Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Йәкшәмбе, 19.11.2017, 00:26

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1122

Т.Ғиниәтуллин

Ижад тамырҙары – тыуған ерҙә

Г.Н. ГӘРӘЕВА,
Башҡорт дәүләт  университеты доценты


Башҡорт халҡының талантлы улы, фронтовик әҙип, ысын художник Талха Йомабай улы Ғиниәтуллиндың фиҙаҡәр әҙәби эшмәкәрлеге лайыҡлы баһа алды – уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелде.

Т.Ғиниәтуллин – тыуған еренең гүзәллеген, ғәзиз халҡының күркәм рухи донъяһын, милли йөҙөн, күңел хазинаһын бөтә донъяға танытҡан оло әҙип. Әҫәрҙәре күп телдәрҙә баҫылған яҙыусының башҡорт рухлы, ихлас һәм рухи яҡтан бөйөк геройҙары меңәрләгән уҡыусылар күңелендә һаҡланып ҡалырлыҡ сағыу буяуҙарҙа кәүҙәләнә.

Рус телендә ижад итһә лә, Т.Ғиниәтуллин – үҙенең ерлеге, рухы, булмышы, характеры менән башҡорт яҙыусыһы. Ә.Әминев уның әҫәрҙәрен, яҙыусы үҙе яҙғанса, башҡорт менталитетын һаҡлап тәржемә итә. Һүрәтләнгән ваҡиғалар, географик атамалар, кеше исемдәре, геройҙар һулаған һауа, холоҡ-ҡылыҡ, көн күргән мөхит – барыһы ла башҡорттоҡо.

"Мышағыр” (1969), "Айыу таш” (1975), "Алтын бишегем” (1984), "Тау артында ниҙәр бар” (1997), "Һин аҡ ҡайын янында тора инең” (2007) йыйынтыҡтарына тупланған хикәйә һәм повестарында, Рәсәй һәм Башҡортос­тан матбуғатында донъя күргән әҫәр­ҙәрендә яҙыусы гүзәл Башҡортостан тәбиғәтен, Урал аръяғындағы тау-ташлы, урмандары, ялан-ҡырҙары, инеш-күлдәре, Яйығы һәм мәғрүр Ирәмәле менән данлыҡлы Учалы яҡтарының шифалы ерен ҡайнар һөйөү хистәренә һуғарып һүрәтләй.

Бар булмышы менән ғәзиз туп­рағына береккән илһөйәр әҙиптең әҫәрҙәрендә ватансыллыҡ мотивтары бик көслө, был, моғайын, уның   милли мөхитенән ситтә йәшәүе менән дә бәйлелер. Тыуған ер образы бәләкәй ҡалҡыулыҡтары, сылтырап аҡҡан шишмәләре, һаҙлыҡ-туғайлыҡтары менән бөтә күркәмлегендә күҙ алдына баҫтырыла.

Т.Ғиниәтуллиндың хикәйә-повес­тарында Ватанға бирелгәнлек, уны мөҡәддәс һөйөү хисе әҫәрҙән әҫәргә үҫтерелә бара. Әҙип геройҙарының ергә тоғролоғон, йыр-моңға һөйөүен халыҡтың тарихы, яҙмышы, рухы, теле, мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләй. Башҡорт топонимдарын, йыр-легендаларын – халыҡ ижады өлгөләрен уңышлы файҙаланыу Т.Ғиниәтуллин әҫәрҙәренең милли колоритын арттыра, идея-эстетик йөкмәткеһен байыта. Яҙыусы үҙенең яҡташтарын – ябай хеҙмәт эйәләрен, ауылда йәшәүсе эскерһеҙ геройҙарын ҡайнар теләктәшлек менән яратып һүрәтләй.

Бөйөк рус әҙәбиәте, мәҙәниәте традицияларының башҡорт ерлегенә төшөүе, уның уңышлы синтезы Т.Ғи­ниәтуллин ижадын бермә-бер тәрәнәйтә. Ваҡиғаларҙы "таба” белеүҙән алып, уларҙы отошло итеп ойоштороу­ҙа, идея-эстетик йөкмәткене уңышлы сағылдырырҙай сюжет-композиция ҡороуҙа, үткер деталдәрҙе юғары художестволылыҡҡа күтәреп файҙалана, уйната белеүҙә, еренә еткереп һайлауҙа яҙыусының маһир рәссамдарға хас оҫталығы күренә.

Т.Ғиниәтуллин әҫәрҙәренең герой­ҙары – ауылда донъя көтөүсе игенселәр, малсылар, хужалыҡ менән етәк­селек итеүселәр – йәшәйеште матурыраҡ итеү өсөн бар көсөн һалып эшләй. Фиҙаҡәрлектәре менән бөйөк был кешеләрҙең ябайлығында милләттең үҙенә генә хас олпатлығы, рухи сәләмәтлеге күренә.

Идеологик кәртәләрҙән, сәйәси ҡыҫымдарҙан азат әҙип геройҙарын ыңғайға йә кирегә ҡырҡа бүлмәй, шымартмай, уларҙы нисек бар, шулай, аҡ һәм ҡара булмыштарында кәүҙәләндерә. "Таштар араһында”, "Ҡурҡыу”, "Һөжүм” повестарында, "Каска”, "Һуғышта йөҙ аҙым”, "Миҙал”, "Һыҙлай иҫке яралар”, "Контуженный” хикәйәләрендә социалистик реализм әҙәбиәтендә киң таралған совет яугирының батырлығын ҡабарынҡы итеп тасуирлау урынына үлемесле һөжүмгә күтәрелеүсе һалдаттың ҡурҡыуын, һәләкәттән ҡотолоп ҡалырға ынтылышын һүрәтләй.

Т.Ғиниәтуллиндың повесть-хикәйәләрендә йәшләй һуғыш ялҡынында көйрәп янған, яҡын дуҫ-иптәштәрен юғалтыуҙан, яу афәттәренең шаһиты булыуҙан күңелдәрендә ауыр яралар йөрөткән, тәне, рухы имгәнгән, тыныс тормошта йән тыныслығы таба алмай яфаланған фронтовик образдары яҡтыртыла. Байтаҡ хикәйә һәм повестар­ҙың төп геройы булған Толя Ғәйнуллин образында авторҙың үҙен, уның ҡараштарын, күңел донъяһын тойомларға була.

Бәлә-ҡаза, афәт тыуҙырған драматизм, трагизм тулы кисерештәр донъяһы, әрнеүле уй-фекерҙәр теҙмәһе – барыһы ла башҡорт прозаһында һалдат образын тулыландыра, яңы яҡтарын асыуға тос өлөш индерә.

Т.Ғиниәтуллин геройҙарының яҙмышын һәр ваҡыт тыуған ер, Ватан төшөнсәләре менән тығыҙ бәйләй, был уларҙың холоҡ-ҡылығын ышандыр­ғыс, дәлилле асырға ярҙам итә.

"Ҡайтыу” повесының композицияһын, ҡаты яраланып, ялан госпиталендә ятҡан Ғайса Кинйәғоловтың аңына килгән һәм һушһыҙ ятҡан сағында төпкөл аң ағышында (поток сознания) тергеҙелгән хәтирәләр, хәл-торош, хәрәкәттәр сылбыры рәүешендә төҙөй. Кинйәғолов ҡыҫҡа ғына мәлгә аңына килгәндә үткән тормошондағы иң ҡәҙерле күренештәрҙе иҫләй. Яугирҙың күңеленән тәүҙә яу ғәрәсәте үтә, артабан тыуып-үҫкән ерҙәре, өйө, ҡатыны, улдары күҙ алдына баҫҡандай була. Яралы һалдат тыуған ауылының ҡайғылы, тын зыяратын хәтеренә төшөрә. Ҡасандыр донъяла иң күңелһеҙ, ҡурҡыныс булып тойолған был урынды хәҙер рәхәт һәм тыныс бер урын итеп хис итә. Һуғыш­ҡа тиклемге мәлдәр, ишек алдындағы бәләкәй йортта япа-яңғыҙы йәшәгән бисара әсәһе, үҙәген өҙҙөрөп, иҫенә төшә. Әсәһе, ҡатыны, улдары менән һикелә ултырып, һөйләшә-һөйләшә сәй эсеү хаҡында хыяллана.

Былар барыһы ла – Кинйәғоловтың иҫенә килгән мәлендәге реаль уй-хистәре. Артабан автор реаль менән ирреаль тормошто, ысынбарлыҡ менән хыялды, өн менән төштө бутай, аңдың керәле-сығалы мәлендәге һаташыуҙы ысын итеп һүрәтләүгә күсә. Ваҡ ҡына деталдәргә тиклем төпсөп яҙыу был "реаллек”те арттыра. Әҫәрҙең башы менән таныш булмаған уҡыусы ҡалған өлөштәге ваҡиғаларҙы, геройҙың тыу­ған яғына ҡайтыу юлын ысын хәл тип ҡабул итә.

Яугир фронттан тылға табан атлай. Пульман тимер юл станцияһына килеп етә, таныш вагондарҙы, казарманы күреп, ошонан туп-тура һуғыш эсенә инеүҙәрен хәтерләй.

Бына ул вагондың икенсе ҡатына менеп ята. Миәс станцияһына етһә, ауылына йөҙ саҡрым ғына ҡаласаҡ. Ошо урында автор һаташыуҙы өҙә лә геройҙың ысын хәлен һүрәтләүгә күсә: яраларының ныҡ һыҙлауын, баш һөйәген осло тимер менән төйөп торған һымаҡ булыуын иҫкә ала. Тыуған яҡ тойғоһо, тыуған ергә тартылыу хисе ғүмеренең һуңғы сәғәттәрендә лә Ғайса-һалдаттың аңында һүнмәй-һүрелмәй, һулҡылдап йәшәй тора.

Тыуған ауылына сәфәрен һүрәтләгәндә автор, геройҙың юлда күргәндәренә бәйләп, ҡатынының фронттағы иренә яҙған хатын сюжет ағышына индереп ебәрә. Был алым хикәйәләүҙәге бер төрлөлөктән ҡотҡара, повестағы тормош материалын байыта, эпик ҡоласын киңәйтә төшә.

Тауҙар аша тура китеп, юлдан яҙған герой ҡайғы-хәсрәттән ҡартайған һалдат әсәләрен, тол ҡатындарҙы, ас-ялан­ғас балаларҙы күреп һыҙлана. Һаҙлыҡҡа тура килеп, бата башлай, һыу күкрәгенә етә. Ул, ҡотолорға теләп, ҡоро ер эҙләй, әммә аяҡтары төп­һөҙ, һалҡын батҡаҡтан башҡаны тапмай. Шул саҡ ул үҙенең Торна һаҙлығында бата барғанын аңлап һөйөнә, тыуған ауылының таң әтәстәре ҡыс­ҡырғандай тойола. Һүнеп барған аңында һуңғы тапҡыр, нур шикелле балҡып: "Барыбер, тыуған ергә ҡайтып еттем, өйөм янына...” тигән уй һыҙылып үтә.

Сиселештә автор уҡыусыны тулы­һынса реаль ысынбарлыҡҡа кире ҡайтара, шикләнеүҙе юҡҡа сығара: "65-се гвардия полкының дүртенсе ротаһы, беренсе взвод рядовойы, Башҡортос­танда тыуып үҫкән Кинйәғолов Ғайса, башы ҡаты яраланып, операциянан һуң аңына килә алмайынса, ялан госпиталендә вафат булды”.

Т.Ғиниәтуллиндың күп әҫәрҙәренең төп темаһы – һуғыш, ул ҡалдырған ҡаза, тән һәм йән яраһы, тетрәнешле уй-кисерештәр эсендә йәшәүсе кешеләр яҙмышы. Һүрәтләнгән ҡырылыш, уның эҙемтәләре – тарҡалған ғаилә, һынған рух, юғалған мөхәббәт, йөрәк яраларының ҡәбергәсә оҙата барыуы аша автор һуғышҡа бөтмәҫ нәфрәтен юғары һүҙҙәрһеҙ йөрәктәргә үтерлек итеп еткерә. Яҙыусы өсөн тышҡы ваҡиға, хәрәкәт мөһим түгел, уның иғтибары геройҙарҙың эске уй-кисерешенә, ынтылыштарына йүнәлтелгән.

Кисәге фронтовиктар тыныс тормошта ла оло һынауҙар алдына баҫа. "Шәмсетдин менән Шәмсура”ла – һуғыштан тома һуҡырайып, ғәрипләнеп ҡайтһа ла, үҙендә һау-сәләмәт кешеләр менән тиң тормош көтөргә дәрт-дарман тапҡан; "Кисеү”ҙә – тормош төпкөлөнән күтәрелеп, яҙыусы булып китергә рухи көсө еткән; "Бүре”лә – бер-бер артлы енәйәт ҡылып, үс менән йәшәп, ғүмер аҙағында үҙенең ғәҙелһеҙлеген танырға йөрәге еткән; "Һыҙлай иҫке яралар”ҙа ауылдаштарының дезертирлығын фаш итмәй, уның яҡындарын ауыр йөрәк яраларынан һаҡлаған геройҙарҙы кәүҙәләндерә.

Яҙыусының заман темаһына арнал­ған әҫәрҙәре ысынбарлыҡты сағылдырыуҙа яңынан-яңы һүрәтләү прин­циптары, авангард әҙәби алымдар ҡулланыуы, форма һәм стиль өлкәһендә тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр алып барыуы менән киң ҡатлам уҡыусыларҙың ихтирамын яулай.

Т.Ғиниәтуллин – ҡырыҫ реалистик стилдә эшләүсе әҙип. Уның күп әҫәр­ҙәре автобиографик характерҙа, төп герой­ы – үҙе, үҙәккә, ғәҙәттә, күргән-кисергән ваҡиғалар ҡуйыла. Ләкин хәҙерге прозалағы интенсив үҙгәрештәр, эҙләнеүҙәр, бер жанр сиктәрендә башҡа жанр-стиль мөмкинлектәрен, алымдарын ҡулланыу, стилдәр синтезы күренеше Т.Ғиниәтуллин ижадына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Уның реалистик әҫәрҙәрендә ирреалистик, мистик, фантастик, символик стиль төҫмөрҙәренең урын алыуы күҙәтелә. Ысынбарлыҡ менән уйҙырма, шартлылыҡ, реализм менән фантастика ҡатнашмаһы "Томан эсендәге яңғыҙ йорт”, "Яңы йөрәк”, "Зыярат ҡылыу”, "Бүре”, "Каска”, "Һөжүм”, "Ҡайтыу”, "Туннель”, "Ҡапҡа”, "Шәмсетдин ме­нән Шәмсура”, "Ҡара баҫыу”, "Хоҙайбирҙиндың ҡайтыуы” исемле хикәйә һәм повестарында күҙәтелә. Уларҙың барыһы ла айырым бер шәхес яҙмышын һүрәтләү аша тотош йәм­ғиәтте солғап алған киҫкен ижтимағи-социаль, рухи мәсьәләләрҙе кинәйәле фәлсәфә аша яҡтыртыуға ҡоролған.

Дәһшәтле һуғыш афәттәрен аяуһыҙ реаллегендә асып һалған әҫәрҙәрендәге һымаҡ уҡ, заман темаһына арнал­ған хикәйә һәм повестарында ла Т.Ғиниәтуллин тормош дөрөҫлөгөн тайпылышһыҙ сағылдырыусы яҙыусы булып ҡала. Талантлы һәм һүҙгә талапсан ҡәләм эйәһенең әҫәрҙәрендә ҡыр­ҡыу ижтимағи, социаль, рухи-әхлаҡи проблемаларҙың компромисһыҙ сағылышы урын ала.

Яҙыусы повесть һәм хикәйәләрендә ҡатын-ҡыҙҙарҙы айырым бер ихтирам менән һүрәтләй. Бөтөн ғүмерен һөйгән кешеһен ҡарауға бағышлаған ("Шәмсетдин менән Шәм­сура”), ирен тормош төпкөлөнә төшөүҙән, рухи һәләкәттән йолоп ҡалырға ынтылған ("Кисеү”), һуғыш ҡазалары арҡаһында ирһеҙ, балаһыҙ, япа-яңғыҙ ғүмер кисерһә лә, рух бөйөклөгөн һаҡлаған ("Йыр”, "Ҡап­ҡа”), йәш көйөнсә тотош звено менән етәкселек иткән, ас килеш сәсеү эшен еренә еткереп башҡарған ("Ҡара баҫыу”), ғүмере һүнеп барған яралы фронтовик улын үлемдән йолоп ҡалған ("Мәтрүшкә еҫе”), сабыйын һаҡлап ҡалыр өсөн йәнтәслим көрәшкән ("Әсә һәм бала”) ҡатын-ҡыҙ образдары оло һөйөү менән һүрәтләнә. Автор ҡатын-ҡыҙҙың көндәлек тормошта күҙгә бик салынып та бармаған сифаттарын оҫта тотоп ала, уларҙың тормош тотҡаһы икәнлегенә айырыуса баҫым яһай.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz