Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шәмбе, 20.04.2024, 07:01

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Ҡобағош сәсән

Мөхәммәтша Буранғолов тарафынан тупланған һәм "Баш­ҡорт халыҡ ижады. Эпос. Өсөнсө китап" (1982) баҫмаһында донъя күргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Ҡобағош XV бы­уаттың аҙаҡтарында — XVI быуаттың тәүге яртыһында Дим буйында йәшәгән ырыу башлығы — бей, мең башы, йәғни мең батырға йәки меңле ғәскәргә баш кейге, танылған сәсән. Әммә был ерҙәрҙе Нуғай ханы Ҡарағол өмбәт баҫып ала, ул Ҡазан ханы Мөхәммәт Әмин тарафынан Өфө кенәзе итеп билдәләнә, улай ғына ла түгел, 1505 йылда Мәскәүгә Иван III батшаға илселек эштәре менән дә ебәрелә. Ҡобағош сәсән Ҡарағөлөмбәткә баш һалмай, ике яҡ һәр ваҡыт яулашып тора. Ҡарағөлөмбәттән еңелгәс, Ҡобағош Уралға, Ҡатай яғына (йәғни, хәҙерге Белорет районы яғына), ҡасҡан һәм халыҡты ҡотортоп, Нуғай ханына ҡаршы көрәш башлаған, Ҡарағөлөмбәт яҡлы бейҙәрҙе йә үлтерткән, йә вазифаһынан төшөрткән. Тирә-яҡтағы бейҙәр, үҙ-ара һөйләшеп, Ҡобағошто ханға тотоп бирмәксе булһалар ҙа, халыҡ Ҡобағош сәсәнде йәшереп, аралап торған.

Ҡобағош сәсәндең Айбағош менән Көнбағош исемле ике улы булған, ти. Үҫеп еткәс, улар Ҡарағөлөмбәт яҡлы Үҫәргән ырыуын ҡыйрата башлаған, шунан уларҙың бейе Бикбау, илселәр ебәреп, килешеү һораған.

Ҡобағош сәсән ризалыҡ биргән, тик шарт ҡуйған: йыйын­да кем һөйләһә лә ирек булһын, халыҡ кемде ғәйепле тапһа, шуға үлем булһын, тигән. Шул саҡ Ҡарағөлөмбәт хан Бикбау бейгә шундай кәңәш биргән: "Кин, — тигән, — сәсәндәреңде йый, йомаҡ әҙерләһендәр. Ҡобағош, уны-быны уйламайынса, әҙерләнмәй килер. Шул йомаҡҡа яуап таба алмаһа, буй би­рер", — тигән.

Ҡобағош килгәс, Бикбау уға: "Минең шартым бар: бер сәсәнемә ҡушам, йомаҡ әйтһен. Шуға яуап бирә алмаһаң, һинең телең киҫелһен. Башыңды киҫһәм дә, мин хаҡлы, ни эшләтһәм дә, мин хаҡлы булайым", — тигән. Шунан ул, алдан әйтеп ҡуйған сәсәне Аҡмырҙаны саҡырып, Ҡобағошҡа йомаҡ әйтергә ҡушҡан. Бына шул саҡ Аҡмырҙа менән Ҡобағош араһында әйтеш башланған, һәм унда Ҡобағош сәсән еңеп сыҡҡан. Ошо поэтик ярыш башҡорт халыҡ ижадында "Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне" тигән ҡобайыр булып һаҡланып ҡалған. Унда Ҡобағош сәсән Бик­бау бейгә былай ти:

Яманлығың ҡуймаһаң,
Хандан күңелең уймаһаң,

Һаман ҡандан туймаһаң,           

Һаман ҡондан туймаһаң,    

Толпарға менгән улдарым        

Атанан күргән юлдарын    

Ташлап ситкә тайшанмаҫ, 

Һыныңа ҡарап аңшаймаҫ.
Сергеһенән ҡан кисмәй,
Арыҫландай ҡан эсмәй,
Аттан эйәр алмаҫтар, ау,
Ҡынға ҡылыс һалмаҫтар.      

Бикбау бей, Ҡобағошҡа һүҙ биреп, ант итеп, үлемдән ҡото­лоп ҡалһа ла, Ҡарағөлөмбәт хандан, аҙаҡ ҡаҙаҡтарҙан көс алып, уның менән оҙаҡ йылдар һуғышҡан, ти. Бара-тора Ҡобағошҡа ыҡлаған. Хан ҡасып киткән, ә Бикбау бей Ҡобағош сәсәнгә буй биргән, ти.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz