Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу | Инеү | RSS | Кесаҙна, 25.04.2024, 03:50 |
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте | |
Һеҙ Гость булып керҙегеҙ "Ҡунаҡтар" төркөмө Һаумыһығыҙ, ҡунаҡ! |
|
Әрме хеҙмәте һәм хәрби походтар тураһындағы йырҙарӘрме хеҙмәте һәм хәрби походтар тураһындағы йырҙарҙың конкрет тарихи ерлеге, нигеҙҙә, Башҡортостандағы кантондар идаралығына бәйле. Был осорҙа (1798—1865) башҡорт халҡына Рәсәйҙең көнсығыш ситкәрен (Тубыл йылғаһынан алып Яйыҡ буйлап Гурьев ҡалаһына тиклемге Ырымбур линияһын) һаҡлау эше йөкмәтелә. Линия хеҙмәте халыҡҡа тағы ла ҙурыраҡ яфа, ҡайғы-хәсрәт алып килә. Линия хеҙмәте тураһындағы йырҙар күп сюжетлы түгелдәр. Уларҙың барыһы ла хәрби тормош күренештәрен хикәйәләү планында түгел, ә хеҙмәттә йөрөүсе ир-егеттең эске кисерештәрен һүрәтләү, халыҡтың линия хеҙмәтенә ҡарашын белдереү һәм баһаһын биреү планында ижад ителгәндәр. "Әрме", "Уйыл", "Имәнғол", "Карпат", "Һалдат йыры", "Азамат" йыры бына шундайҙар. Линия хеҙмәте тураһындағы йырҙарҙың конкрет ерлеген табыуы ауыр, уларҙа конкрет тарихи шәхес тә һирәк осрай. Шулай ҙа был йырҙар тарихи дөрөҫлөккә бай. Әрме йырҙарының иғтибар үҙәгендә линия хеҙмәтенең йә булмаһа хәрби походтың бөтә ауырлығын үҙ елкәһендә татыған исемһеҙ герой тора. Миҫал өсөн айырыуса дөйөмләштереү көсөнә эйә булған "Әрме" йырын алырға мөмкин. Йырҙың геройы үҙенең илен-йортон һағына, уға ҡайтырға ашҡына, ғүмеренең зая үтеүенә зарлана. "Әрме" йыры ирекһеҙҙән мәжбүри линия хеҙмәтенә ебәрелгән геройҙың эске кисерештәрен һүрәтләү аша бөтә башҡорт халҡының трагик яҙмышын дөйөмләштерә. Тыуған-үҫкән илдән айырылыу һәм уны һағыныу, ғәзиз баш, хеҙмәт ауырлығынан зарланыу, туған-тыумасаны уйлап борсолоу — әрме йырҙарының төп йөкмәткеһе бына ошо. "Ырымбур юлы", "Еҙем", "Шараҡ", "Күк ыласын" кеүек йырҙарҙа исемһеҙ ир-егеттәрҙең уртаҡ ҡайғы-хәсрәте сағылып ҡалған. Әрме хеҙмәтенең йорт-илгә ни хәтле бәлә-яфа килтереүе "Һары ҡарт" йырында айырыуса тулылыҡ менән һүрәтләнә. Йырҙың шундай тарихы бар: борон бер әбей менән бабайҙың яңғыҙ ғына улдары, әрме хеҙмәтенә алынып, күп ғүмерен шунда үткәрә. Берҙән-бер көй ул батша һарайы янында поста тора икән. Ғүмеренең заяға үтеүен уйлап ҡайғыһынан үҙе лә һиҙмәҫтән йырлап ебәргән, имеш. Шул саҡ уны: "Ниңә поста олоп тораһың?" — тип зинданға ябып ҡуйғандар, ти.
|
|
Ағиҙел 2012 |
Бесплатный хостинг uCoz |