Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шәмбе, 20.04.2024, 13:30

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Шафиҡ сәсән

Шафиҡ Тамъяни-Әминев (1858—1936) — киң танылған сәсән, хәҙерге Әбйәлил районы Әбделғәзе ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде ауыл мәҙрә­сәһендә алған, һуңынан Троицкиҙа "Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә уҡыған. Төп фамилияһы — Әминев, ә Тамъяни — уның ырыу исеменән алынған ҡушаматы. Абруйлы, уҡымышлы, сәсән телле булғаны өсөн халыҡ уны "Шафиҡ мулла" тип кенә йөрөткән.

Шафиҡ мулла йәштән үкһеҙ етем ҡалып, ғәиләлә оло булараҡ, донъяһын рәтләп, туғандарын ҡарап үҫтергән. Совет осоро йылдарында уҡытыусылыҡ менән шөғөлләнгән. Ши­ғырҙарынан күренеүенсә, Шафиҡ мулла Мәккәгә хаж сәфәренә лә барған булһа кәрәк.

Шафиҡ мулланың шиғырҙары 70-се йылдарҙа ғына фән донъяһына килеп инде, улар башлыса, дәфтәрҙән дәфтәргә күсереп таратылған.

Шафиҡ Тамъяни ижадында "Урал", һәм "Кеше ғүмере" тигән шиғырҙар циклы үҙҙәренә айырым урын алып тора. Уларҙың тәүгеһендә сәсән тыуған төйәк, ер-һыуға мәдхиә йыр­лай, Уралды хатта "ер кендеге", "мәғдән ояһы" итеп поэтик­лаштыра, уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ ниғмәтенә, хушбуй еҫле сәскәләренә, тәмле һыулы йылғаларына һоҡлана.

Әммә сәсәнде ошо ожмах илдә йәшәгән башҡорттоң аяныс­лы яҙмышы борсой, шиғырҙа тәбиғәттәге бөтөнлөк, ятышлылыҡ, килешлелек менән йәмғиәттәге тигеҙһеҙлек, артталыҡ, ғәфләтлек бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйыла. Шафиҡ Тамъяни малға, байлыҡҡа ынтылып та, мәғариф, мәҙәниәткә илтифат етмәүгә зарлана: "Ергә байҙар, малға байҙар, бер ғилемгә ярлылар", — ти сәсән.

Үҙенең йөкмәткеһе менән, мәғәнәүи йүнәлеше яғынан "Урал" циклына "Башҡорт бабаларының тарихы" шиғыры бик яҡын, хатта улар бер-береһенен, дауамы булып ҡабул ителә. Уларҙың тәүгеһе, әйткәнебеҙсә, Уралға дан йырлаһа, икенсеһе ере-һыуы өсөн ҡорбан булған, ҡан түгеп үҙҙәренең аҫабалыҡтарын һаҡлап ҡалған ата-бабаларыбыҙға дан йыр­лай.

"Башҡорт бабаларының тарихы" — этнографик йөкмәтке­ле әҫәр. Унда боронғо башҡорттарҙың йәшәйеше, кәсебе, аш-һыуы, эш, яу ҡоралдары шаҡтай тулы сағылып ҡалған. Шиғырҙа боронғо ата-бабаларыбыҙҙы идеаль образ дәрәжә­һенә күтәреү асыҡ һиҙелә, "батырҙан батыр тыуа" тигән фекер үткәрелә.

"Кеше ғүмере" тигән цикл, исеменән күренеүенсә, ғүмер­ҙең төрлө осорҙарына иҫ китмәле аныҡ баһа биреүе менән көслө. Кешенең егетлек дәүерен һүрәтләгәндә, сәсән өйләнеү, башлы-күҙле булыу кеүек мәлдәргә туҡтала. Шиғырҙа өгөт-нәсихәт, тәрбиәүи мотивтар күҙгә асыҡ ташлана.

Сәсән кеше ғүмеренең утыҙ, ҡырҡ, илле йәшлек осорҙары­на ла бик аныҡ баһа бирә. Утыҙ йәшлек ир-егеттәрҙе ул бала-саға хаҡы өсөн эшләргә, кәсеп итергә, ә инде ҡырҡ йәшкә еткәндәрҙе дин, шәриғәт өйрәнергә, аҡыл-әҙәп төйнәргә са­ҡыра.

Шафиҡ Тамъяниҙың үҙ тормошона бәйле ваҡиғалар был шәлкемдең "Илле йәшлек хәле" тигән шиғырында һәйбәт сағылған. Унан күренеүенсә, сәсән үҙ ғүмерендә ниндәйҙер түрәлек вазифаһын башҡарған булһа кәрәк. "Үҙ илемә бер аҙыраҡ түрә булдым", — ти был хаҡта сәсән.

Шафиҡ Тамъяни ижадында халыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәт традицияларының айырылмаҫ бөтөнлөгө күҙгә таш­лана. Сәсәндең боронғо яҙма ҡомартҡылар менән яҡшы та­ныш икәнлеге ап-асыҡ күренеп тора.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz