Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йәкшәмбе, 19.11.2017, 00:32

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1122

Совет осоронда сәсәнлек традициялары

Башҡорт халҡында элек-электән йәшәп килгән сәсәнлек традициялары беҙҙең көндәрҙә лә дауам итә. Совет осоронда халыҡ араһынан тиҫтәләгән бынамын тигән сәсәндәр үҫеп сыҡты. Улар араһында Ғатаулла Ғәлиев (1861—1939), Ғин­дулла Усманов (1875—1956), Хәйрулла Ишмурзин (1870— 1947), Вәлиулла Ҡоломбәтов (1881—1964), Сәйфулла Сәғитов (1893—1957), Сәһерйәр Муллабаев (1899—1977), Шәйҙулла Шәрифуллин (1883—1959), Ислам Смаҡов (1903—1980), Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев (1924) кеүек сәсәндәр бар. Уларҙың һәр береһенең ижады ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле йүнәлештә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың барыһын да бер уй, бер моң берләштерә. Был хаҡта Шәйҙулла Шәрифуллин бик тә асыҡ әйткән:

Сәсәндәрдең уй-фекере, халыҡ менән,

Үҙен танытыр һүҙендәге хаҡлыҡ менән.

Ҡайғырыр ул халыҡтағы ҡайғы менән

Һәм шатланыр халыҡтағы шатлыҡ менән.

Шәйҙулла Шәрифуллин, Нурмөхәмәт Йомрани, Ғиндулла Усманов, Әсәҙулла Ғиззәтуллин, Ғатаулла Ғәлиев кеүек сәсән­дәр йөҙөндә сәсәнлек традицияларының көнбайыш башҡорт­тарында ла ныҡлы һаҡланған булыуы, күренә.

Һуңғы йылдарҙа сәсәнлек сәнғәте яҙма әҙәбиәт, профессио­наль сәнғәт менән бергә үрелеп бара. Бының асыҡ бер миҫа­лы — атаҡлы йырсы һәм ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов ижады.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz