Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шишәмбе, 23.04.2024, 12:40

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Синтаксис

Синтаксис — грамматиканың бер өлөшө. Синтаксис термины грек теленән алынған, ул төҙөү, теҙеү тигән мәғәнәне аңлата. Синтаксис телдәге һүҙҙәрҙең бер-береһенә бәй­ләнеү закондарын, һүҙбәйләнештәрҙең барлыҡҡа килеүен һәм төр­ҙәрен, шулай уҡ телдең төп аралашыу берәмеге булған һөйләмдең төҙөлөшөн өйрәнә. Һүҙҙәр айырым торғанда ысынбарлыҡ тураһын­да хәбәр бирә алмай. Әйтәйек, Салауат, батыр, милли, халыҡ, башҡорт тигән һүҙҙәр теҙмәһе беҙгә бер нәмә лә белдермәй. Шуға күрә һүҙҙәр, һөйләм булып ойошҡас, ысынбарлыҡ, эш-хәл тура­һында хәбәр бирә ала.

Һөйләм — үҙе бик ҡатмарлы берәмек; уның төрлө төрҙәре бар, мәҫәлән, эйәһеҙ, эйәле һ. б. һөйләмдәр була, йә булмаһа төрлө һөй­ләмдәрҙең төрлө маҡсаты булырға мөмкин. Мәҫәлән: Салауат нисә йәшендә үлгән? һөйләме ысынбарлыҡ тураһында бер нәмә лә белдермәй, ә берәй әйбер тураһында белергә генә теләй. Салауат 1880 йылдың 26 сентябрендә үлгән һөйләме ысынбарлыҡ тура­һында хәбәр итә һ. б. Быларҙың барыһын да синтаксис фәне өйрәнә лә инде.

Һүҙбәйләнештәрҙең һәм һөйләмдәрҙең яһалыу юлдарын, улар­ҙың бөтә төрҙәрен өйрәнеүсе фән синтаксис тип атала.

Синтаксис морфология менән бик тығыҙ бәйләнгән: һүҙҙәр, үҙ-ара ойошоп һөйләм барлыҡҡа килтергәндә, үҙҙәре төрлө-төрлө морфологик ялғауҙар ҡабул итә, шунһыҙ һөйләм барлыҡҡа килмәй. Тимәк, синтаксисты яҡшы һәм аңлы үҙләштереү өсөн морфологияны иҫтә тоторға кәрәк.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz