Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шәмбе, 20.04.2024, 00:52

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Йырауҙар

Йырау — күп кенә төрки халыҡтарында халыҡ ижады әҫәрҙәрен ижад итеүсе һәм башҡарыусы һүҙ оҫтаһы, йырсы-импровизаторҙың боронғо исеме. Йырау атамаһының килеп сығышы ла бик боронғо замандарға барып тоташа. Мәҫәлән, был һүҙ әле 1072 йылда уҡ атаҡлы ғалим Мәхмүт Ҡашғари төҙөгән һүҙлектә осрай. "Боронғо төрки һүҙлеге"ндә ("Древне-тюркский словарь", 1969) был атамаға, Мәхмүт Ҡашғариға ни­геҙләнеп, "певец, сказитель" тигән аңлатма бирелгән. Йырау атамаһы һирәкләп халыҡ ижадында, әҙәбиәттә осрай. Йырау, ҡағиҙә булараҡ, ырыу-ҡәбилә тарихы, батырҙар тураһында ҡобайырҙар, әйтем кеүек әҫәрҙәр ижад иткән. Йыраусылыҡ сәнғәтенең сәскә атҡан осоро XIVXVI быуаттарға ҡарай.

Йырау үҙенең әйтем, ҡобайырҙарын, ҡағиҙә булараҡ, думбыра сиртеп, шуға ҡушылып башҡарған.

Йырауҙың эшмәкәрлеге лә хәҙерге үҙ аллы төрки халыҡ­тарының дөйөм төркилек осорона, йәғни хәҙерге мәғәнәһендә башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, татар милләттәре һ. б. халыҡ булып формалашмаған дәүергә ҡайтып ҡала, шуға күрә байтаҡ йырауҙарҙың исемдәре лә, уларҙың поэтик мираҫы ла күп кенә төрки халыҡтары өсөн уртаҡ булып һанала.

Боронғо йырауҙарҙың эшмәкәрлеге башҡорт фольклоры фәнендә өйрәнелмәгән тиерлек. Һуңғы йылдарҙа был өлкәлә профессор Ғ. Хөсәйенов ҙур эш атҡарҙы. Ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ ғалимдарының хеҙмәттәренә таянып, ошо халыҡтар ижадын башҡорт халыҡ ижады менән сағыштырма планда өйрәнеп, ул күп кенә йырауҙарҙың исемдәрен билгеле итте, ижадтарын асыҡланы.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz