Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Кесаҙна, 28.03.2024, 17:21

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1213

Халыҡ улы батыр Салауат

Салауат. Башҡорт ир-егеттәре араһында киң таралған исемдәрҙең береһе. Был исемде төрлө ир-ат йөрөтә.Ләкин был исемде әйтеү менән минең күҙ алдыма һәр ваҡыт бер һын баҫа. Уны мин миллионлаған ир-ат араһынан да айыра аламын. Салауат Юлаев... Халҡы өсөн үҙенең йәнен, тәнен йәлләмәйенсә көрәшеүсе, халыҡты яҡшы тормошҡа әйҙәүсе милли герой. Был исемде ишетеү менән минең күҙ алдыма бала саҡтан уҡ бәһлеүән булып үҫкән, уҡ-һаҙаҡтан мәргән атҡан, көрәштәрҙә һәр ваҡыт еңеү яулаған, ат сабыштарында тиңдәше булмаған баһадир баҫа. Башҡорт иленең бер төпкөлөндә тыуып үҫкән егеттә нисек был сифаттар барыһы ла тупланған һуң? Салауат Юлаев кеше аяғы баҫмаған ҡара урманлы, көнө-төнө туҡтауһыҙ һайраған ҡоштарға, төрлө-төрлө кейектәргә бай булған Ҡаратау итәгендә тыуып үҫкән. Бала сағынан уҡ шишмәләр сылтырауын, ҡоштар һайрауын яратып тыңлар булған.Уларға ҡушылып ҡурай тартҡан, йырҙар, шиғырҙар яҙған. Тулы һыулы Йүрүҙәндә балыҡтар менән ярышып һыу ингән. Көндән көн йылғырыраҡ булып үҫкән, үҫеп етеп, һунарға йөрөй башлағас, ҡуяндар менән кемуҙарҙан ярышҡан, алпан-толпан атлап йөрөгән айыуҙар менән көс һынашҡан. Кәрәк саҡта һауалағы ҡошто атып алған, һабантуйҙарында беренселекте һәр ваҡыт яулар булған. Ябай ғына ауыл малайын тыуған ере, тыуған һыуы, тыуған моңо, ата -әсәһе - барыһы ла бергә баһадир итеп тәрбиәләгән. Мул һыулы, матур тәбиғәтле, ҡош-ҡортҡа, тәбиғи ҡаҙылмаларға бай булған башҡорт ерҙәрендә милләттәштәренең интегеп йәшәүе Салауаттың йөрәген һыҙлатҡан, йәнен тетрәткән, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул халыҡты яҡшы тормошҡа әйҙәгән, рус колонизаторҙарына ҡаршы баш күтәрергә өндәгән. Һәр ваҡыт дөрөҫлөк яғында булған Юлай Аҙналин да улы менән бер рәттән восстаниеға күгәрелгән,халыҡ менән етәкселек иткән. Нимә етмәгән һуң Салауатҡа? Башҡа башҡорт малайҙары кеүек ас-яланғас үҫмәгән, ялланып байҙарға эшләмәгән, тома һуҡыр - наҙан булмаған. Ләкин уны бала саҡтан уҡ халыҡ яҙмышы борсоған, тиҫтерҙәренең яҙмышын күреп йәне көйгән, ололарҙың ғазаплы тормошо йөрәген телгеләгән. Бала саҡтан уҡ халҡы өсөн йәнен- тәнен бирергә әҙер булып үҫкән, ә ваҡыты еткәс, һис икеләнмәйенсә халҡы өсөн үлгән. Эйе, үлгән тибеҙ. Тик ул рус колонизаторҙары өсөн генә үлгән. Халҡы өсөн ул тере, ул йәшәй, ул мәңгелек.                                                                   
                                                                                                                                                            Әминева Зилә
Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz