Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шәмбе, 20.04.2024, 01:25

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Рус теленән һәм рус теле аша үҙләштерелгән һүҙҙәр

  Сит телдәрҙән һүҙҙәр үҙләштереү башkорт теленең йәшәү осоронда бара. Әйтәйек, башkорттарҙың күсмә малсылыkтан ултыраk тормошkа күсеүе һәм ошо нигеҙҙә игенселек һәм хуҗалыkтың яңы төрҙәренең үҫеүе күп һандағы яңы төшөнсәләргә ихтыяж тыуҙыра. Уларҙың атамалары әҙер көйөнсә башkа телдәрҙән үҙләштерелә. Мәçәлән, башkорт теленә рус теленән түбәндәге һүҙҙәр килеп инә: эҫкерт, һуkа, бураҙна, һалам, һ.б. Улар башkорт телендә булған игенселек тармағы лексикаһын (баҫыу, һабан, ураk, иген һ.б.) бермә-бер байытыуға килтерә.
  Урал – Волга буйы төркиендә ғәрәп, фарсы һүҙҙәре XV11 быуат урталарынан рус һүҙҙәре менән kыҫырыkлап сығарыла башлай. Был процесс нигеҙҙә, тормош талабы буйынса бара: беренсенән, башkорттар Рәсәй алып барған һуғыштарға йәлеп ителә, икенсенән, рус теленән төрки теленә төрлө тарихи докуменнарҙы һәм рәсми эш kағыҙҙарын тәржемә итеү киң kолас ала, өсөнсөнән төрки теленә рус теле аша Көнбайыш Европа телдәренең дә йоғонтоһо көсәйә төшә.[1] Ошо сәбәпле рус теленән һәм рус теле аша күп кенә үҙләштерелгән һүҙҙәр килеп инә. Был һүҙҙәр башkорт тормошоноң бөтә тармаkтарына kарай. Дөйөм башkорт халыk теле күҙлегенән kарағанда, рус теленән ингән һүҙҙәр башkорт теленә һәм уның төрлө һөйләштәрендә тиҙ таралмаған. Бынан тыш, башkорт теленә билдәле бер осорҙа килеп инеп, хәҙер иçкергән һәм kулланыуҙан сыkkан һүҙҙәр ҙә бар, сөнки ул һүҙҙәр рус телендә лә актив kулланылмай, фәkәт иçке әҙәбиәттә генә осрай.
  Башkорт халkы рус дәүләте менән сауҙа эштәре алып барған һәм унан үҙҙәрендә булмаған тауарҙар алып kайтkандар. Хәҙерге башkорт телендә ситса, сатин, бумазый, самауыр, батмус, ҡамсат, калуш, толоп, эшләпә һ.б. һүҙҙәр башkорт теленә урта быуаттарҙа уk килеп ингән тип әйтергә мөмкин. Ләкин ул замандарҙа рус теленән башkорт теленә һүҙ үҙләштереү күбеһенсә йәнле тел аша булыу сәбәпле ул һүҙҙәр яҙма документтарҙа теркәлмәгән.
  Башkорттарҙың Мәскәү дәүләтенә kушылған ваkытында башkорт телендә рус теленән алынған һүҙҙәр инде күп kулланылған. Уларҙың байтағы боронғо башkорт шәжәрәләрендә теркәлгән.[2] Башkорт халkы күп быуаттар буйы рустар менән йәнәшә йәшәгән. Был рус халkы менән экономика һәм сауҙа, әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә тығыҙ бәйләнештә торған. Был мөнәсәбәттәр үҙ сиратында, телдең лексикаһында ла йоғонтоһоҙ kалмаған. Рус теленән башkорт теленә боронғораk осорҙа килеп ингән һүҙҙәр башлыса, хеҙмәт һәм көнкүрешкә kараған конкрет төшөнсәләрҙе белдерәләр. Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы менән бәйләнгән бөтә үҙгәрештәр башkорт теленең лексик яkтан байығыуына һәм тулыланыуына уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Яңы ижтимағи kоролош менән бергә яңы төшөнсәләр һәм уларҙы атау өсөн бик күп яңы һүҙҙәр барлыkkа килде.[3]
  Шулай итеп, рус теленән боронғораk осорҙа килеп ингән һүҙҙәрҙең күбеһе тулыһынса башkорт теленең фонетик закондарына буйһонған. Шуға күрә улар башkорт теленең милли үҙенсәлеген, уның төп структураһын һис kаkшатмаған.Киреһенсә, уның лексикаһын байыkтырған, тулыландырған һәм башkорт телен kатмарлы ижтимағи-сәйәси һәм социаль –иkтисади хәлдәрҙе, ваkиғаларҙы тасуир итә алырлыk бер хәлгә килтергән, сөнки рус теленән килеп ингән һүҙҙәр, фонетик үҙгәрешкә ныk бирелеү менән бергә, башkорт теленең динамикаһында тулыһы менән уның грамматик закондарына буйһондорғандар. Улар араһында kалынлы-нәҙекле ижектәрҙән торған һүҙҙәр, төрки телдәргә хас сингармонизм законы нигеҙендә, тора-бара йә kалын ғына, йә нәҙек кенә kулланылып китә: бревно-бүрәнә, керосин- кәрәсин, корзина- кәрзин, чайник-сәйнүк, тесьма-таҫма һ.б
   Һүҙҙәрҙең үҙгәртелеп kабул ителеүе, барынан да бигерәк kайһы бер рус фонемаларының башkорт телендә булмауынан килеп сыkkан. Билдәле булыуынса, төп башkорт һүҙҙәрендә [в], [о] һәм [э] фонемалары булмай. Шуға күрә был һуҙынkылар булған һүҙҙәр үҙләштергәндә рус телендәге [в] һуҙынkыһы [v] йәки [ф] тартынkыһы менән алмашына: квартира- фатир. Киң әйтелешле [о] һуҙынkы өнө башkортса [а], [у], [ү] һуҙынkыларына күсә: кровать –карауат, хомут –kамыт, самовар-самауыр, солома- һалам. Рус теленә хас киң әйтелешле [э] өнө башkорт теленә ингән һүҙҙәрҙә [и] өнө менән алышына: газета – гәзит, тарелка –тәрилкә. Ошо рәүешле, рус теленән башkорт теленә ингән һүҙҙәрҙең үзгәреүе башkорт теленең фонетик закондары менән еңел аңлатыла.[4]
  1940 йылдарҙа рус яҙмаһы kабул ителгәс, рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрзе рус орфографияһына ярашлы рәүештә биреүгә мөмкинселек тыуа. Элек үҙләштерелеп тә, телдә нығынып өлгөрмәгән рус һүҙҙәре рус орфографияһы нигеҙендә яҙыла башлайҙар: йанарал-генерал, ыстарыста- староста, балнис-больница, кәнсәләр- канцелярия, ыстана -станция, ыстудент-студент,әфисәр-офицер, әтрәт- отряд, син-чин һ.б. Хәҙерге башkорт телендә рус теленән үҙләштерелгән йәки калькаланған kушма һүҙҙәр менән уларҙың kыҫҡартылған формалары һәм аббревиатураларының мөнәсәбәттәре бик үҙенсәлекле. Ҡағиҙә булараk, kушма атамалар калька йәки ярым калька рәүешендә, ә уларҙың kыҫҡартылған формалары йәки аббревиатуралары рус телендәгесә йөрөйҙәр.[5] Мәҫәлән: коллективное хозяйство- коллектив хужалыҡ, ләкин колхоз, коммунистик йәштәр союзы, ләкин комсомол. Ҡыҫkартылған kушма һүҙҙәр, ғәҙәттә рус телдәгесә йөрөй. Хәҙерге башkорт телендә Бөйөк Октябрь социалистик революияһынан һуң рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр рус телендәгесә әйтеү һәм яҙыу kабул ителгән. Шуның менән улар Октябрь революцияһына тиклем үҙләштерелгән рус һүҙҙәренән айырылып тора.
   Совет осоронда мәҙәни-ағартыу, мәғариф эшенең, матур әҙәбиәттең, сауҙа эштәренең, техниканың бөтә Советтар илендә берҙәм система менән туkтауһыҙ үҫеше арkаһында рус әҙәби теле, башkа милли телдәрҙең үҫешенә көслө йоғонто яһаған кеүек, башkорт әҙәби теленең лексик яkтан байығыуына һәм тулыланыуына ла ҙур йоғонто яһай. Рус теленә башkа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр тәбиғи рәүештә башkорт әҙәби теленә лә килеп инә һәм уның лексикаһын байыта.
[1]Сәлимов Н. Публицистик стиль лексикаһы. //Башҡортостан уҡытыусыһы , 2002, №9, 31-34 –се биттәр.
[2]Кейекбаев Ж.Ғ.Хәҙерге башkорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы.-Өфө, 2002,106-сы бит.
 [3]Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башкорт теле. -Өфө, 1986, 48-се бит.
[4]Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теле.-Өфө, 2001, 110-сы бит.
[5]Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле.-Өфө, 1986, 47-48-се биттәр
Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz