Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 29.03.2024, 15:01

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1213

Сәғит Агиш

    Сәғит   Ишмөхәмәт    улы    Агиш     1905     йылдың   19   ғинуарында Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районының Иҫәнгилде ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. 1917 йылда Ырымбур ҡалаһына барып, «Хө             сәйениә» мәҙрәсәһенең башланғыс класына уҡырға инә һәм 1919 йылға тиклем шунда уҡый. 1919 йылда ауырып, үҙ ауылдарына ҡайта һәм күрше Юлдаш ауылында асылған II баҫҡыс мәктәпкә керә.

1920 йылда комсомолдың Туҡсоран кантон комитетының ойоштороу бүлеге мөдире итеп һайланыу сәбәпле, был мәктәпте лә ул тамамлай алмай. 1921 йылда тағы ла Ырымбурға барып, яңыраҡ асылған Башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә.

Ошо осорҙа Сәғит Агиш әҙәбиәт менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, пьесалар яҙа башлай. Улар техникум сәхнәһендә һәм ҡайһы берҙәре һәүәҫкәрҙәр  тарафынан ҡала сәхнәләрендә лә ҡуйыла.

С.  Агишта әҙәбиәткә  мөхәббәт уятыуҙа  шул  осорҙа техникумда әҙәбиәт уҡытыусы  атаҡлы татар яҙыусыһы  Шәриф  Камалдың  роле ҙур.   Пьесалар   яҙыу   менән   бергә   ул   техникумда сығарыла   торған көлкө журналда ла актив ҡатнаша.

1924 йылда Өфөгә килә, байтаҡ ваҡыт сауҙа системаһында эш­ләй һәм газеталарҙа хәбәрселек итә. 1925 йылда комсомолдың өлкә комитеты органы «Башҡортостан йәштәре» газетаһына секретарь итеп алына. Ошо ваҡыттан алып ул әҙәби ижадҡа ныҡлап бирелә.

«Белем» журналында «Ауыл дауылда» тигән тәүге шиғыры баҫыла, уның шиғырҙары, хикәйә һәм очерктары йыш күренә башлай. Яңыраҡ ойошторолған «Һәнәк» журналында ла актив ҡатнаша, 1927 йылда «Беҙҙең көлөү» тигән шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Ләкин С. Агиш шағир булараҡ таныла алманы. Шиғырҙар яҙыу менән бергә ул хикәйә жанрында ла көсөн һынап ҡарай, бала­лар өсөн 1928 йылда — «Ҡуш төймә», 1929 йылда «Аҙғын малай» тигән хикәйәләр китабы сығара. 1932 йылдан башлап ул үҙенең бөтә ижади көсөн проза жанрында эшләүгә бирә.

1932 йылда С. Агиш Башҡорт педагогия институтының тел  һәм әҙәбиәт факультетының киске бүлегенә уҡырға инә, 1934 йылда, институттың II курсын тамамлап, уҡытыусы булып китә. Сәрмән, Дәүләкән педучилищеларында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта. 1939 йылда Өфөгә килеп, Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында башҡорт әҙәбиәте методикаһы бу­йынса ғилми сотрудник булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул Ғафури районында ике йыл Сәйетбаба урта мәктәбендә уҡытыусы, завуч булып эшләй. 1943 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһына һайлана. Өфөгә ҡайта, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы эргәһендәге Сәнғәт эштәре идараһында инспектор, һуңыраҡ Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булып эшләй.

1949—1951 йылдарҙа С. Агиш «Әҙәби Башҡортостан» журна­лының яуаплы редакторы.

1933 йылда С. Агиштың «Шартына килһен» исемле хикәйәләр йыйынтығы баҫылып сыға. Был йыйынтыҡҡа Булат Ишемғол «Яңы Сәғит тураһында» тигән баш һүҙ яҙа. Сөнки был китапҡа ингән әҫәрҙәр яҙыусы ижадының эволюцияһын, юмор һәм сатира йүнә­лешен характерлай. «Шартына килһен», «Ялағай», «Ғәләмшә бу­рылы», «Сафиулла илай», «Тәпән», «Микрофон», «Һуңғы мәйеттәр» кеүек әҫәрҙәре үҙҙәренең оригиналлеге, оҫта яҙылыуы менән уҡыу­сының иғтибарын тарта.

Сәғит Агиштың ижады утыҙынсы йылдарҙың аҙағында тормош­то эпик һүрәтләүгә күсеүе менән характерлана. Ул 1939—1940 йыл­дарҙа «Мәхмүтов», «Егеттәр», «Мәзин йортонда» тигән өс повесть яҙҙы. «Мәхмүтов» повесында яңы экономик политика осоронда ҡала тормошон һүрәтләй, был ваҡытта йәнләнеп киткән хосуси милек­селәрҙе, сауҙагәрҙәрҙе, буржуаз милләтселәрҙе, дин, әһелдәрен, «специалист» исеме аҫтында йәшеренеп, совет сауҙа ойошмаларына урынлашҡан элекке һатыусылар донъяһын фашлай.

«Егеттәр» повесы колхоз төҙөлөшөнөң нығыуы һөҙөмтәһендә ауылда барлыҡҡа килгән мул һәм культуралы тормошто һүрәтләүгә арналған.

Бөйөк Ватап һуғышы йылдарында Сәғит Агиш совет кешеләре­нең патриотик һыҙаттарын һүрәтләгән «Атлы Илмырҙа» (1942), «Әхмәдулла» (1944), «Фронтҡа» (1944), балалар өсөн «Минең өс айым», «Ерәнсәй» тигән китаптарын яҙҙы. Фронт һәм еңеү, халыҡ­тарҙың ҡаҡшамаҫ дуҫлығы, совет халҡының Коммунистар партия­һы, Совет хөкүмәте тирәһенә тағы ла нығыраҡ тупланыуы, ябай кешеләрҙең фронттағы һәм тылдағы хеҙмәт героизмы уның хикәйә һәм очерктарында оҫта тасуир ителә.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Сәғит Агиш ижады артабан үҫә һәм байый, яҙыусының художество оҫталығы камиллаша. 1949 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында «Нигеҙ» романының айырым главалары баҫыла. 1951 йылда китап булып сыға. Романда ауыл хужалығын яңы социалистик нигеҙгә күсереү, был  процеста ваҡ милексенең коллективисҡа әйләнеүе һәм совет осоронда башҡорт халҡының, бигерәк тә крәҫтиәндәрҙең, рухи яҡтан үҫеүе, милли культура эшмәкәрҙәренең формалашыуы кеүек мөһим проблемалар сағыла, реаль тормоштан алынған образдар тасуирлана.

Хикәйә һәм новеллалар оҫтаһы Сәғит Агиштың айырыуса «Фәтхи һалдат», «Дан», «Ҡунаҡ һәм намыҫ» кеүек хикәйәләре по­пулярлыҡ яуланылар, СССР-ҙа йәшәүсе күп кенә халыҡ телдәренә тәржемә ителделәр.

Автобиографик материалдарға нигеҙләнеп яҙылған «Тәүге дә­рестәр», патриотик шағир Муса Йәлилдең балалыҡ йылдарын һү­рәтләгән «Яҡташтар» повестары, ҡәләмдәш дуҫтары, культура әһел­дәре М. Ғафури, Ш. Хоҙайбирҙин, А. Таһиров, Ғ. Сәләм, М. Хәй, А. Карнай һәм башҡалар тураһындағы иҫтәлектәре лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

С. Агиш балалар әҙәбиәте үҫешенә лә күп көс һалды, драматур­гия жанрына ла өлөш индерҙе.

Киң диапазонлы яҙыусының ижады башҡорт әҙәбиәте үҫешен­дә ғәйәт әһәмиәтле урын алды һәм үҙе үлгәндән һуң 1975 йылда уға Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелде. Ул Хеҙмәт   Ҡыҙыл   Байраҡ   һәм   «Почет    Билдәһе»    ордендары    менән наградланғайны.

1943  йылдан  КПСС ағзаһы булды.

1934   йылдан   СССР   Яҙыусылар   союзы   ағзаһы   ине.

 

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz