Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Шәмбе, 20.04.2024, 03:52

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1214

Төрлө йыр-робағиҙар

Халыҡ ижадында үҙенең махсус көйө булған исемле йыр­ҙар менән бер рәттән төрлө көйгә йырлана торған дүрт юллыҡ йырҙар ҙа киң таралған. Бындай йырҙарҙы, ғәҙәттә, төрлө йырҙар тип йөрөтәләр.

Башҡорт халҡының төрлө йырҙарын көнсығыш поэзия­һында борон-борондан киң таралған робағи жанры менән сағыштырырға мөмкин. Хикмәт бында уларҙың а-а-б-а рәүешендә рифмалашыу тәртибендә генә түгел. Төрлө көйгә йырлана торған йыр-строфа, робағи кеүек үк, күп осраҡтарҙа үҙенең үҙаллылығы, фәлсәфәүи мәғәнәле булыуы, тамам­ланған тулы бер фекер туплауы менән айырылып тора. Уларҙың төп йөкмәткеһен тыуған ил һәм тыуған ер, донъя­ның фанилығы, кеше ғүмеренең асылы хаҡындағы уйланыу­ҙар тәшкил итә. Робағиҙарҙағы кеүек үк, төрлө йырҙарҙа әхлаҡ проблемалары, мөхәббәт темаһы ҙур урын алған.

Төрлө йырҙарҙың килеп сығышы хаҡында һүҙ барғанда ике осраҡҡа туҡтап үтергә мөмкин. Беренсенән, төрлө йыр­ҙарҙың айырым ижад төрө булараҡ формалашыуы исемле йырҙар яҙмышы менән тығыҙ бәйләнгән. Билдәле бер тарихи
шарттарҙа исемле йырҙарҙы баштан-аяҡ теүәл итеп башҡа­рыу традицияларының йомшарыуы ундай йырҙарҙың сюжет-композиция йәһәтенән тарҡала барыуына килтерә. Йырҙың
ҡайһы бер строфалары, айырыуса уларҙың кеш ел әрҙең шәхси кисерештәренә яҡыныраҡ торғандары, үҙ аллы йәшәй баш­лай. Бында боронғо йырҙарҙы башҡарыу рәүешенең үҙгәрә ба­рыуын да, йырсылар оҫталығының ниндәй кимәлдә булыуын да иҫәпкә алмау мөмкин түгел.

Төрлө йырҙарҙың формалашыуында, икенсенән, импро­визация ҙур роль уйнаған тип әйтергә мөмкин. Оҫта йырсы­лар, ҡурайсылар күңелендә ниндәйҙер көслө тойғолар тәьҫирендә дүрт юлдан торған йыр ҡапыл ғына тыуырға мөмкин. Әгәр ҙә исемле йырҙарҙың күбеһе ниндәйҙер сюжетҡа нигеҙләнгән булһа, ниндәйҙер бер тотош ваҡиға, күренеште күҙ алдына баҫтырһа, төрлө йырҙар иһә кеше хисенең, кисе­рештәренең билдәле бер мәлен, торошон сағылдыра. Был йәһәттән төрлө йырҙарҙы һүҙ ыңғайында ғына әйтелә торған мәҡәл һәм әйтемдәр менән сағыштырырға мөмкин. Хатта ҡайһы бер дүрт юллы йыр-робағиҙар үҙҙәре үк мәҡәлдәр теҙмәһе булараҡ ҡабул ителә.

Үҙҙәренең тәбиғәте менән төрлө йыр-робағиҙар, нигеҙҙә, лирикаға тартым: унда йырсының тирә-йүнгә мөнәсәбәте, уй-тойғолары, хис-кисерештәре төп урында тора.

Төрлө йырҙарҙы төркөмләү шаҡтай ҡыйын. Уларҙы, мәҫә­лән, тематик принципҡа нигеҙләнеп, тыуған ил, ир-егет, мал, ҡайғы-хәсрәт, яҙмыш, ғүмер, һөйөү-һөйөшөү, мәжлес-йыр, дуҫ-ишлек тураһындағы йырҙарға бүлеп була. Әлбиттә, бын­дай төркөмләүҙә лә күпмелер шартлылыҡ бар, сөнки күп кенә йырҙарҙа ир-егет, мал һәм тыуған ил, ә икенселәрендә иһә яҙмыш һәм ғүмер, ә өсөнсөләрендә мәжлес, уйын-көлкө һәм дуҫ-ишлек төшөнсәләре айырылмаҫ бер бөтөндө тәшкил итә.

Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz