Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Кесаҙна, 21.09.2017, 02:44

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1109

Компьютер һәм телмәр үҫтереү

Башҡорт теленә өйрәтеү әлбиттә, еңелдән түгел. Тәүге дәрестәр башҡорт халыҡ ижадына, мәҙәниәтенә, тарихына таянып алып барыла. Унда мауыҡтырғыс уйындар, йыр-бейеү, йәғни, ҡыҙыҡтырғыс эш алымдары ҡулланыла. Был дәрестәрҙең маҡсаты булып телгә һөйөү тәрбиәләү, уның матурлығын күрһәтеү, уны һаҡлау һәм яҡлау торҙо. Башҡорт телен уйын-көлкө менән генә өйрәтеп булмай, уны тәрәнерәк өйрәнеү кәрәк.

   Дәрес – ул эҙмә-эҙлекле ижади эш, тирә-йүн һәм ундағы күренештәр тураһында белем, информация алыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек процесы.

    Башта уҡытыусы теманан сығып дәрестең тибын (уҡыу мәсьәләҙе ҡуйыу дәресе, моделләштереү дәресе, уҡыу мәсьәләрен хәл итеү дәресе, ғәмәли эштәр дәресе, рефлексив анализ дәресе, тикшереү эше үткәреү дәресе) күрһәтә, маҡсатын аныҡ итеп билдәләй һәм тейешле дәрес структураһына таянып уның й³кмәткеһен ҡора.

   90-сы йылдар башында Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы үҫтереүсе уҡытыу системаларына (В.В. Занков һәм Д.Б. Эльконин-В.В.Давыдов) ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм уларҙы өйрәнеп, төплө анализ яһаны. 1996 йылда был уҡытыу системалары Рәсәй Мәғариф министрлығы коллегияһында ҡаралып, рәсми рәүештә кәрәкле тип табылды һәм уларға хөкүмәт статусы бирелде.

   Шул көндән алып Рәсәй мәғарифында 3 төрлө уҡытыу системаһы сафҡа инде: 1) традицион уҡытыу системаһы; 2) В.В. Занков уҡытыу системаһы; 3) Д.Б. Эльконин – В.В. Давыдов уҡытыу системаһы.

    Дәреслектәр тураһындағы концепция донъя күргәс, ғалимдар тарафынан уға нигеҙләнеп эшкәртелгән яңы уҡытыу курстары йәғни һәр предмет буйынса уҡытыу программалары менән уҡытыу-методик комплекттар барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көнгә традицион уҡытыу системаһында уларҙың 7 төрө иҫәпләнә һәм ошо  уҡытыу курстарының йөкмәткеһе, дидактик принциптары һәм уларҙы уҡытыу процесында тормошҡа ашырыу алымдары бер ни тиклем үҫтереүсе уҡытыу системаларына (В.В.Занков һәм Д.Б.Эльконин – В.В.Давыдов) тартым.

Һуңғы 20 — 25 йыл эсендә бик күп яңы технологиялар барлыҡҡа килде һәм уҡытыусылар ҡарамағына тәҡдим ителде. Рәсәйҙәге дөйөм белем биреү өлкәһе был яҡтан «бум» кисерә, һайлау алдында то­ра. Беҙ иһә әҙәбиәт предметына яҡын килә торған йәки ошо предметҡа алып килеү мөмкинлеге булған технологияларға туҡталырбыҙ.

1. Хеҙмәттәшлек педагогикаһы. 1980 йылдарҙа совет мәктәбенең иң яҡшы традицияларын (С.Т.Шацкий, В.А.Сухомлинский, А.С.Макаренко) һәм педагогика фәненең уңыштарын (К.Д.Ушинский, Л.Н.Толстой, Ж.Ж.Руссо, Я.Корчак һ.б.) йыйып, дөйөмләштереп, бер төркөм педагогтар тәҡдим итә. Хәҙерге «Россия Федерацияһындағы дөйөм белем биреү концепцияһы» шуға нигеҙләнә.

2. Ш.А.Амонашвили технологияһы. «Тормош мәктәбе» тип исемләнгән был концепцияны күренекле грузин педагогы академик Шалва Александрович Амонашви­ли тәҡдим итә. Ул донъяуи уҡытыуҙы дини мәҙәниәт элементтары менән ҡушып алып барыуҙы күҙҙә тота.

3. Е.Н.Ильин системаһы. Авторы — Санкт-Петербургтың 84е мәктәбендә рус әҙәбиәте уҡытыусыһы Евгений Николаевич Ильин. Ул әҙәбиәтте кеше формалаштырыусы предмет итеп ҡарауға нигеҙләнә.

4. Проблемалы уҡытыу. Америка философы, психологы һәм педагогы Дж.Дьюи (1859 — 1952) тәҡдим иткән закондарға нигеҙләнә. Проблемалы уҡытыу педа­гогик процесты уҡытыусы етәкселегендә уҡыусыларҙың проблемалы ситуацияларҙы сисеүгә йүнәлтелгән эшсәнлеге булараҡ ҡарай, шуның һөҙөмтәһендә белемдәр үҙләштерелә, күнекмәләр формалаштырыла, фекерләү үҫә.

5. В.Ф.Шаталов технологияһы. Ул уҡытыуҙы камиллаштырыуҙа схемалар һәм терәк билгеләргә таяна. Виктор Федорович Шаталов — Донецк асыҡ университеты про­фессоры.

6. Н.Лысенкова технологияһы. Башланғыс синыфтар өсөн Софья Николаевна Лысенкова — Мәскәүҙең 587е мәктәп уҡытыусыһы тәҡдим итә.

7. Уҡыу-уҡытыуҙы шәхсиләштереү технологияһы. Уны Инге Унт, А.С.Границкая, Б.Д.Шадриков кеүек педагог-ғалимдар тәҡдим итә.

8. «Мәҙәниәттәр һөйләшеүе» технологияһы. Уның авторы ғалим-философ В.С.Библер һәм уҡытыусы С.Ю.Курганов.

9. Үҫтерелешле уҡытыу технологиялары. 1996 йылды Россия Мәғариф министрлы­ғы Л.В.Занков һәм Д.Б.Эльконин, В.В.Давыдов эшләгән үҫтерешле уҡытыу техно­логиялары булыуҙы рәсми төҫтә таныны.

10. Альтернатив технологиялар. Вальдорф педагогикаһы. Немец философы һәм педагогы Рудольф  Штейнер   (1861 - 1925)  тәҡдим итә.   Уның  фекеренсә,  танып белеү һәләте һәм ихтыяжы кешене  камиллаштыра.  Беренсе мәктәп   «Вальдорф-Астория»  фабрикаһы ҡаршыһында асыла, исеме шунан сыҡҡан.

Башҡорт телен уҡытҡан һәр бер уҡытыусы алдында ошо технологияларҙы яҡшы итеп өйрәнеп, уҡытыу процесында ҡулланыу бурысы тора.

Информатизация бөгөнгө көндә кеше тормошоноң барлыҡ өлкәләренә лә киң үтеп керҙе тийәрлек. Шул иҫәптән хәҙер ул уҡыу-уҡытыу эшендә лә киң файҙаланыла. Улай ғына ла түгел: тарихи яҡтан ҡарағанда, мәғариф сис­темаһы — информатизация объекттарының иң беренсеһе һәм әһәмиәтлеһе, тип әйтергә була. «Информация технологиялары» төшөнсәһенең асылда ниҙән ғибәрәт булыуын асыҡлау өсөн, әлеге процесс үҫешендә өс этапты айырып күрһәтергә мөмкин.

Беренсе этапта (яҡынса уҙған быуаттың 50-се йылдар аҙағы — 60-сы йылдар башында) промышленность өлкәһендә алға киткән илдәрҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарында хисаплау үҙәктәре, электрон хисаплау машина­лары барлыҡҡа килә.

Әлеге этапта «информатика» төшөнсәһе хисаплау техникаһы ярҙамында мәғлүмәт туплау, уны һаҡлау, эшкәртеү һәм таратыу ысулдарын өйрәнеүсе фәндең бер өлкәһе булараҡ киң ҡулланыла. "Информация технологияла­ры» төшөнсәһе сағыштырмаса һуңыраҡ барлыҡҡа килә.

Персональ компьютерҙар барлыҡҡа килгәс, «яңы информация технологиялары» төшөнсәһе ҡулланылышҡа керә. Һуңыраҡ «заманса ин­формация технологиялары" төшөнсәһе лә файҙаланыла башлай.

Әлеге ваҡытта дәрестәрҙә компьютер ҡулланыуға ҡарата төрлө фекерҙәр йөрөй. Берәүҙәр быға ҡуш ҡуллап риза, ә икенселәр ҡаршы. Шул уҡ ваҡытта бер кемдә компьютерҙың файҙаһын кире ҡаҡҡаны юҡ. Уны кәрәкле бер кимәлдә һәм дөрөҫ файҙалана белеү генә кәрәк.

Хәҙерге социаль-иҡтисади шарттарҙа тел уҡытыусыһы алдында түбәндәге проб­лемаларҙы хәл итеү тора:

1. Аҙ ваҡыт эсендә грамматик темаларҙы бер бөтөн итеп аңлатыу.

2. Уҡыусыларҙың уҡыу һәм танып белеү эшмәкәрлеге менән етәкселек итеү.

3. Үҙаллы белем алыуға, ижадҡа ынты­лыш, иң мөһиме, башҡорт рухлы шәхес тәрбиәләү.

Бына ошо үтә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү кәрәклеге башҡорт теле дәрестәрен икенсерәк итеп ойоштороуҙы талап итә.

Дәрестә компьютер ҡулланыу уҡытыусы эшен бик күпкә еңеләйтә һәм уҡыусыларҙа предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Ләкин был технологияны ҡулланыу уҡытыусы алдына бик күп талаптар ҡуя. Иң башта уҡытыусы компьютер менән эш итә белергә тейеш. Дәрестең һәр бер этабы яҡшы уйланған, белем кимәлен арттырыуға йүнәлтелеүе бик мөһим.

Дәрестә компьютер ҡулланыу – дәрес буйы уҡыусы компьютер артында эшләргә тейеш тигәнде аңлатмай. Сөнки компьютер артында оҙаҡ ултырыу уҡыусының һаулығына зыян килтереүе мөмкин һәм уҡыусы китап менән дә эш итә белергә тейеш.Компьютерҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә нисек ҡуллана башларға?

*Ябайҙан ҡатмарлыға күсеү принцибы менән эшләй башлау дөрөҫөрәктер, моғайын.

*Уҡыусыға ниндәйҙер бәләкәй тексты компьютерҙа йыйырға тәҡдим итеү. Һәр өҙөк һәм һөйләм уҡыусыларҙың үҫеш кимәленә тап килергә тейеш.

*Һөйләмдә кәрәкле тыныш билдәләрен ҡуйыу, һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу, һүҙҙәрҙә төшөп ҡалған хәрефтәрҙе өҫтәү.

*Төрлө тестар башҡарыу.

*Быларҙан тыш бирелгән һүҙҙәр буйынса һөйләмдәр төҙөү, тексты редакторлау һәм башҡа төрлө эштәр башҡарып була.

*Шулай уҡ балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү мәлендә лә компьютерҙы әүҙем ҡулланып була.

Дөйөмләштереп әйткәндә, компьютер дәрестәренең ыңғай һәм кире яҡтарын әлегә аныҡ ҡына билдәләүе ауыр, сөнки ошондай дәрестең планын ныҡ уйлап эшләгәндә, уҡытыусы үҙенең белем кимәлен камиллаштырыу өҫтөндә эшләүҙе һәр ваҡыт дауам иткәндә, компьютер уҡытыусының ныҡ ҙур ярҙамсыһы буласаҡ тип ышанаһы килә.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 2
Ҡунаҡтар: 2
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz