Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шаршамбы, 24.04.2024, 03:21

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Р.Ниғмәти "Йәмле Ағиҙел буйҙары"

Маҡсат: уҡыусыларҙы Р.Ниғмәтиҙең биографияһы һәм ижады менән таныштырыу. Телмәр үҫтереү өҫтөндә эште дауам итеү. Тыуған яҡҡа һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазлау: яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, китап.
Дәрес барышы.
1.Ойоштороу моменты
-Һаумыһығыҙ.Синыфта кем юҡ? Ни сәбәпле?
-Бөгөнгө һауа торошо тураһында һөйләшеү.
2. Өй эшен тикшереү
-Өйгә ниндәй эш бирелгәйне?
- Өй эштәрен уҡып ишеттереү
3.Артик. күнегеү(таҡтала яҙылған)
Ай, Ағиҙел, Ағиҙел,
Күпте күргән Ағиҙел,
Ҡартлас Урал ни күрһә,
Шуны күргән Ағиҙел.
 - уҡытыусы уҡый
-уҡыусылар үҙ аллы уҡый
-хор менән уҡыу
-сылбыр менән уҡыу
4. Дәрестең темаһын, маҡсатын әйтеү
-Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән Р.Ниғмәтиҙең биографияһы һәм ижады менән танышасаҡбыҙ, телмәр үҫтереү өҫтөндә эште дауам итербеҙ.
5. Яҙыусының биографияһы менән таныштырыу ( ҡушымтаны ҡарарға )
- Китаптар күргәҙмәһен ҡарау - Яҙыусы тураһында нимәләр белеүҙәрен һорау
- Биографияһы менән таныштырыу
6. Китап менән эш
- 64-се биттәге шиғырҙы уҡыу.
- Һорауҙарға яуап биреү.
- Һүҙлек өҫтөндә эш.
Лирик шиғыр өҫтөндә эшләү
- Был шиғыр юлдарын тыңлағанда нимә күҙ алдығыҙға килде?
- Уларҙы уҡығанда ниндәй хистәр уянды?
- Шиғыр уҡығанда моң ишетеләме? Ниндәй моң: моңһоумы әллә күңеллеме, бейеү көйөмөәллә маршмы?
- Ул ниндәй шиғыр: күңеллеме, моңһоумы, ялҡынлымы, йәнлеме әллә уйға һаламы? Шиғыр ниндәй кәйеф менән яҙылған? Шағир ниндәй тәбиғәт торошон һүрәтләй? Уға ниндәй ҡарашта?
- Шиғырҙа һеҙгә ниндәй һүҙбәйләнеш бигерәк тә ныҡ оҡшаны?
- Шағир тасуирлаған тәбиғәт күренеше кеше күңеленең ниндәй торошона, кәйефенә тап килә? Ул кешенең ниндәй хис-тойғоһона оҡшаш?
- Был шиғырҙы яҙған саҡта шағир ниндәй хистәр кисергән тип уйлайһығыҙ? Уның кәйефе нисек булған?
- Ошо мәлдә ул нимә хаҡында уйлаған йә хыялланған икән?
-һинеңсә, шағир нимә тураһында уйланған,хәтерләгән?
- Был шиғырҙы уҡығанда һиндә ниндәй хистәр уянды?
- Бындай тәбиғәт торошо һиңә танышмы?
- Ундай күренеште күҙәткәнең бармы? Ҡайҙа? Ҡасан?
- Был шиғырҙы янынан ҡасан уҡырға теләр инең?
- Ҡайһы мәлдә? Ҡайҙа?
- Шиғыр оҡшанымы?
- Айырыуса ниндәй юлдар хәтерҙә ҡалды?
 - Шиғырға ҡарата һүрәт төшөрөгөҙ.
7. Йомғаҡлау
- Был дәрестә яңы нимәләр белдегеҙме?
8. Өй эше:шиғырҙы тасуири уҡырға.

РӘШИТ НИҒМӘТИ (1909—1959) Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти 1909 йылдың 9 февралендә Самар губер¬наһының (хәҙерге Куйбышев өлкәһе) Больше-Черннговский районы,Ырғыҙ йылғаһы буйына ултырған Диңгеҙбай тигән ауылда ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уға туғыҙ йәш тигәндәәсәһе, икенсе йылда атаһы үлеп, үкһеҙ етем ҡалған Рәшит йәштән үк балалар йортонда тәрбиәләнә. Ул 1923 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта, ә 1924 йылда Өфөгә В. И. Ленин исемендәге мәктәпкә урынлаша.Ул ошо мәктәптең бишенсе класын тамамлағас, Мәскәүҙә рабфакта уҡый, һуңынан ул рабфакты 1930 йылда Өфөлә тамамлай. Рәшит Ниғмәти байтаҡ йылдар Туймазы район газетаһында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Өфөгә күсеп килгәс, өлкә газеталары редак¬цияһында, Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби сотрудник, консультант вазифаларын башҡара. Әҙәбиәт өлкәһендә күрһәткән ҙур хеҙмәттәре һәм халыҡтың мөхәббәтен ҡаҙанған ижады өсөн 1959 йылда Рәшит Нигмәтигә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелә. Ул шул йылдың көҙөндә— 13 октябрҙәӨфөлә үлә. Рәшит Ниғмәтиҙең беренсе шиғырҙары 1926 йылда «Башҡортостан», «Башҡортостан йәштәре» газеталарында һәм «Яңылыҡ», «Сә¬сән» журналдарында күренгеләй башлай. Комсомол сафында тәр-биәләнгән йәш шағир, тәбиғи, был тәүге әҫәрҙәрендә үк совет иленең йәшлеге, совет йәштәре, комсомол тураһында йырлап сыҡты. Ул «Украина» тигән автобиографик характерҙағы шиғырҙары циклында аслыҡ йылдарҙа етем балаларҙы үҙ ҡосағына алған Украинаны тасуирлай. Рәшит Ниғмәти 1939 йылда иң популяр әҫәрҙәренән һаналған «Йәмле Ағиҙел буйҙары» тигән лиро-эпик поэмаһын ижад итте. Автор был поэмаһында башҡорт халҡының үткән героик тарихын, бөгөнгө бәхетле тормошон тасуирлай, иҙеүселәргә баш эймәгән һәм үҙ хоҡуғын Октябрь көндәрендә яулап алгап халыҡҡа, уның ба¬тырлығыма дан йырлай. Башҡорт халҡының туған ер хаҡындағы традицион Ағиҙел һәм Уралтау образдары арҡылы шағир совет патриотизмы, халыҡтар дуҫлығы идеяларын матур сағылдыра алған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары Рәшит Ниғмәти ижадының яңы баҫҡысҡа күтәрелеүен билдәләне. Илебеҙҙең яҙмышы хәл ителгән был ауыр һәм героик йылдарҙа шағир бөтә көсөн Ватанға хеҙмәт итеүгә, совет кешеләрен көрәшкә рухландырырлыҡ ялҡынлы әҫәрҙәр тыуҙырыуға бирҙе. Уның «Тыуған илем өсөн», «Әсә һүҙе», «Үс ал, патриот!», «Баҫыуға, туғандар!» кеүек көслө публицистик шиғырҙары совет кешеләре күңеленә илен һөйөү ялҡыны һалыу, дошманға нәф¬рәтте арттырыу рухы менән һуғарылғандар ине. Нәфис әҙәбиәт өлкәһендәге ҙур хеҙмәттәре өсөн Рәшит Ниғмәти Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм ике тапҡыр «Почет Билдәһе» ордендары менән наградланды. Башҡорт халҡының һөйөклө шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең әҫәр¬ҙәре башҡорт уҡыусылар араһында ғына түгел, татар, рус һәм башҡа туғандаш халыҡтар уҡыусылары араһында ла яратып уҡыла. 1944 йылдан КПСС ағзаһы ине. 1938 йылдан алып СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы булды.
Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz