Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Кесаҙна, 21.09.2017, 02:34

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1109

Кантон башлыҡтары һәм түрәләр тураһындағы йырҙар

1798 йылда Башҡортостан административ яҡтан кантон­дарға бүленә, был бүленеш 1863—1865 йылдарға хәтле дауам итә. Кантон башлыҡтары, йәки кантондар итеп батшалыҡҡа тоғро хеҙмәт иткән башҡорт феодалдары ҡуйыла. Күп осраҡ­тарҙа был вазифа нәҫелдән нәҫелгә, атанан улға күсә, кантон башлыҡтары араһында ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, туған-тыумасалыҡ киң тарала.

Кантондар осороноң хәсрәтле иҫтәлеге һәм поэтик сағылы­шы булып халыҡ күңелендә кантон башлыҡтары һәм түрәләр тураһындағы йырҙар тыуған. Был йырҙар кантондар идара­лығы осорона хас булған иң характерлы, иң типик сифат­тарҙы — баш-баштаҡлыҡ, деспотлыҡ һ. б. — дөйөмләштер­гән. Йыр кантондарҙың шәхси тормошона иғтибар итмәй ҙә тиерлек, образ, нигеҙҙә, ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе һүрәтләү аша бирелә.

Бер төркөм йырҙарҙа һүҙ ҡанһыҙ кантон башлыҡтары ту­раһында бара. "Ҡолой кантон" йырының "геройы" Мөхәмәт -ҡолой Кучуков (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Ҡолой ауылынан), мәҫәлән, үҙ заманында иң бай феодалдарҙың береһе булған. Миәс, Ҡараһыу йылғаларында ул 5 тирмән тотҡан, биш мең йылҡыһы булған. Повозкаһына ун өс ат ек­тереп йөрөр булған. Шул уҡ ваҡытта ул "ил күҙенән ҡанлы йәш ағыҙған" холоҡһоҙ түрә һәм ҡомһоҙ эксплуататор. Был төшөнсәләр йырҙа бер бөтөндө тәшкил итә.

Ике тамсы һыу кеүек, Ҡолой кантонға Төхвәт (фами­лияһы Үтәев) менән Мирхәй (ысын исеме Мирхәйҙәр Азама­тов) кантондар холҡо-ҡылығы ла оҡшаш.

Бер төркөм йырҙар сатирик йөкмәткеле. "Ҡаһарман кантон" йырында, мәҫәлән, халыҡ кантондар идаралығы бөтөрөлгәс тә, үҙен һаман кантонмын тип ҡылысын һалырға теләмәгән, шуның өсөн хатта Петербургка барып йөрөгән Ҡаһарман Ҡыуатовтан көлә.

"Абдулла ахун" йыры иһә башта ахун, һуңынан кантон башлығы булып киткән "сәлләле ахун, ҡылыслы кантон" Абдулла Дәүләтшинде мыҫҡыллап сығарылған.

Кантон йырҙары араһында лирик йүнәлештә генә сығарыл­ған йырҙар ҙа бар. Шуларҙың иң мәшһүре "Сибай" (дөрөҫө"Сибай кантон") йыры. Йыр Сибай менән уның йәш ҡатыны Фатиманың хатлашыуы рәүешендә сығарылған: "Үҙ илемә ҡайтып, кантон булһам, ирешер ҙә инем, Фатимам, моратҡа".

Ләкин кантон йырҙары үҙҙәренең идея-тематик йөкмәтке­һе менән бер төрлө генә түгел. Кантон башлыҡтарын ҡәһәр­ләгән йырҙар менән бер рәттән уларҙы данлаған, маҡтаған йырҙар ҙа күп кенә. Ләкин хәҙер инде шуныһы асыҡ билдәле: бындай йырҙарҙың береһе кантондың исеме, икенсеһе уның фамилияһы менән таралған. Мәҫәлән, "Мирхәй кантон", "Азаматов кантон" йырҙары хәҙерге Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылындағы кантон башлығы Мирхәйҙәр Азаматов, "Мөхәммәтйән кантон", "Бүзекәй кантон" йырҙары хәҙерге Учалы районы Муйнаҡ ауылындағы кантон башлығы Мөхәммәтйән Бузыҡаев тураһында сығарылған. Шул уҡ ваҡытта кантон башлыҡтарын тик маҡтап ҡына сығарылған йырҙар ҙа бар. Мәҫәлән, "Әлмөхәмәт кантон" менән "Ҡыуат сәсән" йырҙары.



Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz