Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 26.04.2024, 00:07

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Миңлеғәле Шайморатов

Миңлеғәле Минһаж (Минһажетдин) улы Шайморатов (1899-1943) - генерал-майор, Башҡортостандың халыҡ геройы, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, атаҡлы 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры.

М. М. Шайморатов 1899 йылдың 15 (27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) Биштәкә ауылында батрак ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. (Был ауыл хәҙер Шайморатов ауылы тип атала.)

1918 йылда Белореттан сығып Архангелгә килеп еткән В. К. Блюхерҙың Көньяҡ Урал партизандар армияһына барып ҡушыла. Аҙаҡтан, Төркөстан фронтының 1-се армияһы составындағы 1-се Айырым башҡорт-татар кавалерия бригадаһы сафында һуғыша, 1920 йылдың июнь баштарында Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 12-се армияһында Польшаға ҡаршы, Ростов өлкәһен Врангель армияһынан азат итеүҙә С. М. Буденныйҙың 1-се атлы армияла ҡатнаша, Ҡырым һәм Кавказ фронттарҙа.

1924—1931 йылдарҙа Мәскәүҙә ВЦИК эргәһендәге Юғары дөйөм ғәскәри училищены, һәм 1934 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия алтын миҙал менән тамамлай.

1934—1935 йылдарҙа Төркиәлә, 1936—1940 йылдарҙа Ҡытайҙа хәрби атташе, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтта. 1941 йылдың авгусында ул үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л. М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә (артабан — кавалерия корпусы) барып ҡушыла

1941 йылда республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Декабрь урталарында фронттан полковник М. М. Шайморатов ҡайтып төшә һәм ойошторолоп ятҡан дивизияны ҡабул итеп ала. 1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығы аша сыҡҡан ваҡыттағы тиңһеҙ һуғыштарҙа Башҡортостан баһадир улы гвардия генерал-майоры М. М. Шайморатов Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеревка утары янында батырҙарса һәләк була.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz