Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Кесаҙна, 18.04.2024, 07:37

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

М.Ғәйнуллин

   Сәғит Мифтах улы Мифтахов 1907 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауылда башланғыс мәктәпте тамамлай һәм 1919 йылда Өфөләге уҡытыусылар курсында уҡый. 1922 йылда Күҙәй канткомы уны Стәрлетамаҡ ҡалаһына Өлкә совет-партия мәктәбенә уҡырға ебәрә. Ә инде ошо мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, 1923 йылда С. Мифтахов партияның Башҡортостан Өлкә Комитеты тарафынан Мәскәүгә Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик университетына (КУТВ) уҡырға ебәрелә. Университетты уңышлы тамамлағандан һуң, С. Мифтахов Башҡортостанға ҡайта һәм В. И. Ленин исемендәге урта мәктәптә ижтимағи фәндәр уҡытыусыһы булып эшләй. 1930 йылда С. Мифтахов КПСС-тың Баймаҡ район комитетына культура һәм пропаганда бүлегенең мөдире итеп билдәләнә. Ул бында тәү башлап «Ҡыҙыл Баймаҡ» тигән район газетаһын сығарыуҙы ойоштора, яуаплы редактор вазифаһын үтәй. Был ваҡытта ул Түбә, Сибай алтын приискыһында эшләүселәр менән яҡындан таныша, колхоздар ойоштороуҙа актив ҡатнаша. 1935 йылда инде партияның Өлкә Комитеты Мифтаховты Өфө ҡалаһы берләтелгән дәүләт театрҙарының (Башҡорт академия һәм рус драма театрҙары) директоры посына саҡырып ала. 1939—1940 йылдарҙа С. Мифтахов ҙур ижади пафос менән башҡорт милли опера сәнғәтен үҫтерешеүҙә хеҙмәт итә. Һуғыш башланғанға ҡәҙәр Башҡортостан Яҙыусылар союзының партия ойошмаһы секретары булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, Оборона халыҡ комиссары исеменә «һуғыш провокаторҙарына яуап итеп, мине хәрәкәт итеүсе армияға доброволец итеп алыуығыҙҙы һорайым» тип телеграмма биреп, һуғышҡа китә, стрелковый полкта политрук булып яу ҡырында йерөй. Яҙыусы-коммунистың боевой ғүмере ҡыҫҡа була — ул 1942 йылдың февраль айында халыҡ бәхете, бөйөк Ватан өсөн көрәштә геройҙарса һәләк була. Был ваҡытта уға ип бары 35 йәш кенә ине әле. Ижади ғүмере сәскә атып барған ваҡытта С. Мифтахов һәләк булды. Шулай ҙа ул шаҡтай бай мираҫ: «Пандар илендә», «Урал ҡаны», «Зимагорҙар», «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», «Ялан ҡыҙы» пьесаларын, «Күктән төшкән Һөрәйрә» тигән бер актлы комедия, «Һаҡмар», «Аҡбуҙат» опералары өсөн либретто, Н. Погодиндың «Мылтыҡлы кеше», В. Эльтондың «Хужа Насретдин» тигән комедияһының башҡорт теленә тәржемәһен, әҙәбиәт һәм театр сәнғәте темаһына яҙылған төрлө мәҡәләләр ҡалдырҙы. С. Мифтахов һуңғы йылдарҙа граждандар һуғышы героикаһын сағылдырған «Бөйөк шквал» драмаһын яҙырға йыйына ине. Яҙыусының архивында тупланған материалдарына ҡарағанда, уның төп геройҙарынан береһе Өфө ҡыҙыл гвардеецтар отрядының командиры — граждандар һуғышы геройы Александр Чеверев булырға тейеш ине. Ул һәр драмаһында яңы проблемалар, киҫкен синфи көрәш картиналарын кәүҙәләндереүгә ынтылды, тарихи дөрөҫлөккә тоғро булды. «Пандар илендә» (беренсе варианты «Атылған Исаак») 1929 йылда драма театры сәхнәһенә ҡуйыла һәм шунан башлап уның авторы тамашасыларға киң таныла. Пьесаның нигеҙендә пролетар интернационализм, халыҡ-ара пролетариаттың берҙәмлек идеяһы ята. «Зимагорҙар» драмаһы 1935 йылда яҙылған һәм башлап 1936 йылда Башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйылған. Пьеса башҡорт совет әҙәбиәтендә халыҡтың үткән тормошон сағылдырған тарихи әҫәрҙәр араһында күренекле урын тота. Ауыл хеҙмәтсәндәренең тормошон һәм героик хеҙмәттәрен сағылдырыуҙа С. Мифтаховтың роле айырыуса ҙур. Ул үҙенең «Һаҡмар», «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», «Ялан ҡыҙы» тигән әҫәрҙәрендә колхоз төҙөлөшөнөң типик геройҙарын драматургияла йәнлерәк кәүҙәләндерҙе. С. Мифтаховтың «Һаҡмар» драмаһы, 1929—1930 йылдарҙағы ваҡиғаларҙың ҡайнар эҙҙәре буйынса яҙылып, колхозлашыу көндәрендә (1932 йылда) сәхнәгә ҡуйылыуы менән колхоз төҙөлөшөнә ҙур ярҙам итте. Ул колхозлашыу процесында синфи дошманды фашларға өйрәтте, халыҡтарҙа был эштә ныҡлы ышаныс тыуҙырҙы. Коммунистар партияһы политикаһының дөрөҫлөгөн художестволы образдар аша раҫланы. Колхоз төҙөлөшөнөң артабанғы осорон С. Мифтахов үҙенең «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт» (1939) драмаһында тағы ла тулыраҡ итеп һүрәтләне. «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт» — «Һаҡмар»ҙың дауамы һәм артабан үҫтерелеше. Әгәр ҙә «Һаҡмар»ҙа ауыл хужалығын коллективлаштырыу өсөн көрәш, йәштәрҙең яңы тормошҡа ынтылыуҙары күрһәтелһә, «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт» драмаһы 5—6 йыл һуңыраҡ булған ваҡиғаларҙы эсенә ала. Был инде ҡатмарлыраҡ, беҙҙең илдә ғаиләнең, шәхес һәм коллективтың урынын билдәләү кеүек проблемалар алына. «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт» драмаһы С. Мифтаховтың иң уңышлы әҫәрҙәренән береһе. Ул драматик яҡтан да яҡшы эшләнгән, геройҙар араһындағы диалогтар ҡыҫҡа һәм үткер, монологтарҙа геройҙарҙың эске кисерештәре тулы сағылдырылған. Драматург һүҙҙәрҙе ентекләп һайлай, халыҡтың йәнле, тапҡыр һүҙҙәрен, мәҡәл һәм әйтемдәрен геройҙарҙың дөйөм характерына ҡулайлы итеп файҙалана. Был инде уларҙы индивидуалләштерергә ярҙам итә. С. Мифтахов драмаһының төп әһәмиәте—йәмғиәттәге етди проблемаларҙы ҡыйыу күтәреүҙә. Яҙыусы тормош дөрөҫлөгөн төрлө конкрет обстановкала тоя һәм күрһәтә белә. С. Мифтаховтың һуңғы әҫәре — «Ялан ҡыҙы» драмаһы ябай совет кешеләренең хеҙмәт батырлыҡтарын, уларҙың Совет власы менән ғорурланыуҙарын тасуирлай. Драматург үҙенең һәр яңы әҫәре менән ысынбарлыҡта актив ҡатнаша. Яңылыҡты, тормошта тыуып килгән типик күренештәрҙе тоя белеү — уның әҫәрҙәренең төп үҙенсәлеге. Драматург опера һәм балет театрының милли репертуарын булдырыуҙа ла күп көс һалды. Театрҙың беренсе көндәрендә үк уның либреттоларына яҙылған «Һаҡмар» һәм «Аҡбуҙат» опералары халыҡтың тәрән ихтирамын һәм мөхәббәтен яулап алды. Сәғит Мифтаховтың ижадп ғүмере ҡыҫҡа булды. Әммә уның исеме башҡорт милли культураһы үҫешендә зур урып тота. 1925 йылдан КПСС ағзаһы ине. 1934 йылдан СССР Ябыусылар союзы ағзаһы булды.
Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz