Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 26.04.2024, 19:19

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Мөхәббәт йырҙары

Башҡорт халыҡ лирик йырҙарының ҙур ғына өлөшөн мөхәббәт йырҙары тәшкил итә, улар үҙенең тәрән йөкмәткеле, юғары идеялы һәм образлы булыуы менән йыр классикаһы­ның мәңге юғалмаҫ үрнәктәренән ғибәрәт. Мөхәббәт йырҙарының төп йөкмәткеһен ғашиҡ булған егет һәм ҡыҙҙарҙың тойғо һәм хистәре: уларҙың бер-береһенә булған һөйөүе, кисерештәре, мәңге бергә булыу хаҡындағы хыялдары кеүек мотивтар тәшкил итә.

Мөхәббәт йырҙарының ҙур ғына өлөшө, уларҙың йөкмәткеһенә ҡарағанда, ир-егеттәр күңелендә тыуған һәм һөйгән ҡыҙҙарының исемдәре менән таралған. Был йырҙарҙа ир-егет һөйгән йәренең буй-һынын, сибәрлеген күҙ алдына баҫтыра, уны һүрәтләү өсөн иң матур һүҙҙәр, сағыштырыуҙар табырға тырыша. Шулай ҙа мөхәббәт йырҙарында таралған традици­он тел биҙәктәре әллә ни күп түгел. Һөйгән йәрҙең, ҡағиҙә булараҡ, ҡашы ҡара, буйы зифа, бер бите ай, бер бите көн, уның ҡыйғас ҡашынан хатта ай көнләшә.

Йырҙар егет йөрәгенә ут һалған ҡыҙҙың буй-һынын идеал­лаштырыу менән бергә, уның күңел сафлығын һүрәтләүгә лә ҙур урын бирә, уның әҙәпле һәм тыйнаҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Мөхәббәт лирикаһына хас бер күренеште — осрашыу шат­лығын һәм хушлашыу моңон "Юлгилде" тигән йырҙа күрергә мөмкин:

Халыҡ йырҙарында һүрәтләнгән ҡыҙ ғорур ҙа, һөйөүе хаҡына утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер. Үҙенең һөйгәненән айырылып, күңеле теләмәгән кеше менән ғүмер итеүгә ҡара­ғанда үлемде артыҡ күргән ҡыҙҙар образы халыҡ йырҙарын­да йыш осрай ("Ете ҡыҙ", "Ике ҡыҙ", "Буранбикә").

Йырҙарҙа мөхәббәт кисерештәре үҙенең төрлө хәлендә сағылып ҡалған. Унда егет менән ҡыҙҙың тәүге саф тойғола­рын да, шомло уйланыу-икеләнеүҙәрен дә, һарғайыу-моңайыуын да күрергә мөмкин. Бындай кисерештәрҙең күбеһе, йыр теле менән әйткәндә, шуларҙан ғибәрәт: ғашиҡ булыу хәле ауыр икән, баҫып ҡына алды йөрәкте; әүлиәләр булып, белһәң ине, ни бар икән шул ҡыҙ уйында; һағынған да саҡта юҡ сәләмең; күңелең һалҡын, миндә ут-ялҡын; мине ташлап, ятты һөйһәң, биргән бүләгеңде кире ал; мин килмәгәс, йәшен түккән дә; һин матур ҙа йәрҙе алып һөйһәм, үкенмәмен иртән үлһәм дә...

Мөхәббәт лирикаһында шулай уҡ айырылышыу, һағы­ныу мотивтары ла киң урын алған. Бер-береһен яратҡан ике кеше өсөн аралар йыраҡлығы һис тә кәртә була алмай. Ике йәш йөрәктең ҡауышыу осрағын мөхәббәт йырҙарындағы иң юғары нөктәнең береһе итеп һанарға мөмкин. Саф мөхәббәт менән ҡауышыуҙы йыр ҙур бәхет, донъя рәхәте итеп һанай.

 Ҡайһы бер йырҙар үҙҙәренең йөкмәткеһе менән бер күре­неште хәтерләтә, шуға күрә уларҙы йыр-күренеш тип әйтергә мөмкин. Күләме яғынан ундай йырҙар ҙур түгел, композиция яғынан иһә улар диалог алымына ҡоролған була ("Киһәйҙүк", "Ирәмәле", "Шәүрә" һ. б.).

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz