Баш бит | Минең профиль | Регистрация | Сығыу
| Инеү | RSS
Кесаҙна, 28.03.2024, 12:37

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Сайт менюһы
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Яуаптар һаны: 1213

Тел дәрестәрен уҡытыуҙа төрлө методтар, эш алымдары

   Уҡыусыларҙа тормошҡа яңыса ҡараш формалаштырыуҙа дәрестәрҙе педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын эҙләргә, табырға, уңышлыларын практикаға индерергә кәрәк. Балаларҙың танып белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү активлығын, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән методтар, ысулдар, саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ кеүек. Ә бына үҙең генә уйлап тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә әйҙәүсе хыял ҡанаттары үҫтергән, уйнатҡан, уйлатҡан эш төрҙәре, алымдар һәр уҡытыусының ижад лабораторияһында аҫыл таштар кеүек балҡып торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табыштары буласаҡ.
   Тәжрибәле укытыусылар өсөн методикалағы ҡайһы бер алымдар, ысулдар үтә ябай булып күренергә лә мөмкин. «Яңылыҡ асам» йәки «асыш яһайым» тип, дәрес һайын бер методты, системаны тикшереп, тәжрибә үткәреү менән мауығырға ярамай. Дәрестең темаһына, маҡсатына, төрөнә, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә, белем кимәленә тап килерлек, программа материалын һөҙөмтәле үҙләштерергә ярҙам итерлеген һайлап алыу отошло буласаҡ. Дәрес шәхес күңелен ҡуҙғатырлыҡ, уның иң нескә тойғоларына тәьҫир итерлек булһын өсөн уҡытыусы уҡыусының аҡылын, фекерен үҫтереү өсөн йүнәлеш биреүсе, күрһәтеүсе ролен үтәргә тейеш. Тел дәрестәре романтик, патриотик рухлы, «тылсымлы», «серле» булһа, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу арта.
   Серлелек төрлө юлдар менән булдырыла. Ябай ғына эш төрҙәренә, дәрестәргә мауыҡтырғыс исемдәр биреү ҙә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Мәҫәлән, «әҙәби вернисаж», «әҙәби кафе», «эште тикшереүселәр алып бара», «дәрес-аукцион» («белем баҙары»), «хәтер һынаш» («бәхетле осраҡ»), «дәрес-көс һынашыу», «дәрес-йыйын», «дәрес-лабиринт», «дәрес-хөкөм», «мөғжизәгә килә ышанғым», «ҡышҡы һабантуй», «лексик йәрминкә» һ.б. Эш, әлбиттә, исемдә генә түгел.
    Дәрестең йөкмәткеһе, формаһы, ҡулланылған алымдары уның есеменә тап килеп, укыусыларҙа белемгә ынтылыш тәрбиәләргә тейеш. Был һәр дәресте лә уйнап-көлөп, күңел асып ҡына үткәреү тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, теге йәки был дәресте билдәле бер уйын ҡалыбына һалыу - ауыр эш. Уҡытыусы ошо уйын ҡағиҙәһенә ярашлы итеп дәрестең структураһын төҙөргә, уҡыусылар теманы үҙләштереүҙе эҙләнеп, көс түгеп башҡарырға тейешлекте белдерә был ижади дәрестәр. Мәҫәлән, «лингвистик һабантуй» үткәргәндә, һабантуй программаһына бәйле ярыш-уйындар ойошторола, тик улар тел дәрестәрендә өйрәнелә торған программа материалы нигеҙендә төҙөлә. Яңы һәм традицион дәрестәрҙең яңы варианттары формаһында үткәрелгән дәрестәрҙә һәр уҡыусының булдыҡлылығына юл асыу, ижади эҙләнеүҙәренә ярҙам итеү, ҡыҫҡаһы, тормошта үҙ урынын таба алырҙай йәштәр тәрбиәләү кеүек мәсьәләләр хәл ителә. Стандарт булмаған дәрестәрҙе киңерәк ҡулланыу уҡыусыларҙы ижади эшмәкәрлеккә әйҙәй, телгә һөйөү тәрбиәләй.
  Уҡытыуҙың теге йәки был методтарын, формаларын, сараларын мотлаҡҡулланыуҙы көсләп тағырға ярамай, һәр дәрес алдынан өйрәнеләсәк материалға уҡыусы күҙе менән ҡарай белергә кәрәк. Хәҙерге ваҡытта тел практик маҡсаттан йәки функциональ күҙлектән сығып өйрәнелә. Телгә өйрәтеүҙең төп маҡсаты - телмәр үҫтереүҙең һәр бер төрөнә - һөйләшергә, тыңларға, уҡырға, яҙырға өйрәтеү. Ҡағиҙәне күпме генә уҡыһаң да, телгә өйрәтеп булмай, шуға ла матур һөйләмдәр, төҙөк текстар аша телдең һығылмалығын, мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн уйындар, мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, төрлө ҡыҙыҡтырырлыҡ саралар дәрестә урын алырға тейеш. Уҡытыусы өйрәтелергә тейешле материалдың йөкмәткеһенә ҡарап төрлө уйындар һайлап, уларға төрлө ҡыҙыҡһындырырлыҡ исемдәр ҙә бирә. Мәҫәлән, «Серле ҡумта», «Тылсымлы сәскә», «Серле тоҡсай», «Кем күберәк?», «Һүҙҙәр үреү», «Китек диктант», «Кире-мире», «Йомаҡҡойошоу», «Мәҡәл әйтешеү» һ.б. шундай исемдәр менән, «донъяны таныу юлы» булған ҡыҙыҡлы уйындарҙы, аҡыл эшмәкәрлеген һәм эҙләнеүҙе талап иткән һорау һәм мәсьәләләрҙе файҙаланырға кәрәк. «Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә», «телдең рухы» тип атап йөрөткән нәмәне үҙләштерә», - тигән М. Горькийҙың һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Уйын аша уҡыусыны туған тел серҙәренә еңел генә үҙенсәлекле юл менән алып инеп була. "Метод һәм алымдарҙы һайлағанда уҡытыусы һәр саҡ дәрестең этаптарын, һәр этаптың алдында торған маҡсаттарҙы күҙ алдында тоторға тейеш. Методтар, алымдар ошо маҡсатҡа йүнәлтелгәндә генә уҡытыусы ҡулында еңел инструмент була алалар"[1]. Бәләкәйерәк синыфтарҙа Л.В.Петрановская классификацияһы буйынса уҡыу уйындарынан дидактик, лексик, грамматик уйындар, комбинаторлы уйындарҙан һүҙ менән эш итә торған кроссвордтар, чайнвордтар, ребус, шарада, башватҡыстар ҡулланылһа, юғары синыфтарҙа аналитик, контекслы уйындар маҡсатҡа ярашлы файҙаланыла[2]. Яңы һүҙҙәргә аңлатма биреү, һүҙҙәрҙе тематик принципта туплау, һүҙҙәрҙе һөйләмдә ҡулланыу кеүек эштәрҙе башҡарғанда лексик уйындар ойоштороу отошло.
 [1]Ғималова М.Ғ. Урта мәктәптәрҙең IV-XI кластарында башҡорт әҙәбиәте уҡытыу методикаһы. - Өфө, 1982. – 74-се бит.
[2]Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. - Өфө, НМЦ „Педкнига” , 2008. – 15-17-се биттәр.
Статистика

Онлайн бөтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Сайтты эшләүсе 0
Эҙләү
Инеү
Календарь

Ағиҙел 2012
Бесплатный хостинг uCoz