Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 29.03.2024, 08:23

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1213

Ғ.Хөсәйенов „Рудасы Исмәғил Тасим улы”

Маҡсат: уҡыусыларҙы Ғ.Хөсәйеновтың биографияһы һәм ижады менән таныштырыу. Телмәр үҫтереү өҫтөндә эште дауам итеү. Тыуған яҡҡа һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазлау: Яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, китап.
Дәрес барышы.
1.Ойоштороу моменты
-Һаумыһығыҙ.Синыфта кем юҡ? Ни сәбәпле?
 -Бөгөнгө һауа торошо тураһында һөйләшеү.
2. Өй эшен тикшереү
 -Өйгә ниндәй эш бирелгәйне?
- Өй эштәрен уҡып ишеттереү
3.Артик. күнегеү(таҡтала яҙылған)
 Киләм тағы Уралыма,
Көҙҙәр еткәс,
Тик йырларға уны данлап
 Һүҙҙәр етмәҫ. - уҡытыусы уҡый
-уҡыусылар үҙ аллы уҡый
-хор менән уҡыу
-сылбыр менән уҡыу
4. Дәрестең темаһын, маҡсатын әйтеү
-Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән Ғ.Хөсәйеновтың биографияһы һәм ижады менән танышасаҡбыҙ, телмәр үҫтереү өҫтөндә эште дауам итербеҙ.
5. Яҙыусының биографияһы менән таныштырыу ( ҡушымтаны ҡарарға )
- Китаптар күргәҙмәһен ҡарау.
- Яҙыусы тураһында нимәләр белеүҙәрен һорау.
- Биографияһы менән таныштырыу.
6. Китап менән эш - әҫәр тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү

Тасимов Исмәғил Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына әҙерлек сигендә Санкт- Петербург тау институты (университеты) ректораты, Башҡортостан республикаһы етәкселеге тәҡдиме менән, институтты ойоштороусыларҙың береһе — башҡорт руда сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында ҡарар ҡабул итте. Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербургтағы вәкиллегенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡын көндәрҙә юғары уҡыу йортонда Исмәғил Тасимовҡа таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Таҡтаташ эскизын Тау фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы Миниәхмәт Моталов менән рәссам Өлфәт Ҡобағошов эшләгән. Был ҡарар Фрейнбергтағы донъяла беренсе тау академияһынан ете йыл ғына һуңыраҡ нигеҙ һалынған Рәсәйҙең тәүге техник вузының 223 йыллығы алдынан ҡабул ителде. 1771 йылда Тасимов иптәштәре менән Берг-коллегияға үҙ рудаларын Югов баҡыр иретеү заводтарына ебәреүҙе һәм ҡаҙна рудниктарын уларға тапшырыуҙы һорап ғариза яҙа. «Тау мәктәбе булдырыу тураһында» Сенатҡа докладында Берг-коллегия башҡорттарҙың тәҡдимен хуплай, етмәһә «уны файҙалы ғына түгел, ә бөтә Тау корпусы өсөн бик кәрәкле» тип таный. 1773 йылдың 21 октябрендә (яңы стиль буйынса 3 ноябрҙә) Екатерина II Рәсәйҙә беренсе юғары техник мәктәбен булдырыу тураһында Сенат ҡарарын раҫлай. Ул кадет корпусы тип түгел, ә «дворян балаларынан тыш, башҡалар ҙа уҡый алһын өсөн» Тау училищеһы тип атала. Уҙған ике быуаттан ашыу йылдар эсендә был уҡыу йорто үҙ исемен күп тапҡырҙар үҙгәртә — Тау кадет корпусы, Тау институты, Тау техник университеты, — ләкин һәр ваҡыт үҙенең олпат интеллектуаль потенциалын һаҡлап килә. Тау кадет корпусын тамамлаусы академик Дмитрий Соколов 1830 йылда үҙ хеҙмәттәренең береһендә: «Төпкөл ауылдан ярым ҡырағай башҡорт Тау корпусына тәүге нигеҙ ташы һалыуына ышанырлыҡ түгел», — тип яҙа. Тасимовтың яҙмышы — ғәйнә башҡорттарының ғорурлығы. «Ярым ҡырағай башҡорт» — Исмәғил Тасимовтың исемен беҙгә танылған геолог, Тау фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы Миниәхмәт Моталов аса. 1953 йылда ул тәүге тапҡыр Исмәғил Тасимовтың исемен үҙенең диплом проекты етәксеһе, академик Анатолий Бетехтиндан ишетә һәм шул көндән алып уның Рәсәйгә патриотик хеҙмәт итеү юлын өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта Миниәхмәт Моталов — тәғәйен эш кешеһе лә: 40 йылға яҡын ғүмерен Көньяҡ Урал һәм Башҡортостандың руда ятҡылыҡтарын өйрәнеүгә арнаған, республикабыҙҙа экологик хәлдең насарайыуы айҡанлы беренсе булып саң һуғыусыларҙың береһе ул. - Алда торған юбилей — Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығы — Рәсәй дәүләтенең иҡтисади ҡеүәтенә үҙ өлөшөн индергән яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен иҫкәртеү өсөн лайыҡлы ваҡиға, — ти Миниәхмәт Ғилметдин улы. Данлыҡлы юбилей алдынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Исмәғил Тасимовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Аҡъяр тау колледжына Исмәғил Тасимов исеме бирелде, тиҙҙән колледж бинаһы алдында руда сәнәғәтсеһенә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Башҡортостандың баш ҡалаһы урамдарының береһенә уның исеме биреләсәк. Миниәхмәт Моталов, Сибайҙа Халыҡ хужалығы институты асып, уға Исмәғил Тасимовтың исемен бирергә кәрәк, тип иҫәпләй.

-әҫәрҙе сылбыр буйынса уҡыу.
- Һорауҙарға яуап биреү.
- Тасим ауылында ниндәй ғаиләләр йәшәгән?
-1757 йылда нимә була?
-Тасимовтар үҙ рудниктарын ҡасан ҡайтарып алалар?
- Исмәғил туғандарына нимә тураһында хәбәр итә?
- Тау мәктәбе хаҡында ниндәй хыялдары була Исмәғилдең?
- Аҙаҡ Тасимов ниндәй эштәр башҡара?
 7. Йомғаҡлау
- Был дәрестә яңы нимәләр белдегеҙме?
 8. Өй эше: әҫәрҙең эстәлеген һөйләргә.
Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz