Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шәмбе, 20.04.2024, 05:31

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

С. Юлаев



Юлай менән Салауат – халыҡ хәтерендә

Ф.А. НӘҘЕРШИНА,
филология фәндәре докторы,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты


1773 – 1775 йылдарҙа Баш­ҡортостанда киң ҡолас алған Крәҫтиәндәр һуғышы, рус, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың батша самодержавие­һы иҙеүенә ҡаршы берлектәге көрәше башҡорт халыҡ ижадында тәрән эҙ ҡалдырған. Ихтилал ваҡиғалары, уның күренекле юлбашсылары, ҡатнашыусыларҙың батырлыҡтары һәм фажиғәләре ҡобайыр­ҙар, тарихи йырҙар, бәйет, легенда һәм риүәйәт сюжеттарының нигеҙе һәм идеаллаштырыу сығанағы булған. Батша хөкү­мәте ихтилал ваҡиғаларын халыҡ хәте­рен­ән юйыу өсөн барыһын да   эшлә­й. Пугачевтың тоғро көрәштәше Салауат Юлаев исемен иҫкә алыусы, уның хаҡын­да йырлаусы сәсәндәр, йырсылар эҙәрлекләнгән, рәхимһеҙ йәберләүҙәргә дусар ителгән. Фольклор экспеди­циялары яҙмалары араһында был хаҡта мәғлүмәттәр бихисап.

1977 йылда Башҡортостандың Салауа­т районына ойошторолған фольклор экспедицияһы яҙмаларында Салауаттың алыҫ туғанының – Әлкә ауылынан 1909 йылғы Сәхиә Сиражеваның иҫтәлектәре теркәлгән. Унда ХХ быуат башында Салауат Юлаев менән ҡәрҙәшлек тамырҙары булған кешеләр­ҙең эҙәрлекләнеүҙәре хаҡында тетрәндергес мәғлүмәттәр бар. Шулай ҙа, эҙәрлекләүҙәргә ҡарамаҫтан, бөйөк шәхе­с, уның тормошо һәм тарихи яҡтан әһәмиәтле ғәмәлд­әре тураһында мәғлүмәттәр халыҡ күңеленән бер ҡасан да юғалмаған. ХIХ быуатта уҡ рус фәненең һәм мәҙәниәтенең алдынғы ҡараш­лы шәхестәре тарафынан Салауат Юлаев хаҡында тәүге фольклор материалдары теркәлгән. Ф.Д. Нефедов, М.В. Лоссиевский, Р.Г. Игнатьев кеүек ғалимдар­ҙың халыҡ риүәйәттәрен, легендала­рын, тарихи материалдарҙы һәм Салауаттың рус телендәге тәржемәлә килеп еткән шиғырҙарын өйрәнеү нигеҙендә яҙылған хеҙмәттәре1 үҙҙәренең ғилми, танып белеү ҡиммәттәрен әлегә тиклем юғалтмаған.

Башҡорттарҙың ауыҙ-тел ижадын системалы йыйыу, шул иҫәптән Пугачев ихтилалы тураһындағы фольклорҙы өйрәнеү 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң ғына башланған. Мөхәмәтша Буранғолов, Әбүбәкер Усманов, Әхнәф Харисовтар, тәүгеләрҙән булып, Крәҫтиәндәр һуғышы, Салауаттың урыны һәм роле тураһындағы фольклорҙы ғилми өйрәнеүгә башланғыс һалғандар. ХХ быуаттың 40-сы йылдарынан башлап Салауат Юлаевтың шиғырҙары һәм уның хаҡында фольклор әҫәрҙәренән торған махсус йыйынтыҡтар донъя күрә, артабан яңы материалдар туплана, ғилми күҙәтеүҙәр яһала.

Батыр шағирға бағышланған йырҙар, риүәйәттәр һәм легендалар, ҡобайырҙар башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан «Башҡорт халыҡ ижады» тигән күп томлы баҫмаларҙа тарихи темаға иң яҡшы сәхифәләрҙе тәшкил итә. Риүәйәт һәм йырҙарҙың айырыуса әһәмиәтле үрнәк­тәре, рус һәм инглиз телдәренә тәржемә ителеп, беҙҙең тарафтан әҙерләнгән «Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре», «Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары» тигән китаптарҙа сығарылды. Салауаттың шиғыр­­ҙары, уның тураһындағы халыҡ йырҙары башҡ­а телдәрҙә лә донъя күрҙе2.
Крәҫтиәндәр һуғышы тураһындағы фольклор ҡомартҡыларын туплауҙың һәм өйрәнеүҙең әһәмиәте ҙур: улар халыҡтың ихтилалға, унда ҡатнашыусыларға һәм уның юлбашсыларына мөнәсәбәтен аныҡ күҙәтергә мөмкинлек бирә. Фольклор әҫәрҙәре Крәҫтиәндәр һуғышының ғәҙел булыуын раҫлай, баш күтәреүселәрҙе һәм уларҙың юлбашсыларын ирек өсөн көрәшеүселәр, иҙелгән халыҡты яҡлаусылар итеп һүрәтләй.

Ҡобайыр жанрына ҡараған бер нисә әҫәр яҙма рәүештә теркәлгән һәм нәшер ителгән. Күп тапҡырҙар баҫылған «Салау­ат батыр» ҡобайыры, мәҫәлән, өс строфанан ғына (һәр береһе етешәр юлдан) торһа ла, тәрән эстәлекле, поэтик эшләнеше яғынан камил. Салауат Юлаевтың шәхси сифаттарын – батырл­ығын, ғәййәрлеген, үҙ эшенә тоғролоғон һүрәтләгәндә «Сүкем батыр», «Баязит батыр» кеүек ҡобайыр­ҙарҙа  осрай торған традицион ҡабатлауҙар күҙәтелә, уның эшмәкәрлеген, батырлығын уңай баһалау иһә дан йырлау төҫөн ала. Ҡобайырға ярашлы, Салауа­т – маяҡ, ҡояш, үҙ халҡы өсөн – көн, ә дошмандары өсөн – хәүефле ҡараңғылыҡ.

1964 йылда Миәкә районының Боғҙан ауылында 102 йәшлек Әхмәтзәки Сөләймәновтан фольклорсы Н.Д.Шоң­ҡаров тарафынан яҙылған текст үҙенең стилистик биҙәлеше, төп эстетик билгеләмәһе буйынса юғарыла килтерелгән ҡобайырға оҡшаш. Миәкә аҡһаҡалы һуңғы юлдарҙағы ҡабатлауҙы төшөрөп ҡалдырыу иҫәбенә юлдар һанын кәмет­кән булһа ла, уның тексын «Салауат батыр» ҡобайырының дауамы булараҡ ҡабул итергә мөмкин. Н.Шоңҡаров яҙып алған ҡобайырҙа үҙенең халҡы менән айырылғыһыҙ бәйләнештә тор­ған юлбашсы батыр, халҡының азатлығын һаҡлау хаҡына утҡа керергә әҙер торған шәхес образына дан йырлана («Тирә-яҡты ут алһа, халҡым, уян! – тир ине»). Был текстарҙың йөкмәткеһе һәм формаһы буйынса яҡынлығы бәхәс­һеҙ. Улар бер ҙур әҫәр киҫәгеме, үҙ аллы вариациялармы, кескенә ҡобайырмы – быны хәҙер ҡәтғи раҫлап булмай.

Шул уҡ ваҡытта халыҡ хәтерендә күләмлерәк эпик ҡобайырҙар ҙа һаҡланған. Унда шиғри юлдар сәсмә хикәйәләү менән сиратлаша, ваҡиғалар теҙмәһе бирелә. Был йәһәттән «Юлай менән Салауат», «Байыҡ-Айҙар сәсән» эпостары иғтибарҙы йәлеп итә.

«Юлай менән Салауат» ҡобайырында милли  иҙеүҙең көсәйеүе, башҡорт халҡында синфи айырымлыҡтарҙың тәрәнәйеүе, Пугачев етәкселегендә Яйыҡ казактарының баш күтәреүе, Салауаттың Пугачевҡа ҡушылыуы; баш күтәреүселәрҙең каратель отрядтары менән алыштары; Салауатты ҡулға алыу, язалауҙар, уны мәңгелек һөргөнгә оҙатыу күренештәре сағылдырылған. Ҡобайы­рҙа алғы планға аталы-уллы ике тарихи шәхес – Юлай менән Салауат образы сығарылып, уларҙың көрәшкә күтәрелеүе реаль ижтимағи шарттар фонында тасуирлана. Унда көнкүрешкә бәйле эпизодтарға ҡағылған уйҙырма мотивтар ҙа бар, әммә улар, әҫәрҙең тарихилығын үҙгәртмәй, ул – ысынбарлыҡҡа яҡынлаштырылған уйҙырма, ә башҡа һыймаҫлыҡ фантас­тика түгел.

«Юлай менән Салауат» эпосында ихтилалдың сәбәптәрен «аңлатыуға» ҙур урын бирелгән. Күтәрелеш алдынан булған ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙы һүрәтләү аша сәсәндәр, әйтерһең, Юлай менән Салауат кеүек көслө шәхестәрҙең ижтимағи мөхиттең алғы һыҙығына сығыу кәрәклеген, тәбиғилеген билдәләргә тырышҡан.

Заводсылар ҡулға алған
Түрә-һәрә бей булғас,
Заводсылар халыҡ ерен
Буштан-бушҡа талағас,
Бара-тора ил халҡы
Бөтә эште аңлаған.

Сәсәндәр милли иҙеүҙе ихтилалға күтәрелеүҙең төп сәбәбе итеп күрһәтергә тырышҡан, бер үк ваҡытта йәм­ғиәттәге синфи ҡаршылыҡтар ҙа күҙ уңынан ситтә ҡалмаған.

«Юлай менән Салауат» ҡобайырында Юлай Аҙналының ижтимағи ҡараштарын, кешелек сифаттарын сағылдыр­ған мөһим һүрәтләмәләр бар, улар аша Салауаттың азат рухлы шәхес булып үҫеүендә ата йоғонтоһоноң ни тиклем көслө икәнлеген аңлап була. Башҡорт ерҙәренең таланыуына ҡаршылыҡ белдереп, батша властарына бер нисә тап­ҡыр ебәргән  яҙма мөрәжәғәтенә яуап булмағас, Юлайҙың халыҡты яуға күтәреүе, яу еңелгәс, тау төпкөлдәренә йәшеренергә мәжбүр булыуы хаҡындағы мәғлүмәттәр тәрән йөкмәткеле. Рәсәйгә сит илдән яу килә, тигән хәбәрҙе ишеткәс, Юлай Аҙналы өйөнә ҡайтып, «йылҡы өйөрөн туплатып, яҡшы атын һайлап алып» һуғышҡа китә. Ҡайһы бер анахронизмдарға ҡарамаҫтан, был мәғлүмәттәрҙең барыһы ла тарихи нигеҙле. Юлай Аҙналының 1755 йылғы Батырша ихтилалында ҡатнашыу ихтималлығы, 1772 йылда Рәсәй ғәскәрҙәре составында Польша конфедераттары менән алышта батырлыҡ күрһәтеп, наградаға лайыҡ булыуы тураһында тарихсылар Ә.Н.Усманов, И.М.Гвоздиковаларҙың хеҙмәттәрендә ышандырырлыҡ дәлилдәр бар. Ҡобайырҙа Юлай Аҙналының ҡасан, ниндәй һуғышта ҡатнашыуы хаҡында баштағы эпизодтарҙа әйтелмәй, ул турала тик әҫәрҙәге мәғлүмәттәрҙе («Юлай яуҙа дан алған, / Батшанан миҙал алған”) документаль яҙмалар менән сағыштыр­ғанда ғына асыҡлап була. Сәсәндәргә был осраҡта хәл-ваҡиғаларҙы тәғәйенләп күрһәтеү түгел, ә тарихи хәҡиҡәтте: башҡорт халҡының рухиәтенә хас һыҙатты – илһөйәрлек  тойғоһоноң көслө булыуын билдәләү мөһимерәк булғандыр. Рәсәйгә ситтән хәүеф янағанда, башҡорттарҙың үҙ милли мәнфәғәттәрен артҡа ҡуйып, хатта азатлыҡ яулап күтәргән ихтилалдарын туҡтатып тороп, һуғышҡа китеүҙәре фольклор материалдары буйынса ғына түгел, тарихи яҙмалар аша ла билдәле. Юлай Аҙналы ҡобайырҙа һәр эшен уйлап баш­ҡара торған аҡыллы, абруйлы, дәрәжәле, бер үк ваҡытта тәүәккәл шәхес итеп һүрәтләнгән. Уның гражданлыҡ позицияһы кәңәшкә йыйылған халыҡ алдындағы телмәрендә асыҡ яҡтыртыла.

Батыр яугир һәм шағир, талантлы полководец, Е.Пугачевтың көрәштәше Салауат образы был әҫәрҙә айырыуса йылы  һүрәтләнгән. Ул ғәйрәтле, аҡыллы, һүҙгә маһир, батыр йөрәкле, бер үк ваҡытта ҡурҡыу белмәҫ баһадир яугир ҙа, нескә күңелле шағир ҙа. Был ҡобайырҙа Салауат башҡорттарҙың ғына түгел, башҡа кәмһетелгән халыҡтарҙың  да мәнфәғәттәрен яҡлаусы булараҡ һүрәтләнә.

Әҫәрҙә Юлай образының ярайһы уҡ киң яҡтыртылыуы төп герой – Салауат образының асылын яҡшыраҡ, тәрәнерәк аңларға булышлыҡ итә. Ҡобайырҙа Салауаттың бала сағынан алып һөргөнгә ебәрелгән осорға тиклемге ғүмере һүрәтләнгән. Яугирҙа батырлыҡ сифаттарының, аҡыл ҡеүәһенең, шиғри һәләттең йәштән тәрбиәләнеүенә ба­ҫым яһала. Фольклор традицияларына таянып, башҡорт сәсәндәре уға эпик баһадирҙарға хас сифаттарҙы биргән. Салауаттың барлыҡ шәхсән һыҙаттары яу йылдарында, азатлыҡ көрәшенә күтәрел­гән сағында асыла.

Салауаттың халыҡ менән тығыҙ бәйләнеше, тыуған еренә оло мөхәббәте түбәндәге юлдарҙа бигерәк тә аныҡ әйтеп бирелә:

Илем янһа утында,
Мин дә бергә янырмын.
Илем итһә ҙур туйын,
Мин дә бергә туйлармын.

«Юлай менән Салауат» эпосының поэтикаһында, сюжет-композиция ҡоролошонда, нигеҙе халыҡсан булыуына ҡарамаҫтан, урыны менән шәхси ижад башланғысының күмәк башланғыстан өҫтөнлөк итеүе һиҙелә.

«Байыҡ-Айҙар сәсән» эпосында Байназар тархан улы Байыҡтың Аҙналылар нәҫеле менән күптәнге бәйләнештәре, Байыҡ менән Юлайҙың 1755 – 1756 йылғы ихтилалда бергә ҡатнашыуы тураһынд­а ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар, әммә Байыҡ-Айҙарҙың йәш Салауат менән осрашыуын һүрәтләү айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Айҙар сәсән Салауат­ҡа үткәндәр, хандар тураһында, ауылдарҙы көлгә ҡалдырған татар мыр­ҙаһы Тәфтиләүҙең яуызлыҡтары, яу ҡырында башын һалған, тыуған еренән һөрөлгән батырҙар, үҙенең илен һаҡлап ҡалған  халыҡ тураһында тулҡынланып һөйләй.

Төп геройы Байыҡ сәсән булғанлыҡтан, ҡобайырҙа Салауат тураһында мәғлүмәттәр аҙ. Сәсәндәр Салауаттың был ҡартты аңлауы һәм уны үҙе менән атаһы янына алып барыуы тураһында ҡыҫҡаса хәбәр итеү менән сикләнгән. 1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилал, уның баҫтырылыуы тураһындағы мәғлүмәт тә бик ҡыҫҡа итеп бирелә.

Н.Т. Зарипов «Юлай менән Салауат» ҡобайырында Байыҡты Салауаттың һәр аҙымын күҙәтеп барған, һәм тегеһе юл сатында ҡалғанда, дөрөҫ юлды күрһәткән ҡарт образына оҡшата. Был сюжеттарҙа образдарҙың ныҡ оҡшашлығы теманың яҡынлығы һәм ике ҡобайыр­ҙың да Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан бер сәсән – Ғәбит Арғынбаевтан яҙып алыныуы менән аңлатыла булһа кәрәк.

Салауат исеменең халыҡ хәтерендә мәңгеләшеүе уның азатлыҡ көрәшендә ҙур роль уйнауы менән бәйле. Тарихи яҙмаларҙан күренеүенсә, бер йылдан саҡ ҡына артығыраҡ ваҡыт эсендә Салауат Юлаев 28 оло яуҙа ҡатнашҡан, шуларҙың 11-ен үҙ аллы атҡарған. Ул 1774 йылдың июлендә Пугачев ғәскәре Волга буйына киткән хәлдә лә, үҙенең көрәшен туҡтатмаған, июль-ноябрь айҙарында ихтилалдың төп ваҡиғалары Салауат Юлаев етәкселегендә барған. Шуға ла баш күтәреүселәрҙең дошмандары – генерал-майор П.С.Потемкин, генерал-аншеф П.И. Панин үҙҙәренең Екатерина II яҙған хаттарында Салауат Юлаевты «уҙған фетнәнең төп юлбашсыһы» тип танырға мәжбүр булғандар, уны «данлы Салауат» тип атағандар. Потемкин Әбей батшаға ебәргән бер донесениеһында: «Салауаттың исеме ысынлап та башҡорт халҡының йөрәгендә урын алырға хаҡлы»3, – тип танырға мәжбүр булған.

Башҡорт халҡының 1773 – 1775 йылда­р ихтилалындағы роле, Салауат Юлаевтың яугирлыҡ эшмәкәрлеге төрлө заман тарихсылары, яҙыусылары һәм мәҙәниәтселәре тарафынан юғары баһаланды. Бөйөк рус шағиры А.С. Пушкин үҙенең «Пугачев тарихы» тигән китабында башҡорттарҙын  тынысланмауы, 1741 йылғы язалап үлтереүҙәр ваҡытында ҡотолоп  ҡалған ҡарт фетнәсе Юлайҙың улы Салауат менән килеп сығыуы, бөтә Башҡортостандың  баш күтәреүе һәм афәттең  тағы ла ҡеүәтлерәк көс менән ҡыҙып китеүе тура­һы­н­да яҙа4.

Салауаттың яугирлыҡ абруйын дворян тарихсыһы академик А.Ф.Дубровин, тарихсы-крайҙы өйрәнеүсе П.Л.Юдин таныны. Ихтилалды идара итеүсе синыфтар күҙлегенән ҡараған был ғалимдар­ҙың оло яуҙа башҡорт халҡының көрәшенә, Салауатҡа айырым иғтибары һәм баһаһы үҙе үк  күп нәмә тураһында һөйләй.

Башҡорттарҙың күтәрелештә тотҡан урынына, Салауаттың яу етәксеһе булараҡ эшмәкәрлегенә ХХ быуат тарихсылары  Ю.А.Лимонов, В.В.Мавродин, В.М.Панеях, Р.В. Овчинниковтарҙың иғтибары ла осраҡлы түгел.

И.М.Гвоздикова үҙенең монографияһында (Өфө, 1992) 1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилалда Салауат Юлаевтың етәкселек маһирлығына, батырлығына, маҡсатҡа тоғролоғона, ғөмүмән, тарихта тотҡан урынына бик ҙур баһа бирә, Салауатты башҡорт халҡының милли геройы, «Ихтилал күтәргән халыҡтың иң күренекле етәкселәренең береһе, социаль иҙеүгә һәм милли тигеҙһеҙлеккә ҡаршы фиҙаҡәр көрәш символы, иҙеүселәргә ҡаршы көрәштә батырлыҡ һәм ғәййәрлек, рус һәм башҡа халыҡтар менән туғанлыҡ символы»5 тип атай.

Мәскәү ғалимы профессор В.В.Тре­павлов Салауат Юлаевты шулай уҡ «сағыу тарихи шәхестәрҙең береһе» булара­ҡ  билдәләне,  ихтилал  йылда­рын «Салауат дәүере» тип нарыҡланы6.  Яуги­р   шағирҙың   азатлыҡ   хәрәкә­тенә  индергән  өлөшөнә,  етәкселе­генә Ә.Н.Ус­манов, Ә.З.Әсфәндиәров, Н.М.Ҡол­бахтин  кеүек  тарихсылар­ҙың мәҡәләләрендә лә  юғары баһа бирел­де.

Салауат Юлаев Өфө төрмәһенән яҙған бер хатында (1775 йылдың май айы) үҙенең дуҫтарына һәм туғандарына мөрәжәғәт итеп, былай тигән: «Беҙҙән ҡурҡмағыҙ. Беҙ хәҙер йәшәй торған йортта халыҡ тураһында бер ниндәй ҙә күрһәтеү бирмәнек, уның именлеген ҡайғырттыҡ. Ул халыҡ беҙҙе лә үҙенең изге доғаларынан ҡалдырмаһын ине».7 Регуляр ғәскәр командаһының ҡулына эләккән был хат заман­ында тәғәйенләнгән урынына бары­п етмәй, әммә тотҡондоң ырыу­ҙаштары, батырҙың азатлыҡ байрағы аҫтында берләшкән халыҡтар, әйтерһең дә Салауаттың васыятын үҙ ҡолаҡтары менән ишетеп, мәңгелеккә хәтерҙәренә һеңдергән.

1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилал темаһының әҙәбиәттә, һынлы сәнғәттә, музыкала, ғилми тикшеренеүҙәрҙә урын алыуы – шулай уҡ халыҡ хәтере фай­ҙаһына хеҙмәт итеүсе ыңғай фактор. С. Юлаевтың үҙ шиғырҙары һәм уның хаҡындағы шиғыр һәм йырҙар; романдар, трагедия, тарихи-документаль китаптар, опера, балет, атаҡлы Салауат һәйкәле, скульптуралар, картиналар, монографиялар, яҙмалар, ғилми йыйынтыҡтар – бөтәһе лә халыҡтың милли ғорурлығы һәм гражданлыҡ, илһөйәрлек тойғоларын үҫтереүсе әҫәрҙәр. Уларҙың нигеҙендә тарихи яҙмалар менән бер ҡатарҙан фольклор мотивтары ята.

Башҡорт халҡы, М. Кәрим әйткәнсә, «милләтенең символына әйләнгән беренсе башҡорт» Салауат Юлаевтың яҡты образын йөрәгендә ҡәҙерләп һаҡлай. Башҡортостан Республикаһы Дәүлә­т гербының үҙәгендә Салауат һынын­ың тороуы, яугир шағирға бағышлап энциклопедия нәшер ителеүе был шәхестең масштабын, юғарылығын күр­һәтә. Телебеҙҙә йәшәгән «Халыҡ хәтере» тигән оло һәм изге төшөнсә, быуаттарҙы быуаттарға тоташтырып, бер быуындың аманатын икенсеһенә еткереп, хәҙергегә һәм киләсәккә хеҙмәт итә.


Материалды асыр өсөн бында баҫығыҙ.
Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz