Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йәкшәмбе, 19.11.2017, 00:30

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1122

Сәсәндәр

Сәсән — һүҙ оҫтаһы, шағир-импровизаторҙың башҡорт халҡында киң таралған исеме. Сәсәнлек сәнғәтенең сәскә атыуы башҡорт ырыу-ҡәбиләләренең бер халыҡ булып ойошоу, берләшеү дәүеренә (XVI быуат) тап килә. Сәсән — ул халыҡ шағиры һәм йырсыһы, фәлсәфәсеһе һәм уҡытыусыһы, ырыу-ҡәбилә, халыҡ тормошонда күренекле урын тотҡан йәмәғәт эшмәкәре, үткәндәр хаҡында һөйләүсе тарихсы, йәмғиәттә ҙур абруй һәм ихтирам ҡаҙанған аҡһаҡал. Ҡобайырҙарҙа сәсән эшмәкәрлеге шулай һүрәтләнгән:

Ханға ҡаршы уҡ булған,

Бейгә ҡаршы ут булған 

Сәсән булмай, кем булһын,

Сәсәнгә тиң кем булһын?

Яманлыҡты яҡламаҫ,

Дошман хәтерен һаҡламаҫ,

Яҡшылыҡты һөйләр ул,

Яуға саҡырып өндәр ул,

Дауға саҡырып өндәр ул.

Халыҡ үҙенең яратҡан сәсәндәренең исемен күп кенә йыр­ҙарҙа мәңгеләштергән. Мәҫәлән:"Ҡыуат сәсән","Ихсан сәсән":

Ҡыуат та ғына тигән, ай, сәсән ир

 Зирәктәрҙән зирәк һанала.

Сәсәндәрҙең халыҡтың йәмғиәт тормошонда һәм мәҙәни­әтендә уйнаған роле күп кенә мәҡәлдәрҙе юғары баһа алған: "Сәсән алдырмаҫ, әйтмәй ҡалдырмаҫ", "Сәсәндең теле уртаҡ, егәрленең ҡулы уртаҡ", "Сәсән күрке һүҙ булыр, мәргән күрке күҙ булыр", "Сәсән дауҙа беленер, батыр яуҙа беленер" һ. б. Бына шуға күрә лә боронғо замандарҙа ырыу-ара ыҙғыш-талаш, аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан ваҡыттарҙа мәсьәләне тәү башлап ырыу сәсәндәре хәл иткән. Ҡайһы бер сәсәндәрҙең XVIII быуатта булып үткән ихтилалдарҙа ҡатнашыуҙары билдәле. Кәлсер-табын ырыуы старшинаһы Килдеш сәсән Агишев, мәҫәлән, 1735—1740 йылдарҙағы Ҡара­һаҡал күтәрелешендә ҡатнашҡан.

Күп кенә сәсәндәр тарихҡа ырыу, халыҡ батыры булараҡ та билдәле. Улар араһында данлыҡлы сәсән-импровизатор, йырсы-шағир, халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаевтың исеме үҙенә бер айырым урын алып тора.

Сәсәнлек сәнғәте — ул айырым кешенең шәхси ижад еме­ше. Күп кенә сәсәндәрҙең, мәҫәлән, Нурмөхәммәт Йомрани, Йәрми Сәйете, Шайҙулла Шәрифуллин эшмәкәрлегендә ха­лыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәт традицияларының берләшкән булыуын күрмәү мөмкин түгел.

Шуныһы ла билдәле, башҡорт халыҡ ижадында сәсәнлек традициялары быуындан быуынға тапшырылған, шул рәүешле сәсәнлек мәктәбе барлыҡҡа килгән. Байыҡ Айҙар сәсәндең ҡобайырҙарын, мәҫәлән, уны күреп белгән Ишмөхәм-мәт сәсән Мырҙаҡаев отоп алған, аҙаҡ был репертуар Ишмөхәммәт сәсәндәң Ғәбит сәсән Арғынбаевҡа, артабан Баш­ҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне Мөхәммәтша Буранғоловҡа күскән. Бына шул рәүешле башҡорт фольклоры тарихында бер-береһен күреп белгән бер төркөм сәсәндәр сылбыры бар­лыҡҡа килә: Байыҡ Айҙар сәсән — Ишмөхәммәт сәсән Мырҙаҡаев — Ғәбит сәсән Арғынбаев — халыҡ сәсәне Мөхәммәтша Буранғолов.

Һуңғы йылдарҙа сәсәндәр ижадын өйрәнеү эшенә Ғ. Хө­сәйенов, Н. Зарипов, Ә. Сөләймәнов ҙур өлөш индерҙе.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz