Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йома, 19.04.2024, 12:49

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Шаян йырҙар

Иҙеү-иҙелеүгә ҡоролған һәм патриархаль ырыу тәртиптәре хөкөм һөргән заманда халыҡтың тормош-көнкүреше ни хәтле генә ауыр һәм аяныслы булмаһын, уның күңелендә тыуған йыр-моңға, дөйөм алғанда, күтәренке тойғолар хас. М. Горь­кий әйткәнсә, халыҡ ижады өсөн күңел төшөнкөлөгө бөтөнләй ят нәмә. Был хәҡиҡәт башҡорт халҡының шаян йырҙар төркөмөндә тағы бер мәртәбә раҫлана. Быуаттар буйы икеләтә иҙеү аҫтында ҡайғы-хәсрәт, мохтажлыҡ менән йәшәгән хәлдә лә күңел түрендә уйын-көлкө мотивтарының ныҡлы урын алыуы халыҡ рухының көсө, оптимизмы хаҡында һөйләй.

Һан яғынан ҡарағанда, башҡорт халҡының шаян йырҙа­ры артыҡ күп түгел. Әммә уларҙа хатта иң ауыр замандарҙа ла халыҡтың яҡты киләсәккә ышанып, өмөт һәм күңел күтәренкелеге менән йәшәүен күрергә мөмкин. Шаян йырҙар тормоштағы һәр төрлө көлкө күренештәргә халыҡтың ҡара­шын белдерә, айырым кешеләрҙең кәмселектәрен фашлай, халыҡта ыңғай әхлаҡи сифаттар тәрбиәләй.

Башҡорт халыҡ шаян йырҙарының күбеһе мөхәббәт һәм ғаилә тормошона бәйле ерлектә ижад ителгән. Уларҙың төп ге­ройҙары ла егет һәм ҡыҙ, йә булмаһа, кейәү менән кәләш. Йыр уларҙың холоҡ-ҡиәфәтендәге айырым кәмселектәрҙән көлә. "Сонайым" тигән йыр, мәҫәлән, яңы кәпәс кейгән булып йәш кәләш янына килгән ялҡау кейәүҙе мыҫҡыллай.

Ошоға оҡшаш мотивты беҙ "Күкерләки" тигән йырҙа ла күрәбеҙ: йыр өйҙәге итәк тулы балаларын "онотоп" егетмен тип йөрөгән кейәүҙән әсе итеп көлә.

Еңелсә шаяртыу, уйын-көлкө күп кенә шаян йырҙарға хас. Бына, мәҫәлән, "Яҙғы мәлкәй" тигән йыр. Борон бер ярлы егет булған, ти. Кәләш алырлыҡ та хәле юҡ икән бының. Илдән илгә йөрөп, мал тыбырға ла тырышып ҡараған, әммә тормошон рәтләй алмаған, иленә ҡайтҡан да киткән, ҡайт­ҡан да киткән. Һөйгән ҡыҙы моңайып ҡына ҡалыр булған.

Ихласлабыраҡ ҡарағанда, йырҙың нигеҙендә тәрән соци­аль драма ята, сөнки боронғо патриархаль йолалар буйынса кәләш өсөн ҡалым түләргә кәрәк булған. Күп кенә фольклор материалдарынан күренеүенсә, бындай мөмкинлеге булмаған ир-егеттәр заманында:

Ҡарабашлы турғай

 Ҡарындыҡты ҡуймай.

 Һин дә егет, мин дә егет,

 Кәләш алып булмай,        ,

тигән кеүек йырҙар сығарған.

Йырҙарҙа шулай уҡ уңмаған килендәрҙе лә ("Игеҙәк", "Ғәҙекәй"), маһайып йөрөгән ҡыҙҙарҙы ла ("Ғәрифәкәй", "Хә­кимә", "Ҡарасай ҡыҙ"), малһыҙ-йәрһеҙ йөрөгән егеттәрҙе лә ("Фәйрүзә") күрергә мөмкин. Хатта бер ҡарауға саф һунарсы йыры булып аңлашылған "Суҡмуйыл" йырының да төп мотивы һөйөү-һөйөшөү, ғаилә тормошона бәйле бирелә: "Ҡоҙа­самды алам тиеп атһыҙ ҡалдым мин быйыл".

Шаян йырҙарҙың күбеһе ҡыҫҡа көйгә йырлана, уларға айырыуса ритм аныҡлығы хас. Бына шуға күрә лә бындай йырҙарҙың ҡайһы берҙәре таҡмаҡ функцияһын башҡара, йәғни төрлө уйын-көлкө, мәжлес ваҡыттарында йырлана, бейеүҙе оҙатыусы ижад төрө булып йәшәй. Бының һәйбәт үрнәге итеп "Ҡарабай", "Мөғлифә" йырҙарын күрһәтергә мөмкин.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz