Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Кесаҙна, 25.04.2024, 20:19

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Р.Бикбаев „Салауат ҡылысы”

Маҡсат: уҡыусыларҙы Р.Бикбаевтың „Салауат ҡылысы” исемле шиғыры менән таныштырыу, интернет селтәре ярҙамында белемдәрҙе тәрәнәйтеү, С.Юлаев тураһында алған белемдәрҙе системалаштырыу, уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү.
Йыһазландырыу: компьютер, интернет селтәре, локаль селтәр, китаптар күргәҙмәһе, презентация, китап.

Дәрес барышы.
I. Ойоштороу.
II. Дәрестең темаһын, маҡсатын әйтеү.
Бөгөнгө дәрестә беҙ Салауат Юлаев тураһында һөйләшеүҙе дауам итербеҙ, Р.Бикбаевтың „Салауат ҡылысы” исемле шиғыры менән танышасаҡбыҙ.
III. Өй эшен тикшереү.
Бер нисә уҡыусы Салауат Юлаев тураһында үҙҙәре һайлаған шиғырҙы яттан һөйләй.
IV.Ҡабатлау.
- Кем ул С.Юлаев?
- Ул ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?
- Уның атаһы кем?
- Атаһы уны нисек тәрбиәләгән?
- Пугачевҡа ни өсөн ҡушылған?
- Уны ҡасан һәм ҡайҙа тоталар?
Салауатты һәм уның атаһын язалау тураһында Әбей батша сығарған указ менән „Салауат йыйыны”нда яҙылып алынған материал аша танышабыҙ. (Приложение1)
- С.Юлаев ҡайҙа һәм ҡасан үлә?
- Уның тураһында ниндәй әҫәрҙәр ижад ителгән? (Күргәҙмә)
- Уның исемен мәңгеләштерелгән ниндәй урындар бар? (Приложение 2)
 V. Интернет-кафе.
- Яндекстағы Салауат Юлаев сайтына керәбеҙ һәм өҫтәлмә материал эҙләйбеҙ. Рус теленән башҡорт теленә тәржемә итәбеҙ.
- „С.Юлаев – национальный герой” сайтына кереп „Иллюстрациялар” бүлеген ҡарайбыҙ.
- Ҡылыс менән эйәр һүрәтен ҙурайтығыҙ.
- Ҡылыс тураһында мәғлүмәт табабыҙ һәм Салауат ҡылысы тураһындағы мәғлүмәт менән танышабыҙ.
VI. Ял итеү минуты. А.Биксурин башҡарыуында ҡурай моңон тыңлау „Салауат”. (Приложение 3)
 VII. Шиғыр өҫтөндә эш. - Автор тураһында иҫкә төшөрөү, портретын күрһәтеү.
- Электрон китаптан шиғырҙы тыңлау. (Башҡорт әҙәбиәте: 5- 9 – сы синыфтар өсөн әҙәбиәт буйынса электрон ҡулланма) (Приложение 4)
- Шиғырға анализ яһау
- Лирик тонын билдәләү
- Шиғырҙың эске структураһы
- Тел саралары
- Тәрбиәүи маҡсатты хәл итеү
IX. Локаль селтәр менән эш.
Бәйләнешле текст килеп сыҡһын өсөн һөйләмдәрҙе урынына ҡуйырға һәм дауам итеп яҙырға.
1. Салауат көс, ғәйрәт эйәһе генә түгел, заманына күрә уҡы­мышлы һәм талантлы кеше лә булған.
2. Йәберләнгән туған халҡының ауыр яҙмышы Салауатта иҙеүселәргә ҡарата ҡаты асыу һәм нәфрәт тойғола­ры уятҡан.
3. Салауат Юлаев 1754 йылда Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Шайтан-Көҙәй волосының Тәкәй ауылында хәҙерге Башҡортостандың Салауат районында тыуған.
4. Юлай Аҙналин улында батырлыҡ, ҡыйыулыҡ сифат­тары тәрбиәләргә тырышҡан.
5. Салауат үҙе лә йәштән үк батыр булған, һыбай йөрөргә, ҡорал менән оҫта эш итергә өйрәнгән.
Эштәрҙе локаль селтәр аша тикшереү
- Салауат Юлаев һәр ваҡыт беҙҙең арала. Ул быуаттар аша әйләнеп ҡайтты. (Приложение 5)
X. Тест.
1. Салауат Юлаев йәшәгән йылдар
а) 1754 – 1800
б) 1700 – 1854
2. Салауат Юлаевтың атаһы
а) Емельян Пугачев
б) Юлай Аҙналин
3. Салауатты ҡайҙа каторгаға ебәрәләр?
а) Рогервик ҡәлғәһенә
б) Мәскәү төрмәһенә
4. „Салауат Юлаев” романын кем яҙған?
а) Мостай Кәрим
б) Степан Злобин
5. Салауаттың яуҙашы
а) Александр Матросов
б) Наполеон
в) Емельян Пугачев
 Эштәрҙе тикшереү һәм баһалау.

 XI. Йомғаҡлау һәм өй эше биреү.
- Был дәрестә С.Юлаев тураһында ниндәй яңы мәғлүмәттәр белдегеҙ?
- Өй эше: шиғырҙан өҙөк ятларға.
Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz