Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шаршамбы, 24.04.2024, 00:28

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Лирик йырҙар

Лирик йырҙар — халыҡ тормошоноң ябай, көндәлек күре­нештәренә, ғаилә мөнәсәбәттәренә, уйланыуҙарына бәйле тыуған хис-тойғоларҙы уртаҡлашыу ерлегендә барлыҡҡа килгән. Был йәһәттән Р. Г. Игнатьевтың күҙәтеүҙәре иғти­барға лайыҡ. "Башҡорт үҙенең көй һәм йырҙарын, — тип яҙған ул, — яңғыҙ булғанда, күберәген юл йөрөгәндә сығара. Ул урман буйлап барһа, урман тураһында, тау буйлап барһа, тау тураһында, йылға буйлап барһа, йылға тураһында йыр­лай һ. б. Ағасты ул һылыу ҡыҙ, ялан сәскәләрен уның күҙҙәре, күлдәгенең биҙәктәре менән сағыштыра". Ҡағиҙә булараҡ, бындай йырҙар халыҡтың көндәлек тормошона яҡыныраҡ тора, геройҙың рухи донъяһын, шәхси кисе­рештәрен сағылдыра. Тәбиғәт матурлығы менән һоҡланыу, тыуған төбәкте һағыныу, донъяның фанилығы өсөн үкенеү, ир-егетлек данын донъя малына ҡаршы ҡуйыу, социаль тигеҙһеҙлек өсөн нәфрәтләнеү, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә саҡы­рыу —- былар барыһы ла лирик йырҙарҙың төп йөкмәткеһен тәшкил итә.

Лирик йырҙарҙы түбәндәге темалы төркөмдәргә бүлеп йөрөтәләр:

1. Тормош-көнкүреш йырҙары;

2. Мөхәббәт йырҙары;

3. Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы хаҡындағы йырҙар;

4. Шаян йырҙар;

5. Төрлө йыр-робағиҙар.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz