Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шишәмбе, 16.04.2024, 09:15

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Мәхмүт сәсән

Мәхмүт сәсән — фольклор материалдарына ҡарағанда, XVII быуат аралығында йәшәгән сәсән. Уның хаҡында Мөхәммәтша Буранғолов тарафынан яҙып алынған һәм "Баш­ҡорт халыҡ ижады. Эпос. Өсөнсө китап" (1982) баҫмаһында донъя күргән риүәйәттәрҙә шулай тиелә: "Борон бер байҙың ике ҡыҙы, Мәхмүт исемле бер улы булған. Мәхмүт Әүешкүл йәйләүендә тыуған, Яугүл йәйләүендә үҫкән. Уның атаһы бай булһа ла, бик һаран булған. Хатта малына көтөүсе ялларға мал ҡыҙғанып, йылҡыһын улынан, һыйыр, һарығын ҡыҙ­ҙарынан көттөргән. Башҡорттар араһында батша хөкүмәтенә ҡаршы баш күтәреү өсөн ат йыйыу башланғас, Мәхмүттең атаһы, ат биреүҙән ҡасып, малын ҡыуып, ҡаҙаҡ араһына сығып киткән. Мәхмүт йәш-елкенсәк көтөүселәр менән тороп ҡалған. Бола баҫылғас, атаһы кире ҡайтҡан, батшаға ыша­ныслы кеше һаналып, старшина итеп ҡуйылған. Бай балаһы булһа ла, Мәхмүт йәштән үк көтөүселәр менән аралашып үҫкән, ҡурай уйнауға, әкиәт һөйләүгә оҫта булған. Атаһы старшина булып түрәлеген ҡотлап йыйған мәжлестә ҡурайсылар, йырсылар, сәсәндәр бәйгеһендә Мәхмүт сәсән үҙенең хәҙер инде башҡорт халыҡ ижадында киң билдәле булған "Ҡурғаштан да тосораҡ" исемле йомаҡ-ҡобайырын әйткән, уға үҙе үк яуап биргән:

Ҡурғаштан да тосораҡ,

 Ҡараңғы төндән дөмөрәк,

Ҡара, төҫтән сөмөрәк

 Ил өҫтөндә бей булыр.

 Аяҡлы йылан шул булыр;

Тау-таш күрмәҫ аяғын

 Өҫтөндә йөрөгәс, ил күрер.

Быны ишеткәс, атаһы Мәхмүтте: "Минән көләһең, күҙемә күренмә!" — тип Себергә ебәргән, ти".

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz