән халыҡ күңелендә йырҙарға ғына түгел, ә данлы йырсы һәм ҡурайсыларға ла һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләнгән. Күп һанлы фольклор материалдарына ҡарағанда, борон-борондан уҡ оло йыйындар ваҡытында ҡурайсылар бер-береһе менән ярышып ҡурай уйнар, йыр сығарыр булған. Йырсылар һәм ҡурайсылар, асылда ҡобайыр оҫталары булған сәсәндәр кеүек үк, һуңғараҡ осорҙа халыҡтың моң-зарын да, шатлығын да көйгә һалып быуындан быуынға еткерә килеүсе сәнғәт оҫталары булып ҡына түгел, ә йәнле тарихсылар сифатында сығыш яһаған. Һөҙөмтәлә йырҙар халыҡтың тарихын һәм тормош-көнкүрешен поэтиклаштырған гүзәл музыкаль-поэтик хазина булараҡ халыҡ күңелендә ныҡлы урын алған. Был мираҫты йыйыу, өйрәнеү һәм баҫтырып сығарыу өлкәһендә ҙур хеҙмәт күрһәткән музыка белгесе Л. Н. Лебединскийҙың хаҡлы раҫлауынса, мәҫәлән, йырҙар башҡорт халҡының тарихи үткәнен, тормошон, милли характерын үҙендә сағылдырыу һәм дөйөмләштереү йәһәтенән фольклорҙың башҡа жанрҙары менән сағыштырмаҫлыҡ дәрәжәлә юғары тора.

Был күренеш, әлбиттә, йыр мираҫының тәбиғәтенән сыға. Йыр — ул, асылда, сәнғәттең үҙ аллы ике төрөн — музыканы һәм поэзияны берләштергән, быуаттар һуҙымында уларҙың органик берҙәмлеген тыуҙырған һәм шуға ла халыҡ ижадының классик өлгөләре дәрәжәһенә күтәрелгән ижад төрө. Йыр барынан да элек йырлау өсөн ижад ителә, шуға күрә лә көй һәм поэтик текстың айырылмаҫ берҙәмлеге, бөтөнлөгө йыр мираҫының специфик үҙенсәлеген тәшкил итә. Йырҙарҙың идея йөкмәткеһен билдәләүҙә был ике компонент берҙәй үк әһәмиәткә эйә булып тора, берҙәй үк роль башҡара.

Халыҡ йырҙарында көйҙөң тексҡа бәйләнеше тураһында һүҙ барғанда, иң беренсе шуны әйтергә кәрәк: көй һәм текст берҙәмлеге тышҡы, формаль күренеш кенә түгел, ә йырҙың йөкмәткеһе менән генә аңлатыла торған идея-тематик берҙәмлек ул. Был берҙәмлек көйҙөң дә, текстың да бер үк йөкмәтке менән һуғарылған булыуында күренә. Улар үҙҙәренең характерҙары, йөкмәткеләре менән бер-береһенә ярашлы булалар, бер-береһен тултырып киләләр.

Башҡа күп кенә халыҡтарҙың йыр мираҫынан айырмалы рәүештә башҡорт халыҡ йырҙарының мөһим бер үҙенсәлеге күҙгә ташлана: уларҙың күбеһе үҙҙәренең тарихтары менән бергә йәшәй, бер художестволы бөтөндө тәшкил итә. Йыр тарихы йырҙарҙың поэтик тексында әйтелеп бөтөлмәгән күп кенә нәмәләрҙе асыҡлай, образдың киңәйтелгән тулы характеристикаһын бирә, йә булмаһа уның эшмәкәрлегенең көнкүреш, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа конкрет-тарихи шарттарын күҙ алдына баҫтыра. Шуға күрә лә йырҙы һәм уның тарихын бер-береһенән айырып ҡарау бер бөтөндө бүлгеләү, ваҡлау булыр ине.

Әммә шуны ла әйтергә кәрәк, ҡайһы бер йырҙарҙың тарихы телдән телгә, быуындан быуынға күсә килә ҙур үҙгәрештәргә осрай. Тора-бара ул яңы образдар һәм деталдәр менән байый, йырҙың һүҙҙәре менән аралаша һәм үҙ аллы яңы сюжетлы әҫәргә — йыр-риүәйәттәргә әйләнеп китә. "Таштуғай", "Ҡаһым түрә" кеүек ҙур күләмле йыр-риүәйәттәр бына ошо ерлектә тыуған әҫәрҙәр.

Бына шул рәүешле халыҡтың көндәлек тормош-көнкүрешенә яҡын булыуы, поэтик яҡтан камиллығы, көй һәм йыр тарихының берҙәмлеге башҡорт халыҡ йырҙарын оҙон ғүмерле ижад төрө иткән.

Башҡорт халыҡ йырҙарын төрлө принциптан сығып төркөмләргә мөмкин. Көйҙәрҙең характерынан сығып, мәҫәлән, уларҙы оҙон һәм ҡыҫҡа, ә йөкмәткеһе буйынса тарихи һәм лирик йырҙарға бүлеп йөрөтәләр.

Тарихи йырҙар — халыҡтың гражданлыҡ һәм хәрби тарихына, ил яҙмышына бәйле мөһим ваҡиғалар хаҡында һәм унда ҡатнашҡан халыҡ батырҙары, күренекле шәхестәр тураһында хикәйәләүсе ижад төрө. Тарихи йыр — үҙенең характеры менән конкрет тарихи ваҡиға ерлегендә тыуған лиро-эпик әҫәр: халыҡ яҙмышына бәйле ваҡиға хаҡында хикәйәләү ҙә, уйланыу ҙа унда берҙәй үк дәрәжәлә үрелеп килергә мөмкин.

Башҡорт халҡының тарихи йырҙарында кәүҙәләнгән шәхестең йәки геройҙың яҙмышын халыҡ яҙмышынан айы­рып булмай. Уларҙың төп геройҙары булып халыҡтың тормо­шонда ниндәй ҙә булһа күренекле роль уйнаған һәм уның иғтибарына торорлоҡ кешеләр сығыш яһай. Беҙ бында халыҡ батырын да, ғәскәр һәм кантон башлығын да, ҡасҡынды ла күрәбеҙ.

Шуны ла әйтергә кәрәк: һуңғы йылдарҙа тарихи йырҙар­ҙың реаль-конкрет нигеҙен өйрәнеү буйынса ҙур эш башҡа­рылды. Һуңғы йылдарҙа күп кенә кантон башлыҡта­ры (мәҫәлән, Абдулла Дәүләтшин, Ҡолой Кучуков, Абдрахман Биктимеров, Ҡаһарман Ҡыуатов, Мөхәммәтйән Бузыкаев, Си­бай Шәйәхмәтов һ. б.), "Ҡаһым түрә", "Буранбай", "Бейеш" йырҙарының прототиптары Ҡасим Мырҙашев, Буранбай Ҡотосов, Бейеш Ишкинин хаҡында байтаҡ архив материал­дары табылды (Галин С. А., Әсфәндиәров Б. 3.), Салауат Юлаев биографияһына бәйле мәғлүмәттәр асыҡланды (Иҙелбаев М. Х.). Журналист Рәүеф Насыров яҙмалары буйынса "Ғайса" һәм "Илсе Ғайса" йырҙарының прототибы һәм авторы хәҙерге Учалы районы Әүеш ауылының муллаһы, үҙ теләге менән 1905 йылғы һуғышта ахун сифатында ҡатнашҡан Ғайса Рәсүлев тураһында ла күп кенә нәмәләр асыҡланды.

Тарихи йырҙар — патриотик йөкмәткеле һәм героик пафос менән һуғарылған мираҫ. Унда халыҡ тарихында булып үткән иң һынылышлы осорҙар, быуындар күңелендә юйыл­маҫ эҙ ҡалдырған оло ваҡиғалар сағылыш тапҡан. Тарихи йырҙарҙы, һис һүҙһеҙ, халыҡ тарихының поэтиклаштырылған йылъяҙмаһы тип һанарға мөмкин. Уларҙы түбәндәге те­матик төркөмдәргә бүлеп йөрөтәләр:

1. Тыуған ил һәм ырыу-ҡәбилә берҙәмлеге тураһындағы йырҙар;

2.   1773-1775  йылдарҙағы  Крәҫтиәндәр  һуғышы  тура­һындағы йырҙар;

3. 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһындағы йырҙар;

4. Кантон башлыҡтары тураһындағы йырҙар;

5. Ҡасҡындар тураһындағы йырҙар;

6. Хәрби поход һәм әрме йырҙары.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz