Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шәмбе, 27.04.2024, 05:33

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Морфология

Морфология — грек һүҙе. Уның «морфе» өлөшө «форма», ә «логос» өлөшө «тәғлимәт», «фән» тигәнде аңлата. Морфоло­гия бүлеге һүҙҙәрҙең үҙгәреше тураһындағы фән булып, төрлө грамматик категориялар яһалыуын өйрәнә.

Башҡорт телендә һүҙҙәр мәғәнәһе буйынса 11 һүҙ төркө­мөнә айырыла: исем, сифат, алмаш, һан, ҡылым, рәүеш, теркәүес, бәйләүес, киҫәксә, мөнәсәбәт һүҙ, ымлыҡ.

Һүҙ төркөмдәре үҙҙәре ике ҙур төркөмгә бүленә: үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре.

Үҙ аллы һүҙҙәр айырым торғанда ла мәғәнә аңлата. Улар килеш, зат, һан менән үҙгәрә һәм төрлө ялғауҙар ҡабул итә: көн — көндөң, көнөм, көндәр; кил килә, килгән, килгәндә, килгәндәр; ҡара ҡарараҡ, ҡап-ҡара; шәп шәберәк һ. б.

Төрлө ялғауҙар ҡабул итеп, тулы мәғәнә аңлатҡан, телмәрҙә айырым үҙ аллы ҡулланыла, үҙгәрә алған һәм яһау­сы ялғауҙар менән яңы һүҙ яһай алған һүҙҙәр үҙ аллы һуҙҙәр тип атала. Улар эш-хәрәкәттәрҙе, предметтарҙы, уларҙың билдәләрен, һандарын атап килә. Үҙ аллы һуҙ төркөмдәренә исем, сифат, һан, алмаш, ҡылым, рәүеш инә.

Үҙ аллы һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәр генә айырым һорауға яуап биреп, айырым һөйләм киҫәге була ала.

Үҙ аллы мәғәнәһе булмаған, һүҙҙәр һәм һөйләмдәр араһын­да төрлө бәйләнеште белдергән һүҙҙәр ярҙамсы һуҙҙәр тип атала. Ярҙамсы һуҙ төркөмөнә теркәүестәр (йә, йәнә, ләкин, тағы, әллә, ә, әгәр һ. б.), бәйләүестәр (бирле, кеуек, өсөн, саҡлы, табан, һуң һ. б.), киҫәксәләр (бит, ғына, даһа, -дыр, -мы, -сы һ. б.), мөнәсәбәт һүҙ (тимәк, ғөмүмән, әлбиттә һ. б.) инә.

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре үҙ аллы һүҙҙәр менән бергә генә ҡулланыла һәм һөйләм киҫәктәре була алмай.

Был ике ҙур төркөмдән башҡа, айырым урын алып то­роусы һүҙҙәр бар. Ул — ымлыҡ: ох, ах, их һ. б.

Ымлыҡтар үҙ аллы һүҙ төркөмөнә лә, ярҙамсы һүҙ төркө­мөнә лә ҡарамай.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz