Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шаршамбы, 24.04.2024, 23:17

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Шалғыҙ йырау

Шалғыҙ йырау — фольклор материалдарына ҡарағанда, XVI быуат урталарында, башҡорт ырыуҙары үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылғанға тиклем, Иҙел-Яйыҡ буйында йәшәгән йырау-сәсән. Ырыуҙаштарының Рус дәүләтенә ҡу­шылыуын хупламай, нуғайҙарға эйәреп, Кубань буйҙарына күсеп киткән. Уның әҫәрҙәре, нигеҙҙә, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай һәм башҡорттар араһында таралған. "Ун мең нуғай бөлгән көн", "Иҙел ҡайҙа, ил шунда", "Шекәрә болот йәй башлар" кеүек ҡобайыр, әйтемдәр Шалғыҙ йырау әҫәрҙәре, тип иҫәпләнә.

Мәҫәлән:

Әй Иҙел ер, Иҙел ер,

Әй Иҙел ер, Иҙел ер,          
Иҙел ҡайҙа, ил шунда,                                
Урал ҡайҙа, көн шунда,
Яйыҡ ҡайҙа, яй шунда,
Һаҡмарҡайҙа, һан шунда —
Ата-бабам төйәге,
Шунда улар һөйәге,
Терелер ил һөйәге,
Терелер ил терәге.
Әй Иҙел ер, Иҙел ер,
Әй Иҙел ер, Иҙел ер,
Иҙел булһа, илең бар,
Илең булһа, көнөң бар,

Көнөң булһа, йүнең бар,          
Йүнең булһа, ерең бар,

Ерең булһа, халҡың бар,  
Халҡың булһа, даның бар.

Әй Иҙел ер, Иҙел ер,
Әй Иҙел ер, Иҙел ер.

Дөйөм алғанда, боронғо һүҙ оҫталары — башҡорт йырау­ҙарының ижади эшмәкәрлеге әлегә беҙҙә бик аҙ өйрәнелгән. Башҡорт ҡобайырҙарын, әйтемдәрен ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай өләңдәре, толғауҙары менән сағыштырып, текстологик яҡтан тикшереү, ошо халыҡтар өсөн уртаҡ булған йырау­ҙарҙың әҙәби эшмәкәрлеген асыҡлау өсөн күп кенә әһәмиәтле материал бирер ине.

 

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz