Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 26.04.2024, 08:04

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Хәбәр һөйләм

  Хәбәр һөйләмдәр ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиғалар, күренештәр тураһында белешмә бирә, хәбәр итә . Улар телмәрҙә ҡулланылған һөйләмдәрҙең иң киң таралған төрө. Хәбәр һөйләмдәр йөкмәткеһе, төҙөлөшө, функциялары буйынса ла бик күп төрлө: улар хәбәр итәләр, тасуирлайҙар, һүрәтләйҙәр, билдәләйҙәр, характеристика бирәләр. Бындай һөйләмдәр йыйнаҡ йәки тарҡау, бер составлы йәки ике составлы, ябай йәки ҡушма булалар. Уларҙың структураһы йөкмәткеләренә бәйле.
  Хәбәр һөйләмдәрҙең төп үҙенсәлеге - уларҙың сағыштырмаса тамамланған уйҙы белдереүе, уларға тыныс тон хас. Бындай һөйләмдәр түбәнәйеүсе интонация менән әйтеләләр. Ғәҙәттә, айырып күрһәтергә теләгән һүҙгә йәки һүҙбәйләнешкә логик баҫым төшә: Аяуһыҙ һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Беҙҙең ғәскәрҙәр хасил иткән саҡрымдарға һуҙылған ут йомғағы, үҙ юлындағы бөтә нәмәне кире һепереп, торған һайын асырғаныбыраҡ дошман өҫтөнә тәгәрәне. Пехота полкы күптән инде ошо ут йомғағына уҡмашҡайны (Д. Бүләков).
  Хәбәр һөйләмдәрҙә һүҙҙәрҙең тура тәртибе уның синтаксик төҙөлөшөнөң үҙенсәлеге булып һанала, был осраҡта эйә - хәбәрҙән, аныҡлаусы - аныҡланыусынан, ә тултырыусылар, хәлдәр хәбәрҙән алда киләләр. Шуға күрә лә хәбәр һөйләмдә һүҙҙәрҙең урынлашыу тәртибе күҙлегенән өс позицияны билдәләп була:
1) эйә менән хәбәрҙең үҙ-ара позицияһы;
2) аныҡлаусының үҙе асыҡлаған исем менән белдерелгән һөйләм киҫәгенә ҡарата позицияһы;
3) тултырыусы менән хәлдең ҡылымдан килгән хәбәргә ҡарата позицияһы.
   Хәбәр һөйләмдәрҙә баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙең позицияһы һүҙҙәр тәртибенең һөйләм компоненттарын айырып күрһәтеүгә булышлыҡ итеүе менән аңлатыла. Стиль йәһәтенән битараф булған хәбәр һөйләмдәрҙең хәбәре һөйләм аҙағында килергә ынтыла, йәғни «эйә - тултырыусы (хәл) - хәбәр» конструкцияһы иң йыш ҡулланылыусан:
1.Мин быйыл Өфөнән һинһеҙ китмәйем (Н.Мусин).
2.Мортазин туп-тура пулеметҡа саба (Р.Солтангәрәев).
  Ләкин был ғына «тултырыусы (хәл) - эйә - хәбәр», «хәбәр - эйә - тултырыусы (хәл)» һәм (тултырыусы (хәл) - хәбәр - эйә» позициялы хәбәр һөйләмдәр була алмай тигәнде бер нисек тә раҫлай алмай. Был төр конструкциялар ҙа телмәр процесында йыш ҡулланыла:
1.Дин дәрестәре менән артыҡ мауыҡманы Сари (Б.Бикбай).
2.Өмөт өҙөлөп, төңөлә генә башлағанда хәбәр таралды (Б.Ноғоманов).
3.Ниҙәр генә күрмәне бында башҡорттар! (Р.Солтангәрәев).
4.Ҡурҡытырға уйлайҙар улар башҡортто (Р.Солтангәрәев).
   Һүҙ тәртибендәге бындай үҙгәрештәр телмәрҙә экспрессивлыҡ функцияһын ғына үтәй, сөнки хәбәр төркөмөнөң структураһы һөйләмдә һүҙ тәртибенең үҙгәреүенә ҡарап боҙолмай, улар норма булыуҙан туҡтамай һәм бер үк һөйләмдең төрлө вари¬анттарын ғына тәшкил итә. Тимәк, «эйә - тултырыусы (хәл) - хәбәр» тибындағы хәбәр һөйләмдәр телмәр процесында йыш ҡына үҙгәрештәргә биреләләр: 1.Хәҙер уны яһайым мин («Урал батыр» эпосы). 2.Юҡҡа ғына аҡты уның ятағы (Р. Солтангәрәев). 3.Әй йүгерҙек йылға, тауҙар аша Малайҙарҙың сыбар төркөмө (Р.Назаров). Эйәнең хәбәр һөйләмдә килеү урыны уйың мәғәнәүи әһәмиәтен айырып күрһәтеү сараһы булараҡ ҡулланыла. Һөйләмдәрҙә хәбәр һүҙ тәртибе ярҙамында айырып та күрһәтелә ала: уның һөйләм башында йәки уртаһында килеүе - ошо күренеш¬тең сағылышы, был осраҡта, әлбиттә, телмәр ситуацияһы менән кон-текст әһәмиәтле роль уйнай: 1.Йөрөй ул ҡаянан осоп сыҡҡан бөркөт шикелле (Р.Солтангәрәев). 2.Иптәшенең тарихын бына шулай теркәп ҡалдырҙы старшина Павел Силантьевич Хомчук(М.Кәрим). 3.Шуға ла көлә Башкирцевтан иптәштәре (Р.Солтангәрәев). «Хәбәр-тултырыусы (хәл)-эйә» тибындағы конструкцияларҙа хәбәрҙең - һөйләм башында, ә эйәнең уны тамамлап килеүен бер үк ваҡытта хәбәрҙе лә, эйәне лә айырып күрһәтеү сараһы булараҡ ҡабул итеүгә мөмкинлек бирә. Хәбәр һөйләмдәрҙең киҫәктәре һүҙ тәртибе ярҙамында ғына түгел, айырып күрһәтеүсе махсус саралар ярҙамында ла белдерелә, улар коммуникацияның маҡсатынан сығып ҡулланыла. Эйәне айырып күрһәтеү өсөн түбәндәге лексик саралар ҡулланыла: 1. Исемдәр, сифаттар менән белдерелгән аныҡлаусылар: Йомшаҡ бармаҡтар был юлы һалҡын ине (М.Кәрим). Инә бүре имән төбөнә килде(Р.Солтангәрәев). Тағы күпме ҡамыл ерҙәр һабан көтә (Р.Бикбай). 2. Һөйләмдең эйәһе алмаштар ярҙамында ла айырып күрһәтелә ала: Минең исемем - Ләйлә (С.Агиш). Теге ҡыҙ урамды күрһәтте (Б.Ноғоманов). Һинең дә йоҡоларың тиктәҫкә генә ҡалмағандыр (М. Кәрим). 3. Һандар менән: Шул көндән һуң өс йыл үтте (Д.Бүләков). Уны ике надзиратель камераға һөйрәп индерҙе (Р.Солтангәрәев). 4. Сифат ҡылымдар һәм сифат ҡылым әйтемдәре: Әйткән һүҙ-атҡан уҡ (мәҡәл). Дөмгөл ҡара күктән ҡойолған ҡар өсөнсө тәүлек яуа (Я.Хамматов). Унан күҙҙең яуын алып торған таш килеп сыҡҡан («Асҡын ташы» легендаһы). 5. Киҫәксәләр ҙә һөйләмдең эйәһен айырып күрһәтеүсе сара була алалар: Ҡыҙрас та унан ҡурҡыңҡырай шикелле (3.Биишева). Үҙ ғүмеремдә мин бит күп ҡыҙыҡлы кешеләрҙе осратҡанмын (Р. Ханнанов). Нимә генә үҫмәй унда: арышмы, бойҙаймы, ҡарабойҙай менән тары булһынмы, сөгөлдөр, кукуруз, һоло булһынмы- бөтәһе лә емерелеп үҫә (Т, Килмөхәмәтов), Йыйнаҡ хәбәр һөйләмдәрҙең хәбәре булып хәрәкәт, торош, аҡыл һәм физик эшмәкәрлекте белдереүсе ҡылымдар килһә, ундай хәбәрҙәр йыш ҡына һөйләмдең башында торалар: Ҡайтты ул. Эшләйем мин. Ауырыйһың һин. Бындай һөйләмдәрҙең инварианты булып, әлбиттә, Ул ҡайтты. Мин эшләйем, һин ауырыйһың һөйләмдәре тора. Һөйләү телмәрендә эйәнең һөйләм аҙағында килеүенә көнкүреш ҡылымдарының лексик мәғәнәһе дә йоғонто яһай. Бындай һөйләмдәрҙә, тултырыусылар, хәлдәр булған осраҡта ла, эйәләр йыш ҡына һөйләм аҙағында киләләр: Капитан Казарянды беләм мин (М. Кәрим). Беләм капитан Казарянды мин. Бында тағы ла шуны әйтергә кәрәк: хәбәре көнкүреш ҡылымдары менән белдерелгән хәбәр һөйләмдәрҙең аҙағында килеүсе эйә айырып күрһәтеү функцияһын үтәй. Әгәр ҙә һөйләмдә ҡылым хәбәрҙәргә ҡараған тултырыусылар, хәлдәр булһа, эйәнең һөйләм аҙағында килеүе уны айырып күрһәтеүсе сара булыуҙан туҡтай һәм «хәбәр - тултырыусы (хәл) - эйә» конструкцияһы (Китте әсәләренә Сәлимә. Сәлимә әсәләренә китте һөйләменең йәпле һөйләү телмәрендә осраған варианты ғына булып ҡабул ителә.
Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz