|
Халыҡ сәсәндәре
Халҡыбыҙҙың рухи донъяһында сәсәнлек сәнғәтенең юғары
ролен билдәләп, Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Указы менән 1944 йылдың 14
апрелендә "Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне" тигән
почетлы исем булдырылды. Ошо хаҡтағы "Положение" буйынса был исем
"импровизаторлыҡ сәнғәте өлкәһендә айырыуса күренекле хеҙмәттәре өсөн
халыҡ йырсылары-импровизаторҙарға бирелә". Үҙенең статусы менән ул
"Халыҡ артисы" тигән исемгә тиң. Әле әйтелгән Указ нигеҙендә
"Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне" тигән исем тәү башлап Мөхәммәтша
Буранғолов, Сәйет Исмәғилев (Йәрми Сәйете), Фәррәх Дәүләтшиндарға бирелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының
1990 йылғы 9 февраль Указы менән "Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне"
тигән почетлы исем бөтөрөлдө.
|
Статистика |
---|
Онлайн бөтәһе: 1 Ҡунаҡтар: 1 Сайтты эшләүсе 0 |
|