Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йәкшәмбе, 19.11.2017, 00:31

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1122

Әкиәттәр

 

Дәрестә әкиәттәр өйрәнеү

И.Б.НАСИРОВА,
Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡытыусыһы


Белем биреү системаһында халҡыбыҙ тарихы менән бөгөнгөһө, шәхес тәрбиәләүҙә фольклорҙың йоғонтоһо проблемалары тығыҙ бәйләнештә ҡарала. Был өлкәлә башҡорт халыҡ педагогикаһын эстетик яҡтан өйрәнеүсе З.Ж. Кейекбаева, физик йүнәлештә тикшереүсе Х.Х. Баймырҙин, әхләҡи тәрбиә өҫтөндә эшләүсе С.Ә. Мөхәмәтйәновтың хеҙмәттәре билдәле. Милли үҙаңды формалаштырыуҙа фольклорҙың көсө баһалап бөткөһөҙ, сөнки интеллектуаль, эстетик, этик ҡиммәте буйынса ул кешеләрҙең рухи ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Халыҡ аҡылына, уның йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә мөрәжәғәт итеп беҙ бөгөнгө рухи көрсөктән ҡотола алабыҙ.
Ауыҙ-тел ижадын халыҡ педагогикаһының энциклопедияһы тиергә мөмкин, сөнки ул балаға белем һәм тәрбиә биреү менән бер рәттән, халҡыбыҙ хазинаһы, ҡомартҡыһы, тарихы, уның хыял-өмөттәре менән дә таныштыра. Тел дәрестәрендә эш алымдарын һәм методтарын фольклорҙың жанр үҙенсәлектәренән сығып ойоштороу шарт. Миҫал өсөн халыҡ ижадының киң таралған төрө – әкиәттәргә туҡталайыҡ.


Әкиәттәр уҡыусылар күңеленә хуш килгән, уларҙың тәбиғәтенә яҡын торған әҫәрҙәрҙән һанала. Бындай дәрестәр балаларға һәр ваҡыт күтәренке кәйеф бүләк итә, шуның менән бергә уларҙың күңел байлығын үҫтереүгә киң мөмкинлектәр аса. Әкиәт ысын тормош ваҡиғаларын, тарихи факттарҙы фантастик образдарҙа яҡтырта. Шуға ла тәүләп таныштырыу аңлатмалы уҡыу һәм һөйләү алымы менән башҡарылһа, отошлораҡ була. Уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын һүндермәҫкә, әкиәттә барыһы ла уйлап сығарылған, тормошта улай булмай тип әйтеүҙән һаҡ булырға кәрәк. Балалар сихри көстәрҙең барлығына ышанмаһа ла, хыялда  донъяны әкиәттәге кеүек матур итеп күрергә теләй.
Дәрестәге ошо күңел торошо балаларҙа шатлыҡ хисе тыуҙыра, хыялланырға өйрәтә. Персонаждарға характеристика биреп, уҡыусылар кеше холҡондағы ыңғай һәм кире сифаттарҙы баһаларға, яҡшынан яманды айырырға өйрәнә. Уҡытыусының анализ барышындағы һорауҙары аңлайышлы, ябай булырға тейеш. Әкиәттең йөкмәткеһен кешеләр характерына, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтенә, бигерәк тә уҡыусылар тормошона бәйләргә ярамай. Мәҫәлән, башланғыс класта өйрәнелгән «Иренгән ике эшләр» әкиәтен уҡып бөткәс, ғәҙәттә, уҡытыусылар: «Һеҙҙең арала Саматҡа оҡшағандар юҡмы?» – тигән һорау бирә. Был һис  тә дөрөҫ түгел.
Ябай һәм бай телле халыҡ әкиәттәре һөйләү өсөн ижад ителгән, шуға ла уны күп тапҡыр һөйләү отошло. Уҡыусыларҙан әҫәрҙе мөмкин тиклем йөкмәткеһенә яҡын итеп һөйләүҙе талап итергә кәрәк. Сәхнәләштереү, ролдәргә бүлеп уҡытыу уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә ярҙам  итә. Әкиәттәр буйынса төшөрөлгән һүрәттәр конкурсы ла уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу  уята. Белемдәрен тикшереү маҡсатында  викторина, тест һорауҙары алырға була.
Программа буйынса V класта  уҡыусыларға «Урал батыр», «Аҡъял батыр», «Ҡариҙел» әкиәттәре тәҡдим ителә. Уҡытыусы был дәрестәрҙә Урал, Аҡъял батыр образдары аша батырлыҡ, илһөйәрлек тойғоһо, халыҡ ижадына ихтирам һәм һөйөү  тәрбиәләү маҡсаттарын ҡуя.  Беренсе дәрес тыуған ил, халыҡ батыры Салауат тураһында әңгәмәнән башлана. Тема билдәләнгәс, «фольклор» (ингл. «халыҡ аҡылы») һүҙенә аңлатма бирелә. Артабан эҙмә-эҙлекле рәүештә «Урал батыр» әкиәтен өйрәнеүгә күселә. Уҡытыусының тасуири уҡыуынан һуң, сылбыр алымы менән уҡыусылар уҡый. Ауыр аңлайышлы һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙып, мәғәнәләрен асыҡлағас, йөкмәтке буйынса һорауҙар бирелә. Урал менән Шүлгән образдары ентекле анализлана. Уҡыусылар әкиәттәге тасуирлауҙарҙы дәфтәргә яҙып алалар (мәҫәлән, Аҡбуҙат еңел текә тояҡлы, ҡыйғас ҡамыш ҡолаҡлы һ.б.). Был алым уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен күҙәтергә мөмкинлек бирә. Бала әкиәтте халыҡсан һүҙҙәр менән һөйләгәндә уның әсә телен белеү кимәле асыҡлана. Филология фәндәре кандидаты Ф.Б. Санъяров билдәләүенсә, башҡорт халыҡ әкиәттәре теле хис-тойғо биҙәктәренә бай булыуы менән фольклорҙың башҡа жанрҙарынан айырылып тора. Эмоционаллек уларҙа ифрат күп саралар менән бирелә. Үкенескә ҡаршы,  мәктәптә художестволы әҫәрҙәрҙең телен өйрәнеү методикаһы әлегә етерлек кимәлдә өйрәнелмәгән.
Фольклор – һәр кемгә аңлайышлы, баланы үҙ мөмкинлектәрен күрһәтергә этәреүсе, халыҡ рухының тамырҙарына төшөүгә, гүзәллекте тәрәнерәк өйрәнеүгә әйҙәүсе көс. Унда халыҡтың көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, бәхетле тормош тураһындағы өмөт-хыялдары, эстетик, философик, педагогик ҡараштары, тарихы сағыла. Фольклор материалдары уҡыусыларҙа тыуған ергә, туған телгә һәм халҡыбыҙ тарихына ихтирам, оло һәм ғәзиз хистәр, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә ярҙам итә.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz