Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 19.04.2024, 12:14

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Мортазин Муса Лот улы

Мортазин Муса Лот улы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, Ырымбур губернаһы Верхнеурал (Үрге Яйыҡ) өйәҙе Күбәләк-Тиләү улысының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Көсөк ауылында 1891 йылдың 20 февралендә тыуған. 1937 йылдың 27 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында ерләнгән.

  • 1911 йылға тиклем ауыл мәҙрәсәһендә уҡый.
  • 1912-1917 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә.
  • 1917 йылда Февраль революцияһынан һуң, май-июнь айҙарында әүҙемләшеп киткән дөйөм мосолман һәм милли хәрәкәттәрҙе съездарында ҡатнаша. Шул йылда Башҡортостандың һәм башҡорттарҙың милли азатлығы өсөн көрәш юлына баҫа.
  • 1918 йылда М. Л. Мортазин Башҡортостандың Ваҡытлы Революцион Советына ағзаһы итеп алына. Верхнеурал өйәҙенең Тамъян-Ҡатай төбәгендә милиция органдары, ауыл һәм олоҫ Советтары ойоштора.
  • 1918 йылдың апреленән авгусына тиклем башҡорт партизан отрядына етәкселек итеп, атаман Дутов һәм Анненковҡа ҡаршы һуғыша. Башҡорт милли ғәскәрендә эскадрон командиры, полк командиры була.
  • 1919-1920 йылдарҙа Мортазин бригадаһы крәҫтиән фетнәләрен баҫтырыуҙа, совет-польша һуғышында ҡатнаша.
  • 1920-1922 йылдарҙа М. Мортазин БАССР хәрби эштәре буйынса халыҡ комиссары, БашЦИК председателе.
  • 1928-1937 йылдарҙа Ҡыҙыл армияның аттар төҙөкләндереү бүлегенең башлығы. Өс Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены, алтын сәғәт, көмөш ҡылыс менән бүләкләнә.
  • 1937 йылдың 31 майында ҡулға алына.
  • 1937 йылдың 27 сентябрендә атып үлтерелә.
  • 1956 йылда реабилитациялана.

Өс Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены, алтын сәғәт, көмөш ҡылыс менән бүләкләнгән.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz